Краснокама районының Яңы Нуғай урта мәктәбен “Йыл мәктәбе” номинацияһында билдәләүебеҙ юҡҡа түгел. Бөгөн мәктәп тәрбиә һәм белем сифаты йәһәтенән дә, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар буйынса ла яҡшы иҫәптә. Мәктәп директоры Зикаф Исламов үҙе ҡырҡ һигеҙ йыл физкультура дәресенән уҡыта. Һөнәренә йәне-тәне менән бирелгән педагогты спортсы, гер күтәреү буйынса спорт мастеры, атаҡлы көрәшсе тип тә беләләр. Зикаф Исламғәле улы шулай уҡ йүгереү, саңғы, велоспорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, юғары күрһәткестәргә өлгәшә.
Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, Яңы Нуғай урта мәктәбен тамамлаусылар араһында күренекле шәхестәр етерлек. Мәҫәлән, 1981 йылда ике мең метрға йүгереү буйынса ил чемпионы исемен яулаған Гөлбирә Нуретдинова — нуғайҙарҙың ғына түгел, республикабыҙҙың ғорурлығы.
Мәктәп, ысын мәғәнәһендә, ҡайнап торған умартаны хәтерләтә. Дәрестәр көн дә иртәнге гимнастиканан башлана. Оҙон тәнәфестә барлыҡ уҡыусылар тышҡа йүгерергә сыға. Ҡышын иһә саңғыла йөрөйҙәр. Әйткәндәй, саңғы буйынса бәйгеләрҙә Яңы Нуғай мәктәбе уҡыусылары уҙған быуаттың етмешенсе йылдарынан алып районда беренселекте бирмәй.
Спорт “ене” ҡағылған Яңы Нуғай мәктәбе уҡыусылары өсөн волейбол, баскетбол, саңғы секциялары эшләй, йыл һайын 20–30 саҡрымға саңғы буйынса марафон уҙғарыла. “Батыр” спорт клубының эшмәкәрлеге лә уҡыусыларҙың ғына түгел, тотош ауыл йәштәренең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.
Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән спортсылар, уҡыу алдынғылары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусылар өсөн директор стипендияһы булдырылған. Ғөмүмән, Яңы Нуғай белем усағында ситтән ярҙам көтөп ултырырға ғәҙәтләнмәгәндәр, финанс сығымдары башлыса үҙ иҫәптәренән алына. Мәктәптең район һәм республика күләмендә дан алған йәшелсә-емеш баҡсаһы — был йәһәттән ҙур терәк.
Сәскә түтәлдәре менән уратылған мәктәптең тышҡы биҙәлеше, уҡытыу бүлмәләрендәге тәртип, бөхтәлек — уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың берҙәм хеҙмәт емеше ул. Класс бүлмәләре заманса йыһазландырылған: һәр береһендә компьютер һәм башҡа техник уҡытыу ҡорамалдары бар. Мәктәп һуңғы биш йыл эсендә йүнселлек һөҙөмтәһендә бер миллион ярым һумдан ашыу саф табыш алған.
2009 йылдан башлап мәктәп коллективы “Яңы мәғлүмәт технологиялары индереү шарттарында уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү” программаһын бойомға ашыра. Бында йыш ҡына төрлө фәндәр буйынса район кимәлендәге ултырыштар, семинарҙар ойошторола. Уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса өлгәш — 100, ә белем биреү сифаты 62 процент тәшкил иткән.