Бәхет тигәнең тыуған ерҙә икән07.08.2013
Н. Некрасовтың «Кому на Руси жить хорошо?» поэмаһын ҡат-ҡат уҡыйһың да хайран ҡалаһың: бөйөк урыҫ яҙыусыһы был әҫәрендә үҙ замандаштарының тормош-көнкүрешен һүрәтләгәнме, әллә беҙҙең бөгөнгөнөмө? Бигерәк тә ауыл халҡының әлеге көнитмеше, ошо ерлектәге хәл-ваҡиғалар өс быуат элек йәшәгән Рәсәй халҡыныҡынан күпкә айырылмай түгелме?!
Бәхетте тыуған ерендә түгел, ә ситтә эҙләп ҡараған яҡташтарымды, ирекһеҙҙән, Николай Алексеевичтың поэмаһындағы Рәсәйҙә кем яҡшыраҡ йәшәй тигән һорауға яуап эҙләгән ете крәҫтиән менән сағыштырҙым. Хәйер, был һорауға Яңыбай, Ярғайыш, Ҡужанаҡ ауылдарынан 2005 йылдың октябрендә Санкт-Петербургка аҡса эшләп ҡайтырға тип сығып киткән ете-һигеҙ ир-егет яуабын тапҡан. Шуларҙың береһе менән күҙмә-күҙ осрашып, бер аҙ әңгәмәләшеп алыу форсаты тейҙе.
1997 йылда быға тиклем шаулап-гөрләп эшләп-йәшәп килгән, оҙаҡ йылдар районда ғына түгел, республикала алдынғы ауыл хужалыҡтарының береһе һаналған Матросов исемендәге колхоздың “йөрәге мәңгелеккә тибеүҙән туҡтай”. Бөтә ғаиләләрҙе лә тип әйтерлек матур, мул, етеш йәшәү мөмкинлеге менән тәьмин итеп килгән күмәк хужалыҡ “ҡәберлегендә” йөрәктәре һыҙлап, күп тапанғандан һуң, ерлектәге халыҡ яйлап-яйлап ҡайғыһынан арынып, үҙаллы тормош көтә башлай. Йәшәү әмәлен артабан һәр кем үҙенсә таба. Кемдер шәхси хужалығын нығытып, мал-тыуарын ишәйтеп, балаларын күтәрергә тырыша. Икенселәр Себергә сығып китә. Өсөнсөләр иһә, форсатын табып, өй һалырға, йүнселлек эшен асып, донъяһын бөтәйтергә тырышҡандарға ялланып эшләргә мәжбүр була. Балта, сүкеш тота белгәндәргә ни һәр тарафта эш етерлек.
Өс балалы Фәнис Биканов та төшөп ҡалғандарҙан түгел — һәр эшкә тилбер. Ике улы, ҡыҙы үҫеп килә, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу теләге шул тиклем ҙур. Уҡытам, кеше итәм тиһәң, мул ғына аҡса кәрәк. Ауылда эш күп булһа ла, кешенең финанс хәле бигүк шәптән түгел. Ситтә, бигерәк тә илдең үҙәк ҡалаларында төҙөлөш ҡыҙа, аҡсаһын да мул түләйҙәр тигән имеш-мимеш ишетелеп ҡала-ҡалыуын, тик унда ҡайһылай барып эләгергә һуң?
Әмәлгә ҡалғандай, тиҙҙән ундай форсат килеп сыға: күрше ауылдан таныш егет Санкт-Петербургтан әйләнеп ҡайтҡан икән дә төҙөлөш эшен белгәндәрҙән бригада йыя башлаған. Күрше-тирә ауылдарҙан ете-һигеҙ уҙаман менән бергә Фәнис тә “рекрутлыҡ”ҡа риза була. “Бригадир” таныш кеше бит, рәнйетергә ирек бирмәҫ әле, моғайын...
Шулай итеп, ҡатыны Розалия юлға ваҡ-төйәген төйнәп, етерлек аҡсаһын туплап, ирен ҙур өмөт-ышаныс менән оҙатып ҡала. Мал-тыуарын, донъяһын ҡарашырға, шөкөр, улдары бар бит әле, бирешмәҫтәр. Яҙға тиклем, ауыл ерендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр башланғанға тиклем, исмаһам, бер аҙ аҡса эшләп алып ҡайтһын...
Барып еткәс, Фәнис монолит йорттар төҙөлгән ергә эшкә урынлашыуы тураһында хәбәр итә. Бер ай тирәһе үткәс, ире уңайһыҙланып ҡына әлегә аҡса түләмәүҙәре, бер аҙ көтөргә тура киләсәге тураһында белдереп шылтырата. Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә бит. Шул рәүешле ике, унан һуң өс, дүрт, биш ай ҙа үтеп китә. Ярай, хеҙмәт хаҡын бер юлы бөтәүләй алһа яҡшыраҡ булыр, тип уйлай сабыр ҡатын. Фәнис тә, һаман яҡшыға өмөтләнеп, тырышып эшләүен дауам итә. Йәшәргә урын биргәндәр, астан үлмәҫлек ашатып торалар. Ала ҡарғала аласағың булһын, тигән бит боронғолар...
Тора-бара иренән шылтыратыуҙар һирәгәйеп, аҙаҡ бөтөнләй юғалып ҡуя. Ярай әле, бергә киткән иптәштәренең ғаиләләре менән үҙ-ара бәйләнеш өҙөлмәй. Береһе шылтыратмаһа, икенсеһенән хәбәр килеп тора. Барыһы ла атҡарылған эштәре өсөн хеҙмәт хаҡын "ана бирерҙәр, бына бирерҙәр" тип өмөтләнеп көтә...
Розалия сабыр булырға тырышһа ла, кескәй ҡыҙҙары Гөлнәфис атаһын һағынып илап йөҙәтә. Фәнис киткән ҡыштан һуң яҙ, йәй, көҙ үтеп, тағы ла икенсе ҡыш килеп етә. Шылтыратышып, һирәк-һаяҡ ҡына һөйләшеүҙәрҙән иренең дә төшөнкөлөккә бирелеүен тойомлаған Розалия уны ҡайтарып алыу яғын ҡайғырта башлай. Тик...
— Барыр юл хаҡы ул саҡта ике мең һум ине. Ҡайтыр ваҡытҡа хаҡтар артып китте — инде дүрт мең һум кәрәк. Нишләргә? Хужаларҙың (ул яҡта төҙөлөштә гел Ҡаф тауы халҡы етәкселек итә) хеҙмәт хаҡы түләйәсәгенән төңөлөп, илдең һәр төбәгенән — Пенза, Архангельск, Тамбов яҡтарынан, Үзбәкстан, Тажикстандан килеүселәр яйлап ҡайтыша, таралыша башланы. Беҙҙең Ишембай районынан да егеттәр бар ине. Улар ҙа, минең яҡташтар ҙа берәмләп ҡайтып китте. Миңә аҡсаһыҙ ҡайтып төшөүе оят. Аптырағандан дача төҙөтөүселәргә барып ялландым. Телефонға һалырлыҡ аҡса пәйҙә булғас, өйҙәгеләр менән һөйләшеү мөмкинлегенә эйә булдым. Ҡатыным да ҡайт тине, үҙем дә, төңөлөп, ҡайтырға булдым.
Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, тигән боронғолар. Бер аҙҙан Алмас менән Йосоп ағайҙары машинала ике мең саҡрым араны ике тәүлектә үтеп, тағы ла шул тиклем үк араны кире яҡҡа табан ике тәүлек буйы һанағандан һуң, тыуған еренә аяҡ баҫа Фәнис.
Һағынған ҡатыны, балалары уның менән бер ҡасан да, бер ниндәй аҡсаға ла айырылышмаясағын белдерә. Шул көндән, 2006 йылдың декабренән алып, Бикановтар ғаиләһе бер булып донъя көтә. Әлбиттә, тормоштарында бер аҙ үҙгәреш була: эшһеҙлектән Ярғайыштағы тыуған ояларын һыуытып, күңелдәрендә йәшәү өмөтө уятҡан элекке "Инәк" совхозының (әле бында “Ергән” МТС-ының Инәк участкаһы хужалыҡ итә) Ҡужабаҡ ауылына 2008 йылда килеп урынлаша улар. Фәнис, К-700 тракторына ултырып, яҙын-йәйен баҫыу-ҡыр эштәрендә мәш килә, ҡышын һөтсөлөк фермаһында мал ҡарай.
Хужалыҡ фатирын да бирә ишле ғаиләгә. Хеҙмәт хаҡын ай һайын түләп тора, аҡса урынына мал менән дә иҫәпләшәләр. Шулай итеп, тырыш хеҙмәтсәндең шәхси ихатаһында әле ике һауын һыйыры, дүрт башмағы көйөштән туҡтамай. Мул итеп ҡош-ҡортон да аҫрайҙар, баҡсаһын да үҫтерәләр. Буй еткергән ике улдары Данис менән Фаил, әрме хеҙмәтен үтәп, ата-әсәһе янына ҡайтҡан. Ауыл хужалығы техникумын тамамлаған өлкән улдары хужалыҡта бригадирлыҡ эшенә егелгән. Иҡтисад колледжын тамамлаған кесе улдарының ғына ауылда торорға уйы юҡ.
“Улдарыбыҙ, шөкөр, эсеүҙең, тәмәке тартыуҙың ни икәнен дә белмәй. Эшсәндәр. Беҙҙең һүҙҙән сыҡмайҙар. Мин ни, әсә кеше булараҡ, балаларымды янымдан ебәргем килмәй. Шулай ҙа һәр кемдең үҙ юлы, үҙ яҙмышы. Ҡайҙа йөрөһәләр ҙә, иҫән-аман, аҡыллы-тәүфиҡлы йөрөһөндәр”, — тип теләй Розалия. Иҫәнғол башҡорт гимназияһының VIII класында уҡып йөрөгән Гөлнәфистәре лә ата-әсәһен гел ҡыуандырып ҡына тора. Яҡшы уҡый. Һәр төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урын яулай. Балаларына һөйөнөп йәшәй инде тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып өлгөргән Розалия менән Фәнис Бикановтар.
Үҙенең әсе тормош тәжрибәһенән сығып, Фәнистең ҡәрҙәш-милләттәштәренә әйтер һүҙ-теләктәре шундай:
— Бәхетте ситтә эҙләргә кәрәкмәгәнлеген, яттарға бил бөгөргә ярамағанлығын үҙ хатамда төшөндөм. Йәшәү өсөн аҡсаны, иренмәһәң, тыуған ереңдә лә табып була. Күптәр минең кеүек ситкә эшкә барғас, үҙ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн килешеү төҙөмәйенсә эшкә урынлашып, арымай-талмай тирен түгеп, һемәйеп ҡайтып килә. Бәхет тигәнең, егеттәр, ысынлап та, үҙ ереңдә, үҙ ғаиләңдә икән.