Эльза Толомбаева өсөн уҡытыусылыҡ эше һөнәр генә түгел, Хоҙайҙан бирелгән һәләт тә. Бар булмышын асып һалыусы, теләктәрен тормошҡа ашырыусы, уй-хыялдарын ысынбарлыҡ итеүсе һөнәр хаҡында бәләкәйҙән хыялланып үҫә ул. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас, йәш белгес тәүге хеҙмәт тәжрибәһен баш ҡаланың 35-се мәктәбендә туплай. Тәүге дәрестәр, балаларҙың мөлдөрәп кенә баҡҡан күҙҙәрен күреп тулҡынланыуҙар, икеләнеүҙәр — барыһы ла булғандыр. Әммә Эльза бер ваҡытта ла һайлаған һөнәренә хыянат итмәй, һәр башланғысҡа сәмләнеп тотона, бәхетен мәктәптә эҙләй.
Йәш уҡытыусы тәүге көндәрҙән үк уҡыусылары менән уртаҡ тел таба, әммә ҡала шарттарында башҡорт телен уҡытыуы еңел булмай. Уҡыусыларҙы нисек тә ҡыҙыҡһындырырға кәрәк! Шул мәлдә Эльза Юрис ҡыҙы өр-яңы идея менән сығыш яһай: дәрестәрҙе “исем туйы” формаһында үткәрә башлай. Өйгә эштәрҙе лә шундай уҡ алымға көйләй уҡытыусы. Слайдтар, текстар оҙатыуындағы фотоһүрәттәр уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, улар заман технологиялары ярҙамында үҙҙәре лә һиҙмәҫтән телде яҡшыраҡ һәм иң мөһиме — теләк менән үҙләштерә башлай.
Эльза Толомбаеваның эш алымы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2011” республика конкурсында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, юғары баһаланды. Конкурста беренселеккә сығыуы осраҡлы түгел — тырышлыҡ, тәжрибәлелек, яуаплылыҡ һөҙөмтәһе булды ул еңеү.
Уҡытыусы ғүмер буйы алдынғы уҡыусы булырға бурыслы. Белемеңде камиллаштырыу, замандан артта ҡалмау, технологияларҙы яҡшы үҙләштереү... Шунда ғына ул үҫеүҙән, уҡытыусы булыуҙан туҡтамаясаҡ. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына был икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй, сөнки теүәл фәндәрҙе уҡытыу даирәһенең тәғәйен сиктәре бар, ә халыҡтың күп быуатлыҡ рухи-мәҙәни үҫешен үҙ эсенә алған һәм бер туҡтауһыҙ үҙгәреш кисергән тел һәм әҙәбиәт өлкәһе камиллашыуҙан туҡтамай. Бай рухи мираҫты бала аңына еткереү, күңел һандығына бер ҡасан да юйылмаҫлыҡ итеп һалыу, күп осраҡта уҡытыусыға, уның аң-белеменә, талантына бәйле. Хәйер, Эльза Толомбаева ише уҡытыусылар барҙа ул хаҡта борсолаһы түгел.