Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өмәгә һәр кем үҙе белеп сыға
Өмәгә һәр кем үҙе белеп сығаБүрене аяғы туйҙыра тигән әйтем журналистарға ла ҡағыла: күберәк йөрөгән һайын блокнотың төрлө темалар, геройҙар, күренештәр, ваҡиғалар менән тулылана. Әле бына Күгәрсен районының Ерекле ауылына кис ҡырын юл ыңғайында ғына инеп, матур бер күренешкә юлыҡтым: ауылдың ҡап уртаһында тиҫтәгә яҡын ир-ат, дыу килеп, шлак блоктарынан йорт стеналарын күтәреп йөрөй. Ерекле халҡының күмәк көс-тырышлығы менән мәсет төҙөй башлағандарын ишеткәйнем, моғайын, шул мәсеттер тип уйлап, улар янында туҡталдым.

Эйе, тап үҙҙәре булып сыҡты изге эш башлаусыларҙың. Аҫаба ир-уҙамандар, ғәҙәттә, шәмбе, йәкшәмбе көндәренә тура килгән бушыраҡ ваҡыттарын файҙаланып ҡалырға тырышып, өмәгә ашыға икән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был башланғыстан бер кем дә ситтә тороп ҡалмаған, хәленән килгәнсә аҡсалата ярҙамлашҡан, ә мөмкинлеге булғандар төҙөлөштә ҡатнаша.
— Бер кемде лә айырып, исем-шәрифе менән яҙырға кәрәкмәй, ауылдың һәр йорто, эшкә һәләтле һәр кешеһе иман йортон төҙөүҙә ҡатнаша, — тине егеттәрҙең береһе. – Был эш – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Ауылдаштарыбыҙ алдында ла, балалар, киләсәк быуын алдында ла. Бер кемде лә өмәгә сыҡ тип өгөтләп йәки үтенеп йөрөмәйбеҙ. Эшләп йөрөгән төҙөүселәрҙе күреп, һәр ир-егет үҙ теләге менән килә. Хатта Себерҙән ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙ ҙа. Май айында уҡ ауыл йыйыны үткәреп, бергәләп һөйләшеп-кәңәшләшеп тотондоҡ был ғәмәлгә. Халыҡтан йыйылған хәйриә аҡсаһына Стәрлетамаҡтан блок ҡайтарттыҡ. Әлбиттә, район хакимиәте яғынан да ярҙамһыҙ булманы. Әле ереклеләрҙең барыһы ла мәсетебеҙҙең төҙөлөп бөткәнен түҙемһеҙлек менән көтә...
Был фотоһүрәттә Ерекле ауылының шул дан егеттәренең бер нисәһен күрәһегеҙ.


Автор: Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА. Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә