Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Торатау беҙҙәге Жип кеүек...”
“Торатау беҙҙәге Жип кеүек...”Чех ғалимы Башҡортостандың ниндәй үҙенсәлектәрен ғәжәп иткән?

Чехиянан тыуған яғына ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҡташыбыҙ Миләүшә Ҡолмөхәмәтованың ире менән редакцияға һуғылырға иҫәбе бар тип хәбәр иттеләр редакцияға. Гәзит уҡыусыларға Миләүшә Годбодь тигән исем яҡшы таныш. Ул – әүҙем авторыбыҙ. Башҡортостанда йәшәгәндә гәзиткә даими яҙышты, сит илгә күсеп китһә лә, ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй. Ваҡыттарының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Владимир (уларҙа исем-шәриф менән өндәшеү – сит күренеш, хатта әфәнде тип әйтеү ҙә) менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Юридик фәндәр докторы, адвокат, запастағы подполковник Владимир Годбодь менән урыҫса аралаштыҡ, һирәк-һаяҡ Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы ла ярҙамға килде.

– Владимир, һеҙ Башҡортостанда тәүге тапҡырмы?
– Юҡ, беренсе мәртәбә түгелмен. Элекке йыл да, былтыр ҙа булдым. Әйткәндәй, йыл да юл төшөп тора. Мин быға шатланам ғына. Сәфәр әҙәм балаһын һәр саҡ дәртләндерә, киләсәккә ниәттәр билдәләү өсөн дә уңайлы.
– Бигерәк тә әлегеһе ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Килгән һайын Урал тарафтарын үҙем өсөн яңынан асам. Өфөнөң ҡалҡыулыҡта урынлашыуы үҙе үк күпте һөйләй түгелме?! Тимәк, ҡала беҙ белмәгән сер һаҡлай, бай тарихҡа эйә. Республика буйлап йөрөү, әлегә уны арҡырыға-буйға киҫмәнем, ныҡ оҡшай. Мөғжизәле Арҡайымға барыу, уйсан Яйыҡ йылғаһы аша сығыу, Европа менән Азияның сигендә баҫып тороу күңелгә әйтеп бөтөргөһөҙ кинәнес бирә. Баҡтиһәң, баш ҡаланан Сибайға барыу өсөн ярты республиканы үтергә кәрәк. Тәбиғәттең төрлөлөгө – мәғрур тауҙарҙы күҙ ҡарашы етмәҫлек даланың алмаштырыуын, ялан-ҡырҙа кешеләрҙең эш менән мәж килеүен күрҙек, Ағиҙел йылғаһы аша бер нисә тапҡыр сыҡтыҡ, ҡала һәм ауылдар аша үттек. Киләһе сәфәремдә башҡорт халҡының батыр улы Салауат Юлаевтың кендек ҡаны тамған ерҙе күрергә уйлайым.
– Ғөмүмән, яңы мөхит һәр саҡ таң ҡалдырыусан, уға сабый ҡарашы менән бағаһың. Беҙҙең яҡта һеҙҙе айырыуса ниндәй күренештәр ғәжәпләндерҙе?
– Беренсенән, һеҙҙә ҡалалар араһын хеҙмәтләндергән такси бик осһоҙ ҙа баһа! Сибайға барып төшөү өсөн кеҫәнән ни бары 700 һум ғына аҡсамды сығарҙым. Беҙҙә бындай алыҫ араға хаҡты юғары ҡуялар. Икенсенән, Башҡортостан киңлектәренә һоҡланам. Рәсәйҙә төҙөлөш өсөн ер майҙанының иркен бирелеүен белеп хайран ҡалдым. Ун сутый! Бик ҙур был! Беҙ кәләшем Миләүшә менән Брно ҡалаһы янында – "Моравский крас" ҡурсаулығында йәшәйбеҙ. Биш ярым сутый еребеҙ бар, был күп әле. Чехияла ҡала ситендә өйҙәрҙе ике-өс ҡатлы итеп һалалар. Йәйелеп китеү өсөн мөмкинлек булмағас, өҫкә күтәрелергә кәрәк. Ус аяһындай ер ҙә буш ҡалмай йә ҡый үҫмәй унда, бөтәһен дә маҡсатлы файҙаланалар. Өсөнсөнән, ғөмүмән әйтәм, Рәсәйҙең аяҡҡа баҫыуы, айырым алғанда, тәртип-таҙалыҡҡа йөҙ бороуы, эскелектең бөтөүгә табан барыуы күҙгә ташлана. Элек, ә мин Мәскәүҙә уҡыным, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлдәр күпкә хөртөрәк ине.
