Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урман күп тә ул…
Урман күп тә ул…Ошо көндәрҙә редакцияға алыҫ райондарҙың береһенән таныш бер ағай шылтыратты. Уның маҡсаты юристан кәңәш алыу булһа ла, был мәсьәләлә ғаиләгә адвокат та ярҙам итә алмай ине. Бөтөн бәлә шунда: ағайҙың улы йорт һалыр өсөн ағас һораған. Тик йыл һайын 50 кубометрҙан күберәк ағас алыу мөмкинлеге юҡ икән. Ә йорт өсөн, законға ярашлы, 150 кубометр бүленергә тейеш. Инде үҙ ғаиләһен булдырған, ике бала тәрбиәләгән йәштәрҙең нисек тә тиҙерәк башҡа сыҡҡыһы килә.

Ҡара ниәттән түгел, ғаилә башлығы бүлеп бирелгән 50 кубометрға өҫтәп тағы ун төп ағас киҫкән. Быны урындағы урмансылар белеп ҡалып, акт төҙөгөн. Тәүҙә килтерелгән зыянды 50 мең һумға баһалағандар, ҡулға тотторһаң, уның күләме икеләтә кәмер, тип ишара ла яһап ҡарағандар. Егет ришүәт биреүҙән баш тартҡас, хоҡуҡ һаҡлау органдарын саҡыртҡандар. Һөҙөмтәлә ун төп ағас урынына тағы әллә күпме өҫтәп яҙып, уны хөкөмгә тарттырғандар. Хәҙер ул 100 мең һумға яҡын аҡса түләргә тейеш.
"Эх, етмәгән ағасты һатып ҡына алған булһаҡ, ошондай көнгә ҡалмаҫ инек. Өҫкә урман ауып килгән һымаҡ, ә йорт һалам тиһәң, ағас юҡ. Йәш ғаиләгә ярҙам ниәтенән ошо мәсьәләне берәй нисек хәл итеп булмаймы икән?" Был һорау урманлы төбәктә йәшәгән халыҡты ғына борсомай. Ғөмүмән, илдә был мәсьәлә киҫкен тора.
Йыл һайын урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу арҡаһында илдең дәүләт ҡаҙнаһы яҡынса биш миллиард һумлыҡ зыян күрә. Республикала иһә был һан миллиондар менән үлсәнә. Былтыр, мәҫәлән, Йылайыр районында ғына урман фондына 10 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән. Райондың дөйөм майҙаны 5,5 мең квадрат километр, шуның 4,5 меңе — урман. Йыл һайын 500 кубометр ағастан "елдәр иҫә".
Урман Башҡортостан ерҙәренең 39 процентын биләй. Күрше Татарстанда иһә был күрһәткес ни бары 17 процент тәшкил итә. Һуңғы ике быуатта ағасты күпләп ҡырыу арҡаһында уның майҙаны ике тапҡырға кәмегән. Хәл әлегеләй дауам итһә, 15 йылдан Башҡортостанда эшкә яраҡлы ағастың ҡалмауы ихтимал. "Бер ағас киҫһәң, икәүҙе ултырт",– ти урмансылар, әммә, һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республикала йылына 20 мең гектар ултыртылһа, 27 мең гектары бысыла.

Йәй башынан Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары менән төбәктә янғынды иҫкәртеү режимы иғлан ителде. Янғын йәки төтөн күргән хәлдә 8 (347) 262-40-39, 8-800-100-94-00 телефондары буйынса хәбәр итергә мөмкин. Урманда янғын хәүефе булдырғандарға штраф та ҡаралған. Ябай кешеләргә — 3 - 4 мең, яуаплы вазифа биләүселәргә — 10 - 20 мең, ойошмаларға 100 - 200 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ. Янғын ут тоҡандырғандан сыҡҡан хәлдә, был сумма күпкә артасаҡ. Йыл башынан урманда хәүефһеҙлек сараларын үтәмәгән 165 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған, улар 635 мең һум күләмендә штраф түләгән.

Рәсәй Президенты Владимир ПУТИН:

"Урманды ҡырҡҡан урындарҙа ҡот осмалы күренеш: һыҙырылған ағас ҡайырыһы, ботаҡтар, ауыр транспорт ерҙе иҙгеләгән. Урман ҡуртымға 49 йылға бирелә. Ҡырҡҡандан һуң артабанғы яҙмышы бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Уны ҡырҡыуҙан да һаҡларға кәрәк. Һуңғы биш йылда законһыҙ ҡул һуҙыуҙар 55 процентҡа артҡан һәм был күрһәткес үҫкәндән-үҫә. Урланған урманды һатыу иһә бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Бынан тыш, ҡылынған енәйәттәрҙең күпселек өлөшө асыҡланмай, браконьерҙар иһә үҙ белдеге менән эш итеүҙе дауам итә. Урман хужалығы федераль агентлығы һәм Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер төбәктәре дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт бирә, хоҡуҡ һаҡлау органдары һөҙөмтәһеҙ эшләй", – тип белдерҙе Рәсәйҙең Дәүләт Советы ултырышында.

Илдус БАЙЕГЕТОВ. Ҡариҙел районы:

— Урманды ҡуртымға алыу — мөмкин булмаған эш ул. Ылыҫлы ағас һикһән йыл эсендә генә етешеп өлгөрә. Уны ултыртыуҙан алып бысҡанға тиклем 100 йыл үтә. Ниндәй эшҡыуар быға барһын инде?! Рәсәй тарихында ике генә кеше урмандың киләсәген ҡайғыртҡан. Уларҙың береһе — Петр I. Ул флот төҙөр өсөн ылыҫлы урман ултыртырға бойорған. Был урманды ҡырҡмаҫын белһә лә, киләсәк быуынға мираҫ итеп ҡалдырыу кәрәклеген баһалаған. Икенсеһе иһә Иосиф Сталин. Ул 1947 йылда, урман һыҙаттары ултыртыу далан ерҙәрҙең тәбиғәтен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк, тип белдергән. Урманға һаҡсыл ҡараш булмайынса, уны киләсәк быуынға тапшырыу мөмкин түгел.

Әсҡәт ЗАҺИТОВ. Баймаҡ районы:

— Миңә ҡалһа, урманды һаҡлау системаһын киренән тергеҙергә кәрәк. 2010 йылды хәтерләгеҙ: ил буйлап урман янғындары ҡоторҙо. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ был афәттең ни тиклем дә аяныслы икәнен хәтерләтә тора. 1962, 1972, 1975 һәм 1983 йылдарҙа ла ҡоролоҡ булды, ләкин 2010 йылдағы һымаҡ "ҡыҙыл әтәс"тең ҡоторғаны юҡ ине, сөнки урман һаҡсылары янғынға тиҙ арала ҙур майҙанды ялмап алырға мөмкинлек бирмәне. Хәҙер иһә ҙур майҙанды бер нисә урмансы ғына хеҙмәтләндерә. Улар нисек барыһына ла өлгөрөргә тейеш? 1975 йылда үҙем урмансы булып эшләнем. Иртә яҙҙан көҙгә тиклем Белоретта ике йөҙгә тиклем янғынды һүндерҙек. Ә бына ҡурсаулыҡты ҡурсалай алманыҡ. Йәшен арҡаһында 28 урында янғын сыҡҡайны. Бында тораҡ пункттар юҡ, транспорт менән дә үтеп булмай. Шуға ла урмандың биш мең гектар самаһы майҙаны янды.

Шамил СӘҒИТОВ. Бөрйән районы:

— Үҙем Бөрйән районында йәшәйем, өй һалырға урманды Белореттан алып ҡайттым. Урындағы халыҡҡа ағас алыуы ҡыйынлашты. Интернет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылда ғына бәғзе бер районда 25 мең кубометрҙан ашыу урман рөхсәтһеҙ ҡырҡылған. Был ағастан 280 йортлоҡ ҙур ауыл төҙөргә булыр ине.


Автор: Бикә ҠОЛСУРИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы һәләк булған Рәсәй Геройының улы менән һөйләшеүҙәр алып бара
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән...

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан 02.02.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан...

Тотош уҡырға 2

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла 02.02.2026 // Йәмғиәт

Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, документ әҙер....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә 02.02.2026 // Йәмғиәт

Февралдән улар индексациялана, пособиелар күберәк түләнә....

Тотош уҡырға 3

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә