– Йәйәү йөрөү файҙалы тип ишеткәйнем, ошо хаҡта яҙмаҫһығыҙмы икән?
Элвира Динисламова.
Туймазы ҡалаһы.
– Йәйәү йөрөү бөгөн фитнестың иң модалы төрөнә инә, ул быға тиклем популяр булған йүгереүҙе лә үтеп китте. Тик нисек, ҡайҙа һәм күпме йөрөргә? Сәләмәтлек өсөн йәйәү йөрөүҙең файҙаһы тураһында бөгөн күптәр белә. Уның өсөн махсус урын һәм ваҡыт кәрәкмәй. Йәғни был тәбиғи фитнес менән магазиндар буйлап йөрөгәндә, баланы балалар баҡсаһынан алғанда ла шөғөлләнергә була.
Ҡан баҫымын төшөрә
Стэнфорд университетының физиологтары юғары ҡан баҫымынан яфаланған ҡатын-ҡыҙға көнөнә йәйәү йөрөүҙе 9700 аҙымға еткерергә ҡушҡан. Алты айҙан һуң ханымдар ябығып, ҡан баҫымдары нормаға килгән. Ошондай уҡ экспериментты ирҙәрҙә лә үткәреп ҡарағандар. Унда 11 мең ир-егет ҡатнашҡан һәм көнөнә 10 мең аҙым яһай башлағандан һуң уларҙа инсульт һәм инфаркт хәүефе ике тапҡырға кәмегән.
Һөйәктәрҙе нығытаҺәр йәштә лә йәйәү йөрөү һөйәктәрҙе нығыта. Роттердам университеты ғалимдары, 30 мең кешене тикшереп, көнөнә 30 минут йәйәү йөрөү һөйәктәрҙең минераль тығыҙлығын 2 процентҡа арттырыуын асыҡлаған. Был бик әҙ тип уйлайһығыҙмы? Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был процент янбаш һөйәген һындырыу ҡурҡынысын 24 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирә.
Тимер нервыларХроник сиргә һәм депрессияға ҡаршы көрәш мәлендә йәйәү йөрөүгә тиң сара юҡ. Швецияның Королева университеты ҡарамағындағы Психиатрия мәктәбе тикшеренеүселәре белдереүенсә, кеше ни тиклем күберәк йәйәү йөрөй, стресҡа һәм депрессияға бирелмәй, етмәһә, уларҙың интеллект кимәле лә юғарыраҡ була.
Ҡайҙа йөрөргә?Иң файҙалыһы, әлбиттә, саф һауала йөрөү. Әгәр ҙә ваҡытығыҙ юҡ икән, кис телевизор ҡараған саҡта уның алдына тороп алығыҙ ҙа урынығыҙҙа ғына атлағыҙ. Ауырлығы 70 килограмм тәшкил иткән кеше был осраҡта ярты сәғәттә 200 ккал юғалта. Эш бында хатта калорияла ла түгел. Йәйәү йөрөү – кеше өсөн иң тәбиғи хәрәкәт төрө, атлағанда организмдың эшмәкәрлеге нормаға һалына, гормондар кимәле 5 – 12 процентҡа тергеҙелә, матдәләр алмашыныуы 3 – 6 процентҡа тиҙләнә.