– Владимир, Чехия менән Башҡортостан араһында берәй оҡшашлыҡ таптығыҙмы?
– Европаның йөрәге һаналған Чехия... Европа менән Азия киҫешкән урында ятҡан Башҡортостан... Башҡортостандарҙың ғорурлығы һаналған Торатау беҙҙәге Жип тауы шикелле, һуйған да ҡаплаған инде! Әйтерһең дә, мин килер алдынан кемдер уны күсереп ҡуйған (көлә).
Оҡшашлыҡ тигәндән, чехтарҙа ҡыҙ йәшереү йолаһы әлегәсә бөтә тулылығында һаҡланған. Баҡтиһәң, ул башҡорттарҙа ла йәшәй.
– Башҡортса өйрәнергә теләк уяндымы?
– Күп тел белеү хаҡында эсендә йәне булмағандар ғына хыялланмайҙыр. Әлбиттә, теләк бар ғына түгел, бик көслө. Иң мөһиме – күңел төбөндә ундай уйҙың бөрөләнеүе. "Урал батыр" эпосын чех теленә тәржемә итергә тигән ниәт юҡ түгел. Әлбиттә, Миләүшә ярҙамында.
Ҡурай моңона иҫем китә, халыҡ йырҙарын ултырып тыңларға кәрәк. Унан шундай илаһи көс ағыла, уларҙа тәрән фәлсәфә ята. Абдулла Солтановтың, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың, Ишморат Илбәковтың көй-моңо күңелгә үтеп инә.
– Чехияла башҡорттар тураһында нимә беләләр?
– Ышанаһығыҙмы-юҡмы, башҡорттарҙы, Башҡортостанды "Большой энциклопедический словарь"ҙан таптым. Беҙ, европалар, шул уҡ чехтар Рәсәй тураһында ғына хәбәрҙарбыҙ, шулай булғас, дөйөм рәүештә фекер йөрөтәбеҙ. Ә бына башҡорт ҡыҙына өйләнгәс, һеҙҙең хаҡта бик күпте белә башланым, эстә эҙләнеү тойғоһо уянды. Рәсәй, урыҫ тигәндән, ҡыҙыҡ, Миләүшә магазинда саҡта йәки бөҙрәханаға инһә, уны гел мәрйә тип уйлайҙар. "Уралданмын, мин – Башҡортостандан, башҡортмон", – тип төҙәтеп ҡуя ул һәр саҡ. Хәйер, Чехословакия Республикаһының милли геройы Даян Мурзинды беҙҙә бик ныҡ хөрмәт итәләр. Ҡатыным уның хаҡында мәҡәлә яҙҙы, герой ҡайҙа һуғышҡан, шул ерҙән үттек, һәйкәлен күрҙек.
– Милли аш-һыуҙан ауыҙ иттегеҙме, улар ни яғы менән күңелегеҙгә ятты?
– Бишбармаҡ ашап туйғыһыҙ, өҫтәп-өҫтәп һалалар, ҡыҫтайҙар. Һоғондороу йолаһы менән ҡунаҡсыл Сибайҙа таныштым. Яҫы итеп туралған ит, етмәһә, дүрткел һалма, һурпа... Ҡыҫҡаһы, телеңде йоторлоҡ. Аштан һуң ҡымыҙ эсеп ебәрһәң, бар арыуҙарың онотола. Самауырҙан тирләп-бешеп сәй эсеү тураһында әйтеп тораһы ла түгел, әлбиттә, бал менән. Ә бына йылҡы итен бик теләһәм дә ауыҙ итмәнем, сөнки беҙҙең халыҡ өсөн йылҡы – изге мал, йәлләйем.
– Һеҙҙеңсә, бәхет нимә ул?
– Һау-сәләмәтмен, тирә-яҡҡа һөйөү менән ҡарайым икән, шул бәхет түгелме ни?!
– Яратҡан шөғөлөгөҙ...
– Юл йөрөргә яратам, китапты күп уҡыйым. Автоуҙышта ҡатнашып, ике тапҡыр Европа чемпионы булдым.
– Владимир, ваҡыт табып, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Киләһе осрашҡанға тиклем!


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә