Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өлгәш — 100 процент!
Өлгәш — 100 процент!Краснокама районының Яңы Нуғай урта мәктәбен “Йыл мәктәбе” номинацияһында билдәләүебеҙ юҡҡа түгел. Бөгөн мәктәп тәрбиә һәм белем сифаты йәһәтенән дә, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар буйынса ла яҡшы иҫәптә. Мәктәп директоры Зикаф Исламов үҙе ҡырҡ һигеҙ йыл физкультура дәресенән уҡыта. Һөнәренә йәне-тәне менән бирелгән педагогты спортсы, гер күтәреү буйынса спорт мастеры, атаҡлы көрәшсе тип тә беләләр. Зикаф Исламғәле улы шулай уҡ йүгереү, саңғы, велоспорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, юғары күрһәткестәргә өлгәшә.
Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, Яңы Нуғай урта мәктәбен тамамлаусылар араһында күренекле шәхестәр етерлек. Мәҫәлән, 1981 йылда ике мең метрға йүгереү буйынса ил чемпионы исемен яулаған Гөлбирә Нуретдинова — нуғайҙарҙың ғына түгел, республикабыҙҙың ғорурлығы.
Мәктәп, ысын мәғәнәһендә, ҡайнап торған умартаны хәтерләтә. Дәрестәр көн дә иртәнге гимнастиканан башлана. Оҙон тәнәфестә барлыҡ уҡыусылар тышҡа йүгерергә сыға. Ҡышын иһә саңғыла йөрөйҙәр. Әйткәндәй, саңғы буйынса бәйгеләрҙә Яңы Нуғай мәктәбе уҡыусылары уҙған быуаттың етмешенсе йылдарынан алып районда беренселекте бирмәй.
Спорт “ене” ҡағылған Яңы Нуғай мәктәбе уҡыусылары өсөн волейбол, баскетбол, саңғы секциялары эшләй, йыл һайын 20–30 саҡрымға саңғы буйынса марафон уҙғарыла. “Батыр” спорт клубының эшмәкәрлеге лә уҡыусыларҙың ғына түгел, тотош ауыл йәштәренең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.
Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән спортсылар, уҡыу алдынғылары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусылар өсөн директор стипендияһы булдырылған. Ғөмүмән, Яңы Нуғай белем усағында ситтән ярҙам көтөп ултырырға ғәҙәтләнмәгәндәр, финанс сығымдары башлыса үҙ иҫәптәренән алына. Мәктәптең район һәм республика күләмендә дан алған йәшелсә-емеш баҡсаһы — был йәһәттән ҙур терәк.
Сәскә түтәлдәре менән уратылған мәктәптең тышҡы биҙәлеше, уҡытыу бүлмәләрендәге тәртип, бөхтәлек — уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың берҙәм хеҙмәт емеше ул. Класс бүлмәләре заманса йыһазландырылған: һәр береһендә компьютер һәм башҡа техник уҡытыу ҡорамалдары бар. Мәктәп һуңғы биш йыл эсендә йүнселлек һөҙөмтәһендә бер миллион ярым һумдан ашыу саф табыш алған.
2009 йылдан башлап мәктәп коллективы “Яңы мәғлүмәт технологиялары индереү шарттарында уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү” программаһын бойомға ашыра. Бында йыш ҡына төрлө фәндәр буйынса район кимәлендәге ултырыштар, семинарҙар ойошторола. Уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса өлгәш — 100, ә белем биреү сифаты 62 процент тәшкил иткән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә