Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет тигәнең тыуған ерҙә икән
Н. Некрасовтың «Кому на Руси жить хорошо?» поэмаһын ҡат-ҡат уҡыйһың да хайран ҡалаһың: бөйөк урыҫ яҙыусыһы был әҫәрендә үҙ замандаштарының тормош-көнкүрешен һүрәтләгәнме, әллә беҙҙең бөгөнгөнөмө? Бигерәк тә ауыл халҡының әлеге көнитмеше, ошо ерлектәге хәл-ваҡиғалар өс быуат элек йәшәгән Рәсәй халҡыныҡынан күпкә айырылмай түгелме?!

Бәхетте тыуған ерендә түгел, ә ситтә эҙләп ҡараған яҡташтарымды, ирекһеҙҙән, Николай Алексеевичтың поэмаһындағы Рәсәйҙә кем яҡшыраҡ йәшәй тигән һорауға яуап эҙләгән ете крәҫтиән менән сағыштырҙым. Хәйер, был һорауға Яңыбай, Ярғайыш, Ҡужанаҡ ауылдарынан 2005 йылдың октябрендә Санкт-Петербургка аҡса эшләп ҡайтырға тип сығып киткән ете-һигеҙ ир-егет яуабын тапҡан. Шуларҙың береһе менән күҙмә-күҙ осрашып, бер аҙ әңгәмәләшеп алыу форсаты тейҙе.
1997 йылда быға тиклем шаулап-гөрләп эшләп-йәшәп килгән, оҙаҡ йылдар районда ғына түгел, республикала алдынғы ауыл хужалыҡтарының береһе һаналған Матросов исемендәге колхоздың “йөрәге мәңгелеккә тибеүҙән туҡтай”. Бөтә ғаиләләрҙе лә тип әйтерлек матур, мул, етеш йәшәү мөмкинлеге менән тәьмин итеп килгән күмәк хужалыҡ “ҡәберлегендә” йөрәктәре һыҙлап, күп тапанғандан һуң, ерлектәге халыҡ яйлап-яйлап ҡайғыһынан арынып, үҙаллы тормош көтә башлай. Йәшәү әмәлен артабан һәр кем үҙенсә таба. Кемдер шәхси хужалығын нығытып, мал-тыуарын ишәйтеп, балаларын күтәрергә тырыша. Икенселәр Себергә сығып китә. Өсөнсөләр иһә, форсатын табып, өй һалырға, йүнселлек эшен асып, донъяһын бөтәйтергә тырышҡандарға ялланып эшләргә мәжбүр була. Балта, сүкеш тота белгәндәргә ни һәр тарафта эш етерлек.
Өс балалы Фәнис Биканов та төшөп ҡалғандарҙан түгел — һәр эшкә тилбер. Ике улы, ҡыҙы үҫеп килә, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу теләге шул тиклем ҙур. Уҡытам, кеше итәм тиһәң, мул ғына аҡса кәрәк. Ауылда эш күп булһа ла, кешенең финанс хәле бигүк шәптән түгел. Ситтә, бигерәк тә илдең үҙәк ҡалаларында төҙөлөш ҡыҙа, аҡсаһын да мул түләйҙәр тигән имеш-мимеш ишетелеп ҡала-ҡалыуын, тик унда ҡайһылай барып эләгергә һуң?
Әмәлгә ҡалғандай, тиҙҙән ундай форсат килеп сыға: күрше ауылдан таныш егет Санкт-Петербургтан әйләнеп ҡайтҡан икән дә төҙөлөш эшен белгәндәрҙән бригада йыя башлаған. Күрше-тирә ауылдарҙан ете-һигеҙ уҙаман менән бергә Фәнис тә “рекрутлыҡ”ҡа риза була. “Бригадир” таныш кеше бит, рәнйетергә ирек бирмәҫ әле, моғайын...
Шулай итеп, ҡатыны Розалия юлға ваҡ-төйәген төйнәп, етерлек аҡсаһын туплап, ирен ҙур өмөт-ышаныс менән оҙатып ҡала. Мал-тыуарын, донъяһын ҡарашырға, шөкөр, улдары бар бит әле, бирешмәҫтәр. Яҙға тиклем, ауыл ерендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр башланғанға тиклем, исмаһам, бер аҙ аҡса эшләп алып ҡайтһын...
Барып еткәс, Фәнис монолит йорттар төҙөлгән ергә эшкә урынлашыуы тураһында хәбәр итә. Бер ай тирәһе үткәс, ире уңайһыҙланып ҡына әлегә аҡса түләмәүҙәре, бер аҙ көтөргә тура киләсәге тураһында белдереп шылтырата. Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә бит. Шул рәүешле ике, унан һуң өс, дүрт, биш ай ҙа үтеп китә. Ярай, хеҙмәт хаҡын бер юлы бөтәүләй алһа яҡшыраҡ булыр, тип уйлай сабыр ҡатын. Фәнис тә, һаман яҡшыға өмөтләнеп, тырышып эшләүен дауам итә. Йәшәргә урын биргәндәр, астан үлмәҫлек ашатып торалар. Ала ҡарғала аласағың булһын, тигән бит боронғолар...
Тора-бара иренән шылтыратыуҙар һирәгәйеп, аҙаҡ бөтөнләй юғалып ҡуя. Ярай әле, бергә киткән иптәштәренең ғаиләләре менән үҙ-ара бәйләнеш өҙөлмәй. Береһе шылтыратмаһа, икенсеһенән хәбәр килеп тора. Барыһы ла атҡарылған эштәре өсөн хеҙмәт хаҡын "ана бирерҙәр, бына бирерҙәр" тип өмөтләнеп көтә...
Розалия сабыр булырға тырышһа ла, кескәй ҡыҙҙары Гөлнәфис атаһын һағынып илап йөҙәтә. Фәнис киткән ҡыштан һуң яҙ, йәй, көҙ үтеп, тағы ла икенсе ҡыш килеп етә. Шылтыратышып, һирәк-һаяҡ ҡына һөйләшеүҙәрҙән иренең дә төшөнкөлөккә бирелеүен тойомлаған Розалия уны ҡайтарып алыу яғын ҡайғырта башлай. Тик...
— Барыр юл хаҡы ул саҡта ике мең һум ине. Ҡайтыр ваҡытҡа хаҡтар артып китте — инде дүрт мең һум кәрәк. Нишләргә? Хужаларҙың (ул яҡта төҙөлөштә гел Ҡаф тауы халҡы етәкселек итә) хеҙмәт хаҡы түләйәсәгенән төңөлөп, илдең һәр төбәгенән — Пенза, Архангельск, Тамбов яҡтарынан, Үзбәкстан, Тажикстандан килеүселәр яйлап ҡайтыша, таралыша башланы. Беҙҙең Ишембай районынан да егеттәр бар ине. Улар ҙа, минең яҡташтар ҙа берәмләп ҡайтып китте. Миңә аҡсаһыҙ ҡайтып төшөүе оят. Аптырағандан дача төҙөтөүселәргә барып ялландым. Телефонға һалырлыҡ аҡса пәйҙә булғас, өйҙәгеләр менән һөйләшеү мөмкинлегенә эйә булдым. Ҡатыным да ҡайт тине, үҙем дә, төңөлөп, ҡайтырға булдым.
Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, тигән боронғолар. Бер аҙҙан Алмас менән Йосоп ағайҙары машинала ике мең саҡрым араны ике тәүлектә үтеп, тағы ла шул тиклем үк араны кире яҡҡа табан ике тәүлек буйы һанағандан һуң, тыуған еренә аяҡ баҫа Фәнис.
Һағынған ҡатыны, балалары уның менән бер ҡасан да, бер ниндәй аҡсаға ла айырылышмаясағын белдерә. Шул көндән, 2006 йылдың декабренән алып, Бикановтар ғаиләһе бер булып донъя көтә. Әлбиттә, тормоштарында бер аҙ үҙгәреш була: эшһеҙлектән Ярғайыштағы тыуған ояларын һыуытып, күңелдәрендә йәшәү өмөтө уятҡан элекке "Инәк" совхозының (әле бында “Ергән” МТС-ының Инәк участкаһы хужалыҡ итә) Ҡужабаҡ ауылына 2008 йылда килеп урынлаша улар. Фәнис, К-700 тракторына ултырып, яҙын-йәйен баҫыу-ҡыр эштәрендә мәш килә, ҡышын һөтсөлөк фермаһында мал ҡарай.
Хужалыҡ фатирын да бирә ишле ғаиләгә. Хеҙмәт хаҡын ай һайын түләп тора, аҡса урынына мал менән дә иҫәпләшәләр. Шулай итеп, тырыш хеҙмәтсәндең шәхси ихатаһында әле ике һауын һыйыры, дүрт башмағы көйөштән туҡтамай. Мул итеп ҡош-ҡортон да аҫрайҙар, баҡсаһын да үҫтерәләр. Буй еткергән ике улдары Данис менән Фаил, әрме хеҙмәтен үтәп, ата-әсәһе янына ҡайтҡан. Ауыл хужалығы техникумын тамамлаған өлкән улдары хужалыҡта бригадирлыҡ эшенә егелгән. Иҡтисад колледжын тамамлаған кесе улдарының ғына ауылда торорға уйы юҡ.
“Улдарыбыҙ, шөкөр, эсеүҙең, тәмәке тартыуҙың ни икәнен дә белмәй. Эшсәндәр. Беҙҙең һүҙҙән сыҡмайҙар. Мин ни, әсә кеше булараҡ, балаларымды янымдан ебәргем килмәй. Шулай ҙа һәр кемдең үҙ юлы, үҙ яҙмышы. Ҡайҙа йөрөһәләр ҙә, иҫән-аман, аҡыллы-тәүфиҡлы йөрөһөндәр”, — тип теләй Розалия. Иҫәнғол башҡорт гимназияһының VIII класында уҡып йөрөгән Гөлнәфистәре лә ата-әсәһен гел ҡыуандырып ҡына тора. Яҡшы уҡый. Һәр төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урын яулай. Балаларына һөйөнөп йәшәй инде тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып өлгөргән Розалия менән Фәнис Бикановтар.
Үҙенең әсе тормош тәжрибәһенән сығып, Фәнистең ҡәрҙәш-милләттәштәренә әйтер һүҙ-теләктәре шундай:
— Бәхетте ситтә эҙләргә кәрәкмәгәнлеген, яттарға бил бөгөргә ярамағанлығын үҙ хатамда төшөндөм. Йәшәү өсөн аҡсаны, иренмәһәң, тыуған ереңдә лә табып була. Күптәр минең кеүек ситкә эшкә барғас, үҙ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн килешеү төҙөмәйенсә эшкә урынлашып, арымай-талмай тирен түгеп, һемәйеп ҡайтып килә. Бәхет тигәнең, егеттәр, ысынлап та, үҙ ереңдә, үҙ ғаиләңдә икән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республика мәктәптәренә Һуғыш геройҙары һәм күренекле эшмәкәрҙәрҙең исемдәре бирелде

Республика мәктәптәренә Һуғыш геройҙары һәм күренекле эшмәкәрҙәрҙең исемдәре бирелде 12.05.2025 // Йәмғиәт

Республика мәктәптәренә Һуғыш геройҙары һәм күренекле эшмәкәрҙәрҙең исемдәре бирелде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы тамамланды

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы тамамланды 12.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы тамамланды...

Тотош уҡырға 0

Республикала 510 мең кеше «Үлемһеҙ полк» сафына баҫты

Республикала 510 мең кеше «Үлемһеҙ полк» сафына баҫты 12.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала 510 мең кеше «Үлемһеҙ полк» сафына баҫты...

Тотош уҡырға 14

Июндә республикала йәшәүселәрҙе 4 көн рәттән ял көтә

Июндә республикала йәшәүселәрҙе 4 көн рәттән ял көтә 12.05.2025 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәрҙе 4 көн рәттән ял көтә...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостанда йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Башҡортостанда йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 12.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда Шанель һәм Тимран тыуған

Башҡортостанда Шанель һәм Тимран тыуған 12.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Шанель һәм Тимран тыуған...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 60

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 46

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 40

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 40

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 60

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 46