Баймаҡ районының Октябрь ауылынан “Шәрәфетдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Айрат Шәрәфетдинов – төбәктә күптән инде танылыу яулаған, был йүнәлештә иң уңышлы эшләгән эшҡыуарҙарҙың береһе. Айрат Алик улы үҙ эшен бай тормош һәм эш тәжрибәһе туплағас ҡына аса. Ул оҙаҡ йылдар данлыҡлы иген фабрикаһы — “Йылайыр” совхозында төрлө яуаплы вазифа башҡара, етештереүҙе үҫтереүгә тос өлөш индерә, йәш белгестәр әҙерләүгә күп көс һала.
Районда фермерлыҡ хәрәкәте башланғас, ауыл хужалығы тармағында бай тәжрибә туплаған Айрат Шәрәфетдинов үҙ хужалығын ойоштороп ебәрә. Бөгөн “Шәрәфетдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығы — районда ғына түгел, төбәктә лә иң уңышлы һәм табышлы эшләүсе бәләкәй предприятиеларҙың береһе. Йәмғиәт үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса махсуслашҡан. Фермер иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтерә, алдынғы технологиялар ҡулланыу, ергә хужаларса ҡараш ярҙамында мул уңыш ала. Быйыл Айрат Алик улы 300 гектарҙа кукуруз, 380 гектарҙа ҡарабойҙай, ҡалған майҙанда иген культуралары, көнбағыш сәсеп, юғары уңыш йыйып алды. Бында, әлбиттә, бәләкәй предприятиеның техник потенциалының ныҡлы булыуын да билдәләп үтергә кәрәк.
Үҫемлекселек тармағын рентабелле ойоштороуҙан тыш, фермер малсылыҡ тармағында ла менән дә табышлы эшләй. Бөгөн унда 250 баш һыйыр малы аҫрала, улар нигеҙҙә ит йүнәлеше буйынса махсуслашҡан.
“Шәрәфетдинов” хужалығы ауылдың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә лә тос өлөш индерә, эшһеҙлек мәсьәләһен көйләүҙә ҙур роль уйнай. Миҙгелле ауыл хужалығы эштәре осоронда хеҙмәткәрҙәр һаны 20–30-лаған кешегә барып етә. Шуныһы үҙенсәлекле: Айрат улы Данилдың күңелендә лә тыуған ергә һөйөү тәрбиәләй — ул бөгөн атаһы менән бер ҡатарҙан фермерлыҡ эше менән уңышлы шөғөлләнә.
Айрат Алик улының агросәнәғәт комлексын үҫтереүгә индергән хеҙмәте бихисап наградалар менән баһаланды. Быйыл уға Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Э. Исаевтың Рәхмәт хаты тапшырылды.