Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заманса алымдарға таяна
Заманса алымдарға таянаЭльза Толомбаева өсөн уҡытыусылыҡ эше һөнәр генә түгел, Хоҙайҙан бирелгән һәләт тә. Бар булмышын асып һалыусы, теләктәрен тормошҡа ашырыусы, уй-хыялдарын ысынбарлыҡ итеүсе һөнәр хаҡында бәләкәйҙән хыялланып үҫә ул. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас, йәш белгес тәүге хеҙмәт тәжрибәһен баш ҡаланың 35-се мәктәбендә туплай. Тәүге дәрестәр, балаларҙың мөлдөрәп кенә баҡҡан күҙҙәрен күреп тулҡынланыуҙар, икеләнеүҙәр — барыһы ла булғандыр. Әммә Эльза бер ваҡытта ла һайлаған һөнәренә хыянат итмәй, һәр башланғысҡа сәмләнеп тотона, бәхетен мәктәптә эҙләй.
Йәш уҡытыусы тәүге көндәрҙән үк уҡыусылары менән уртаҡ тел таба, әммә ҡала шарттарында башҡорт телен уҡытыуы еңел булмай. Уҡыусыларҙы нисек тә ҡыҙыҡһындырырға кәрәк! Шул мәлдә Эльза Юрис ҡыҙы өр-яңы идея менән сығыш яһай: дәрестәрҙе “исем туйы” формаһында үткәрә башлай. Өйгә эштәрҙе лә шундай уҡ алымға көйләй уҡытыусы. Слайдтар, текстар оҙатыуындағы фотоһүрәттәр уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, улар заман технологиялары ярҙамында үҙҙәре лә һиҙмәҫтән телде яҡшыраҡ һәм иң мөһиме — теләк менән үҙләштерә башлай.
Эльза Толомбаеваның эш алымы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2011” республика конкурсында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, юғары баһаланды. Конкурста беренселеккә сығыуы осраҡлы түгел — тырышлыҡ, тәжрибәлелек, яуаплылыҡ һөҙөмтәһе булды ул еңеү.
Уҡытыусы ғүмер буйы алдынғы уҡыусы булырға бурыслы. Белемеңде камиллаштырыу, замандан артта ҡалмау, технологияларҙы яҡшы үҙләштереү... Шунда ғына ул үҫеүҙән, уҡытыусы булыуҙан туҡтамаясаҡ. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына был икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй, сөнки теүәл фәндәрҙе уҡытыу даирәһенең тәғәйен сиктәре бар, ә халыҡтың күп быуатлыҡ рухи-мәҙәни үҫешен үҙ эсенә алған һәм бер туҡтауһыҙ үҙгәреш кисергән тел һәм әҙәбиәт өлкәһе камиллашыуҙан туҡтамай. Бай рухи мираҫты бала аңына еткереү, күңел һандығына бер ҡасан да юйылмаҫлыҡ итеп һалыу, күп осраҡта уҡытыусыға, уның аң-белеменә, талантына бәйле. Хәйер, Эльза Толомбаева ише уҡытыусылар барҙа ул хаҡта борсолаһы түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә