Бүрене аяғы туйҙыра тигән әйтем журналистарға ла ҡағыла: күберәк йөрөгән һайын блокнотың төрлө темалар, геройҙар, күренештәр, ваҡиғалар менән тулылана. Әле бына Күгәрсен районының Ерекле ауылына кис ҡырын юл ыңғайында ғына инеп, матур бер күренешкә юлыҡтым: ауылдың ҡап уртаһында тиҫтәгә яҡын ир-ат, дыу килеп, шлак блоктарынан йорт стеналарын күтәреп йөрөй. Ерекле халҡының күмәк көс-тырышлығы менән мәсет төҙөй башлағандарын ишеткәйнем, моғайын, шул мәсеттер тип уйлап, улар янында туҡталдым.
Эйе, тап үҙҙәре булып сыҡты изге эш башлаусыларҙың. Аҫаба ир-уҙамандар, ғәҙәттә, шәмбе, йәкшәмбе көндәренә тура килгән бушыраҡ ваҡыттарын файҙаланып ҡалырға тырышып, өмәгә ашыға икән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был башланғыстан бер кем дә ситтә тороп ҡалмаған, хәленән килгәнсә аҡсалата ярҙамлашҡан, ә мөмкинлеге булғандар төҙөлөштә ҡатнаша.
— Бер кемде лә айырып, исем-шәрифе менән яҙырға кәрәкмәй, ауылдың һәр йорто, эшкә һәләтле һәр кешеһе иман йортон төҙөүҙә ҡатнаша, — тине егеттәрҙең береһе. – Был эш – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Ауылдаштарыбыҙ алдында ла, балалар, киләсәк быуын алдында ла. Бер кемде лә өмәгә сыҡ тип өгөтләп йәки үтенеп йөрөмәйбеҙ. Эшләп йөрөгән төҙөүселәрҙе күреп, һәр ир-егет үҙ теләге менән килә. Хатта Себерҙән ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙ ҙа. Май айында уҡ ауыл йыйыны үткәреп, бергәләп һөйләшеп-кәңәшләшеп тотондоҡ был ғәмәлгә. Халыҡтан йыйылған хәйриә аҡсаһына Стәрлетамаҡтан блок ҡайтарттыҡ. Әлбиттә, район хакимиәте яғынан да ярҙамһыҙ булманы. Әле ереклеләрҙең барыһы ла мәсетебеҙҙең төҙөлөп бөткәнен түҙемһеҙлек менән көтә...
Был фотоһүрәттә Ерекле ауылының шул дан егеттәренең бер нисәһен күрәһегеҙ.