Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәхмәте лә, дәғүәһе лә бар
Рәхмәте лә, дәғүәһе лә барҺаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге етешһеҙлектәр, медицина хеҙмәттәренең түләүлегә әүерелә барыуы, дауаханала тейешле ярҙам алыу мөмкинлектәренең сикләнеүе халыҡта ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырыуы сер түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптарҙың пациенттарҙың сәләмәтлеге өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһо үткән быуат тарихында ҡалғандай, страховка медицинаһы әлегә үҙен аҡлап бөтмәй, ти эксперттар.

Медицина тармағының төп көсөн мул тәжрибәле, белемле, фиҙакәр хеҙмәткәрҙәр тәшкил итә. Шуларҙың береһе тураһында Нефтекама ҡалаһында йәшәгән Фәнүзә Даянованан хат алдыҡ.
"Миңә быйыл әллә күпме хәүефле диагноздар ҡуйып (шәкәр диабеты, пиелонефрит, боғаҡ сире), Өфөләге Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына ебәрҙеләр. Нефтекама табиптары мине ҡалҡан биҙенә операция яһатыуға бер нисә тапҡыр әҙерләп ҡараны. Әммә анализдарҙың насар булыуы эште тотҡарланы. Хәлемде республика дауаханаһы эргәһендәге поликлиника табип-эндокринологы Полина Гусева яҡшы аңланы. Һөйләгәнемде иғтибар менән тыңлағандан һуң стационарға дауаланырға ебәрҙе. Бында хәстәрлекле доктор Анастасия Брун ҡулына эләктем. Үҙемдең дә 40 йыллыҡ фельдшерлыҡ стажым булғас, табиптарҙың профессионаллеген билдәләү миңә ауыр түгел. Тейешле бөтә тикшеренеүҙәрҙе үткәргәс, хирургия бүлексәһенә операцияға оҙаттылар. Республика дауаханаһы табиптарына рәхмәтемдең сиге юҡ", — тип тамамлаған хатын Фәнүзә Мөхәмәт ҡыҙы.
Редакция почтаһында бөгөн дә хеҙмәт ветерандары тураһында айырым бер йылылыҡ, ғорурлыҡ менән яҙылған хаттар күп. Гәзиттең даими авторы Нурулла Миһрановтың яҙмаһына күҙ һалайыҡ. Хеҙмәттә генә түгел, ғаилә тормошонда ла батырлыҡ, сабырлыҡ өлгөһө булған өс бала әсәһе, хөрмәтле өләсәй Зирина Латипова хаҡында ул.
Саҡмағош районының Әхмәт ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Өфөләге һөнәрселек училищеһын тамамлағас, кизе-мамыҡ фабрикаһына эшкә килә. Тырышлығы, өлгөрлөгө Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән баһалана. Тормош иптәшенең хыянатын, ғаиләһен, балаларын ташлап китеүен ауыр кисерһә лә, юғалып ҡалмай. Сабырлығын йыйып, ҡыҙын һәм улдарын уҡытып аяҡҡа баҫтыра, уларҙы эшһөйәр, тәртипле итеп үҫтереү өсөн көсөн йәлләмәй. Аҙаҡ заводта, сауҙа өлкәһендә эшләп балаларына ярҙам итә. "Хеҙмәт ветеранының стажы ҡырҡ йылдан ашыу. 77 йәшендә лә ҡул ҡаушырып ултырырға һис яратмай, баҡсаға йөрөй, еләк-емеш үҫтерә, ейәндәре һәм балалары менән аралашып йәшәй. Ҡыҙы Мәскәү ҡалаһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, өлкән улы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса дәүләт идаралығында эшләй, ә кесе улы бизнес менән мәшғүл", — ти хат авторы. Рәхмәте лә, дәғүәһе лә бар
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре тураһында бик күп китаптар яҙылған, фильмдар төшөрөлгән. "Беҙҙең олатайыбыҙ Абдулхаҡ Ғәбиҙуллин Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуып үҫкән. Һуғыштың башынан аҙағынаса яу яланында фашистарға ҡаршы көрәшә, хәрби наградалар менән бүләкләнә. Олатайыбыҙ — ауылда Дан орденына лайыҡ булған тәүге яугирҙәрҙең береһе", — тип яҙа туғандары исеменән Д. Ғәбиҙуллина.
Абдулхаҡ Ғәбит улы фронттан ҡайтҡас, емерек, иҫке өйҙәрҙә йәшәүсе етемдәргә ярҙам ҡулы һуҙа, йорт-ҡураларын йүнәтешә, хужалыҡ кәрәк-ярағын әҙерләшә. Солоҡсолоҡ шөғөлө күңеленә ята, ауылдаштарын йыш ҡына тәмле бал менән һыйлай. Олатаһы һөйләгән һуғыш осоро хәтирәләрен туғандары ҡәҙерләп һаҡлап, редакцияға ебәргән хатында ла дәһшәтле йылдарҙы, ауылдаштары яҙмышын, заман һулышын яҡшы сағылдырған.
"Тыуған ил именлеге хаҡына бил яҙмай эшләгән тыл ветерандары, ялан батырҙары, үҫмерҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар фиҙакәрлеге хаҡында айырым хәтер китабы сығарыу бик мөһим, — тип иҫәпләй хат авторы. — Райондың арҙаҡлы шәхестәре тураһында китап әҙерләнеүен беләбеҙ, тик уға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан ябай эшсе һәм колхозсыларҙың инмәүе һис аңлашылмай. Беҙ быны ғәҙелһеҙлек тип иҫәпләйбеҙ. Ауылдаштарыбыҙ араһынан ни бары ике кешене — яҙыусы Самат Ғәбиҙуллин менән алдынғы һауынсы Сания Әхмәҙуллинаны ғына ошо хәтер китабына һайлап алғандар (икеһе лә мәрхүм инде). Һүҙ ҙә юҡ, хөрмәткә лайыҡ шәхестәр, улар — беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Хәтер китабында вазифалы кешеләрҙән бигерәк данлыҡлы ябай хеҙмәткәрҙәргә урын күберәк бирелергә тейеш".
Бөйөк Ватан һуғышы тарих төпкөлөнә тәрәнерәк ингән һайын ветерандар һаны ла кәмеүгә бара. Белорет районынан Нурулла Миһрановтың йәнә бер хаты Инйәр мәктәбенең яугир-уҡытыусыларына арналған. "Ханнан Бәҙретдинов, Хәмзә Исламов, Зыятхан Абдрахманов, Мәһәҙи Ғәлин, Ғимадислам Ғәбсәләмов, Зәки Ғимранов, Саҙретдин Ғәлин һәм башҡа күп уҡытыусыларыбыҙҙа ватансылыҡ, илһөйәрлек тойғоһо ифрат көслө булды. Күбеһе хәҙер яҡты донъяла юҡ та инде. Мәһәҙи Ғәлиндең генә Мәскәү ҡалаһында йәшәгәнен беләм", — тип автор яҡташының фронттағы батырлығы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнеүе тураһында бәйән итә. Яугир-уҡытыусыларға яҡташтарының хөрмәте сикһеҙ, халыҡ хәтерендә мәңгелек урын алған яу ветерандары үлемһеҙ. Ә уларҙың иҫтәлеген күҙ ҡараһындай һаҡлау, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү элеккесә беҙҙең, өлкәндәрҙең, иңендә.


Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә