Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ кәсептәре юғала бара...
Халыҡ кәсептәре юғала бара...— Илшат Вәсил улы, хәйриә фондтары байтаҡ. Шул иҫәптән, Башҡортостанда ла. "Мираҫ" ниндәй маҡсаттарҙан сығып төҙөлдө? Ғөмүмән, уны ойоштороуға нимә этәргес булды?
— Һуңғы ун йылда журналистика өлкәһендә эшләнем. Өйләнгәс, халыҡ кәсептәре проблемалары менән ныҡлап осраштым, сөнки ҡатыным Флорида нәҡ ошо өлкәлә мастер ине. Ә хәл итәһе мәсьәләләр бик күп: оҫтаханалар өсөн ҡуртым хаҡы юғары, был өлкәлә эшләүсе оҫталарҙы берләштергән һөнәрселәр үҙәге юҡ. Һуңғыһы буйынса әйткәндә, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә тиерлек ул бар, беҙҙең күрше-тирәлә лә халыҡ кәсептәре яңы һулыш ала, үҫешә. Уларҙы үҙәк берләштерә. Беҙҙә әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҫталар йүнләп ойоша алмай, уларҙың мәнфәғәтен хәстәрләүсе юҡ тиерлек. Барыһын иҫәпкә алып, хәйриә фонды аша булһа ла ошо проблемаларҙы хәл итергә тырышыу ине маҡсат. "Гражданлыҡ инициативаһы" тигән төшөнсә бар. Ана ошоно ла алға ҡуйып, инициатива күрһәтеүебеҙ.
— Халыҡты халыҡ итеп донъяға танытыу, үҙенсәлеген асып биреү өсөн уның кәсеп-һөнәрҙәрен күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән, урыҫ халҡының күңел байлығын күпмелер кимәлдә матрешкалары еткерә...
— Ғөмүмән, донъяла художестволы сәнғәт, ҡулдан ниҙер яһау хуплана. Эйе, сәнәғәт тармағы үҫеше кәсепселекте ҡыҫырыҡлап сығарҙы, икенсе планға күсерҙе. Рәсәйҙә иһә был өлкәгә ҡаршы тотош алыш асҡан саҡтар ҙа булды: коллективлаштырыу, эшләмәй алған килемде (нетрудовой доход) спекулянтҡа тиңләү... Ә бит заманында Рәсәйҙә халыҡ кәсептәренең тотош системаһы булдырылған. 90-сы йылдарҙан башлап ҡына ла беҙ бик күп йүнәлештә халыҡ кәсептәрен юғалта барабыҙ. Бөгөн Рәсәйҙең был юҫыҡтан бренды иҫәпләнгән үҙенсәлекле гәлсәр, хохлома һәм башҡа төр художестволы әйберҙәр юғалыу алдында тора. Халыҡ кәсебенең ҡайһы бер йүнәлештәрен юғалттыҡ та инде. Бындай тиҙлек менән артҡа тәгәрәһәк, бик күп һөнәрҙе генә түгел, халыҡтың бөтөн кәсептәрен, шул иҫәптән өҫтәмә килеменән дә ҡолаҡ ҡағасаҡбыҙ. Әле ошо өлкәлә етештереүҙе 50 процентҡаса бөтөргәнбеҙ. Ә бит халыҡ кәсептәре, художестволы сәнғәт ЮНЕСКО-ның "ҡанат аҫтына" алынған. Халыҡтарҙың боронғо мираҫын, эшкәртеү традицияларын һаҡлау, киләсәккә еткереү изге эш һанала. Халыҡ кәсептәре — үҙенең социаль-иҡтисади потенциалы булған үҙенсәлекле етештереү алымы.
— Һөнәрселектең тамырҙары тәрәндә ята. Күптәре атанан улына, ейәненә күсеп килгән. Байтағының үҙенсәлеге сер булып ҡалған. Киләсәктә оҫтаның ҡул йылыһын һаҡлаған "йәнле" әйберҙәрҙе "штамптар" баҫып китеп, бәҫен ебәрмәҫме? Мәҫәлән, матрешкаларҙы ғына алайыҡ. Уларҙы ла ҡытайҙар әүәләй башланы бит, конвейерға ҡуйҙы.
