Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәйәү йөрөүгә етмәй инде…
Йәйәү йөрөүгә етмәй инде…– Йәйәү йөрөү файҙалы тип ишеткәйнем, ошо хаҡта яҙмаҫһығыҙмы икән?
Элвира Динисламова.
Туймазы ҡалаһы.

– Йәйәү йөрөү бөгөн фитнестың иң модалы төрөнә инә, ул быға тиклем популяр булған йүгереүҙе лә үтеп китте. Тик нисек, ҡайҙа һәм күпме йөрөргә? Сәләмәтлек өсөн йәйәү йөрөүҙең файҙаһы тураһында бөгөн күптәр белә. Уның өсөн махсус урын һәм ваҡыт кәрәкмәй. Йәғни был тәбиғи фитнес менән магазиндар буйлап йөрөгәндә, баланы балалар баҡсаһынан алғанда ла шөғөлләнергә була.

Ҡан баҫымын төшөрә
Стэнфорд университетының физиологтары юғары ҡан баҫымынан яфаланған ҡатын-ҡыҙға көнөнә йәйәү йөрөүҙе 9700 аҙымға еткерергә ҡушҡан. Алты айҙан һуң ханымдар ябығып, ҡан баҫымдары нормаға килгән. Ошондай уҡ экспериментты ирҙәрҙә лә үткәреп ҡарағандар. Унда 11 мең ир-егет ҡатнашҡан һәм көнөнә 10 мең аҙым яһай башлағандан һуң уларҙа инсульт һәм инфаркт хәүефе ике тапҡырға кәмегән.

Һөйәктәрҙе нығыта
Һәр йәштә лә йәйәү йөрөү һөйәктәрҙе нығыта. Роттердам университеты ғалимдары, 30 мең кешене тикшереп, көнөнә 30 минут йәйәү йөрөү һөйәктәрҙең минераль тығыҙлығын 2 процентҡа арттырыуын асыҡлаған. Был бик әҙ тип уйлайһығыҙмы? Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был процент янбаш һөйәген һындырыу ҡурҡынысын 24 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирә.

Тимер нервылар
Хроник сиргә һәм депрессияға ҡаршы көрәш мәлендә йәйәү йөрөүгә тиң сара юҡ. Швецияның Королева университеты ҡарамағындағы Психиатрия мәктәбе тикшеренеүселәре белдереүенсә, кеше ни тиклем күберәк йәйәү йөрөй, стресҡа һәм депрессияға бирелмәй, етмәһә, уларҙың интеллект кимәле лә юғарыраҡ була.

Ҡайҙа йөрөргә?
Иң файҙалыһы, әлбиттә, саф һауала йөрөү. Әгәр ҙә ваҡытығыҙ юҡ икән, кис телевизор ҡараған саҡта уның алдына тороп алығыҙ ҙа урынығыҙҙа ғына атлағыҙ. Ауырлығы 70 килограмм тәшкил иткән кеше был осраҡта ярты сәғәттә 200 ккал юғалта. Эш бында хатта калорияла ла түгел. Йәйәү йөрөү – кеше өсөн иң тәбиғи хәрәкәт төрө, атлағанда организмдың эшмәкәрлеге нормаға һалына, гормондар кимәле 5 – 12 процентҡа тергеҙелә, матдәләр алмашыныуы 3 – 6 процентҡа тиҙләнә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә