ХVIII быуат башында (1730—1740 йылдарҙа) Ҡыр-Ҡаңны олоҫоноң Аҡтау түбәһендә Алаҡай Туҡтаров, Яҡуп Айытов, Шәмкәй Ишмәтов (Аҡтау ауылынан), Ҡаръяу Ишембәтов, Мораҙым Алдаров, Ҡәйеп Ҡандалин, Ғүмәр Әсәнов ( Бүздәктән), Ҡыҙрас Муллаҡаев (Ҡыҙрастан), Сыртлан Айытҡолов (Сыртланкүлдән) һәм башҡалар үҙҙәрен саф башҡорт тип атаған.
Ҡара Табын һәм Ҡаңны олоҫоноң Ҡазан һәм Нуғай юлдары башҡорттары яҙмаһына ярашлы, 1769 — 1770 йылдарҙа старшиналар Ҡыҙрас Муллаҡаев менән Миңней Солтоҡовтың командаһы, шулай уҡ урындағы халыҡ вәкилдәре — Бүздәктән Ҡаръяу Ишмәтов иптәштәре менән бергә, Шланлыкүлдән һәм Сыртланкүлдән Сыртлан Айытҡолов һәм башҡалар — Өфө провинцияһы канцелярияһынан рөхсәт алып, Ҡарғалы ауылы биләмәһенә (әлеге Благовар районына) мәжбүри суҡындырыуҙан баш тартҡан татар һәм мишәр мырҙаларын индергән. Улар араһында Йәнекәевтәр, Тереғоловтар, Мәмлиевтәр һәм башҡа танылған фамилиялы кешеләр булған.
Сыртлан Айытҡоловтың балалары, һуңыраҡ ейәндәре лә күренекле административ эшмәкәрҙәр – кантон башлыҡтары, уларҙың ярҙамсылары, ғәскәр старшиналары, сотниктар, хорунжийҙар, урядник, указлы муллалар һ.б. булып киткән.
Оло улы Итбай — аҫаба башҡорт, икенсеһе Ишбулды — кантон башлығы ярҙамсыһы, бер үк ваҡытта указлы мулла, өсөнсөһө Шаһиәхмәт 1800 йылдарҙа башта 9-сы, унан һуң 10-сы башҡорт кантоны башлығы булып хеҙмәт иткән.
Сыртлан Айытҡоловтың ейәндәре лә билдәле. Сотник Мөхәмәтзариф Итбай улы 1855 йылда — 2-се кантон башлығы, 1872 йылда Ырымбур хәрби гимназияһы тәрбиәсеһе итеп тәғәйенләнгән. Уның улы Искәндәр Ырымбур граждан гимназияһын тамамлаған.
21-се башҡорт кантоны Бәләбәй өйәҙенең 1859 йылғы 10-сы ревизияһына ярашлы Шланлыкүл ауылында Сиражетдин Шаһиәхмәт улы Сыртланов һәм уның балалары йәшәгән. Сиражетдин дә, уның атаһы Шаһиәхмәт тә кантон башлығы булған.
Шаһимәрҙән Ишбулды улы, уның тәүге ҡатынынан тыуған улы Имаметдин – указлы мулла, ейәне Низаметдин (әсәйем яғынан олатайымдың атаһының атаһы. – Автор.) Аҡтау түбәһендә урядник булып эшләгән. Ишбулдының икенсе улы Ғимаҙетдин — указлы мулла. 1818 йылда тыуған улы Шиһабетдин — урядник. Шаһиғәрҙән исемлеһе 1821 йылда хәрби хеҙмәткә алына, унан һуң хорунжий, сотник, есаул, ғәскәр башлығы булып китә. 1861 йылда отставкаға сыға. 1836 йылдан — 12-се, 1847 йылдан – 13-сө, 1855 йылдан 21-се кантонға етәкселек итә. 1853 – 1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлегенә бронза миҙал һәм Владимир таҫмаһы менән бүләкләнгән. Шланлыкүл ауылында үҙ йорто, тирмәне, йылҡы заводы булған.
Шаһиғәрҙән Сыртлановтың Сәрбифәхриямал исемле беренсе ҡатынынан тыуған улдары:
— зауряд-сотник Арыҫланбәк (21-се кантон башлығы ярҙамсыһы, 1853 – 1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлегенә миҙал менән бүләкләнгән);
— указлы мулла Йыһангир;
— сотник Шаһисолтан (кадет корпусын тамамлаған, 1861 йылдан 23-сө башҡорт кантоны башлығы, шул уҡ йылда дворян булараҡ раҫлана).
Шаһиғәрҙәндең икенсе ҡатыны Мирвафанан тыуған улдары:
— хорунжий Шаһигәрәй (мәҙрәсәлә уҡыған, кадет корпусын тамамлаған);
— Шаһихәйҙәр (Неплюев хәрби училищеһын тамамлаған).
Билдәле булыуынса, Сыртлановтар, нигеҙҙә, Ҡаңны олоҫоноң (хәҙерге Бүздәк районы) Шланлыкүл ауылында йәшәгән, Ҡаңны ырыуына ингән. 1865 йылда 12-се башҡорт кантоны башлығы хорунжий Шаһиғәрҙән Ишбулды улы Сыртлановҡа дворян дәрәжәһе бирелә. Шул осорҙа Сыртлановтар дворяндар нәҫеле тип раҫлана.
ХIХ быуат уртаһында отставкалағы капитан Шаһихәйҙәр Шаһиғәрҙән улының 2 508 дисәтинә ере булғаны билдәле. Ул Өфө губернаһында әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ танылыу яулай, беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. Хәрби белем алғандан һуң туғыҙ йыл Төркөстанда хеҙмәт итә. Капитан дәрәжәһендә отставкаға сыҡҡас, тыуған ауылында ауыл хужалығы, тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә, Сыртлан ауылында үҙенең йылҡы заводын аса. Ш.Ш. Сыртланов төрлө йылдарҙа Бәләбәй өйәҙе буйынса мировой аралашсы, крәҫтиән эштәре буйынса вәкил, мировой судья, өйәҙ идараһы рәйесе, губерна идараһы, Өфөләге ҡарттар һәм мосолман малайҙар приютының попечителдәр комитеты ағзаһы булып эшләй. “Мосолмандар союзы” партияһы ағзаһы, Бөтә Рәсәй мосолман съезы делегаты итеп һайлана, Рәсәй мосолмандарының III ҡоролтайында ҡатнаша, тәүге Думаларҙың эше барышында мосолман һәм кадет фракциялары бюроһында эшләй. Ултырыштарҙа ер мәсьәләһе буйынса башҡорттарҙың мәнфәғәтен яҡлай, аҫаба ерҙәрҙе баҫып алыуға ҡаршы сыға, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуғы өсөн көрәшә.
Шаһихәйҙәрҙең улы Ғәлиәскәр Александр хәрби-юридик академияһын миҙалға тамамлай. Уның исеме академияның мәрмәр таҡтаташына яҙыла. Ғәлиәскәр Литва лейб-гвардия полкында һәм хәрби-суд ведомствоһында офицер дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Санкт-Петербург хәрби трибуналында баш адвокат була. Порт-Артурҙы япондарға биреүҙә ғәйепләнгән адмирал Н. Небогатовты һәм вице-адмирал А. Стессельдты яҡлап сыға. Юстиция капитаны дәрәжәһендә отставкаға китә. Ғәлиәскәр Сыртланов Бәләбәй өйәҙендә ерле башҡорттар иҫәбенә инә. Ул Һайлаусылар советы, “Мосолмандар союзы” партияһы ағзаһы була, өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Думаһы ултырышында мосолмандар фракцияһы составында Хөкүмәттең сәйәсәтен ҡаты тәнҡитләй, Столыпин реформаһына ҡаршы сығыш яһай. 1912 йылда Санкт-Петербургта сәйер шарттарҙа һәләк була.