— Дөрөҫ. Традицион етештереү сәнәғәте менән шөғөлләнгән, халыҡ кәсептәрен алға ҡуйған кустарь ойошмалар, берекмәләр ауыр хәлдә ҡалды, байтағы ябылды. Уларҙың урынын һис сәнғәт яғынан ҡиммәте булмаған "штамптар" баҫа. Ярым-конвейерҙан сыҡҡан сувенирҙарҙың художестволы сәнғәт йәһәтенән матурлығы ла, зауығы ла юғала. Оҫталар йыш ҡына кисәләрҙә үҙҙәре яһаған әйберҙәре менән таныштыра, мөмкинлектәре сикләнгәс, сауҙа майҙансыҡтарын ҡуртымға ала алмай.
Был өлкәлә етди мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар. Бөгөн халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, булғанын һаҡлау өсөн кисекмәҫтән аныҡ саралар күреү мөһим. Төрлө сығанаҡтар аша ошо өлкәгә ярҙам иткәндә генә ата-баба, өләсәйҙәр һөнәрҙәрен, шөғөлөн киләсәккә еткерә аласаҡбыҙ. "Мираҫ" хәйриә фонды был йәһәттән күпмелер кимәлдә эшен башланы ла инде.
— "Башҡортостан" гәзите алда һөйләнелгән проблемаларҙы иҫәпкә алып, юлдаш телевидениеһы менән берлектә тәүге аҙымдарын яһаны — конкурс иғлан иттек, ауыл-ҡалаларҙа йәшәгән оҫталар тураһында яҙабыҙ, күрһәтәбеҙ. "Мираҫ" хәйриә фонды тәүгеләрҙән булып башланғысҡа ҡушылды. Сағыштырмаса йәш ойошма булараҡ, үҙегеҙҙең дә проблемаларығыҙ етерлектер...
— Республика һөнәрмәндәренең төп проблемаһы — айырым бинаның булмауы. Ошо мәсьәлә хәл ителһә, оҫталар туранан-тура ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белер ине. Шунан һуң, күргәҙмәләр залы ла кәрәк, аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, һатыу итеү өсөн дә бинаһыҙ булмай. Алда телгә алғанымса, күрше-тирә өлкә, республикаларҙа улар бар. Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа ҡалалары, төбәктәрендә лә. Беҙҙең һөнәрмәндәргә лә үҙәк кәрәк. Ә Фонд тирә-яҡтағы барлыҡ оҫталар ойошмаларын туплап, һөнәрмәндәр үҙәген етәкләргә әҙер.
— Республиканың мөмкинлектәре күп: матди яҡтан да артта ҡалғандарҙан түгелбеҙ, башҡаһынан да. Ә һәләтле, эшкә дәрте ташып торған оҫталарҙы һөйләп тораһы ла түгел — һәр ауыл-ҡасаба, ҡалала етерлек. Беҙҙең халыҡ уңған, тырыш бит ул. Тәбиғәт һәләтте лә йәлләмәгән. Тик алда мөһим, әммә хәл итерлек мәсьәлә тора: оҫталарҙы туплау, ойоштороу.
— Туплау эше башланған. Әлегә, әйткәнемсә, ныҡлы үҙәк, уның бинаһы кәрәк. Коммерция менән шөғөлләнмәүсе ойошма булһаҡ та, ярҙам ҡулы һуҙыусылар булыр тип ышанам. Үҙебеҙ ҙә төрлө кимәлдәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Яңыраҡ Мәскәүҙә үткән "Ладья. Яҙғы фантазия-2013" күргәҙмә-йәрминкәһенә республика исеменән барҙыҡ. Унда һигеҙ оҫтаның 200-ҙән ашыу әйбере ҡуйылды. Эштәр ойоштороусылар тарафынан юғары баһаланды. Март айында Өфөлә "Мебель. Интерьер-2013" төбәк-ара махсус күргәҙмәһенә 14 оҫтаның эшен льготалы шарттарҙа ҡуйҙырҙыҡ. "Мода һәм матурлыҡ планетаһы" тип аталған ХVIII махсус күргәҙмәлә, ХVII "Беҙ бергәләп көслөбөҙ" хәйриә аҙналығында ҡатнаштыҡ. Һанай китһәң, эш етерлек.
Хәйриә фондының программаһын, төп бурыс, йүнәлештәрен алғанда ла атҡарасаҡ эштәребеҙ күренә: оҫталарҙың проблемаларын тәрәндән өйрәнеп, үҫеш юлдарын билдәләргә тейешбеҙ, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙы йәлеп итеү ҡарала, күргәҙмәләр ойоштороу, оҫтаханалар булдырыу, коммерция структураларын, ойошма, акционер йәмғиәттәрен йәлеп итеү. Ҡыҫҡаһы, эшләргә лә эшләргә...


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ әңгәмәләште.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә