Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тынғыһыҙ ғалим
Тынғыһыҙ ғалимБашҡортостанда ул аяҡ баҫмаған төбәк юҡ

Шөкөр, ғалимдарға бай башҡорт иле. Уларҙың һәр береһе үҙ өлкәһендә арымай-талмай халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. Билдәле ғалим-этнограф, тарих фәндәре кандидаты Мирза Ғизетдин улы Муллағолов та тап шундайҙарҙан. Ғүмерен халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, көнкүрешен өйрәнеүгә арнаған шәхес ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшен билдәләне.

Утыҙ йылдан ашыу СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән, тиҫтә йылға яҡын Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгендә этнология бүлеген етәкләгән Мирза Ғизетдин улы бөгөн дә ошо үҙәктең ғилми хеҙмәткәре сифатында хеҙмәт юлын дауам итә.
Ғалим Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында Бибикамал менән Ғизетдин Муллағоловтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Мирза ағай ишле ғаиләлә үҫә, бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә, шуға күрә тормоштоң әсе-сөсөһен күп татый ул. Бала саҡтан белемгә ынтылышы көслө булған үҫмер Монасип мәктәбенең ете класын тамамлағас, 1954 йылда Темәс педагогия училищеһына юллана. Ике йыл белем алғас, уҡыу йорто ябылыу сәбәпле, уға Белорет педагогия училищеһына күсергә тура килә.
Белем алыу һис тә еңел бирелмәй уға. Ярты быуат үтһә лә, ул йылдар Мирза Ғизетдин улының әле лә иҫендә. Хәтерҙән юйылырлыҡ та түгел шул — ниндәй генә нужалар күрергә, ниндәй генә һынауҙар аша үтергә тура килмәй үҫмергә.
Училищены тамамлап, Бөрйән районында балалар уҡытып йөрөгән саҡта, хәрби хеҙмәткә саҡырыу килеп төшә. Төркмәнстанда өс йыл буйы танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә егет. Әрменән ҡайтҡас, тыуған районында башланғыс кластарҙы тикшереүсе инспектор булып эшләй, әммә белемгә ынтылышы уны Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына алып килә. Бында ул үҙе өсөн тарих тип аталған серле донъяны аса. Студент йылдарында уҡ Мирза этнограф булырға ҡарар итә. Әммә тормош һин теләгәнсә генә бармай шул, уҡыу йортон уңышлы тамамлаған егет тәүҙә Белорет районының Асы урта мәктәбендә завуч булып эшләй, һуңынан Стәрлетамаҡ районында Бүреҡаҙған урта мәктәбендә балаларға тарихтан белем бирә. Ауыл уҡытыусыһы Мирза Муллағоловты алдынғы ҡарашлы, инициативалы, тырыш булғаны өсөн бөтәһе лә хөрмәт итә.
Уҡытыусылыҡ эше менән бер рәттән Мирза Ғизетдин улы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, көнкүреше менән ҡыҙыҡһыныуын дауам итә, Раил Ғүмәр улы Кузеев менән хат алыша, Өфөнән кәрәкле китаптар, журналдар алдыра.
Раил Кузеев, үҙенең элекке студентының һаман да этнография менән ҡыҙыҡһыныуын һиҙеп, Өфөгә эшкә саҡыра. Егет Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ең һыҙғанып эш башлай. Уны этнографияла быға тиклем аҙ өйрәнелгән йүнәлештәр ҡыҙыҡһындыра. Тәүге йылдан уҡ төпкөл башҡорт ауылдарына экспедицияға юллана, һәр ерҙә башҡорттарҙың кәсепселеге, хужалыҡ итеү, транспорт саралары тураһында мәғлүмәт туплай башлай. "Мин булмаған ауылды табыуы ҡыйын, сөнки 500-ҙән ашыу урында булдым. Һәр ерҙә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алдылар, йылмайып оҙаттылар. Яратҡан һөнәр бер ҡасан да ялҡытмай", — ти ғалим бөгөн дә.
Һәр ваҡыт экспедициялар, көндәлек фәнни эш менән мәшғүл Мирза Ғизетдин улы Муллағоловты бөгөн сағыштырмаса әҙ өйрәнелгән башҡорт халҡының кәсебе, хужалығы, транспорт саралары өлкәһендә төп белгес тип тулы ышаныс менән атарға була.
Мирза Ғизетдин улы кандидатлыҡ диссертацияһын да "Башҡорт халҡының транспорты. ХIХ — ХХ быуат башы" тип атай һәм уны Санкт-Петербург ҡалаһының Бөйөк Петр исемендәге антропология һәм этнография музейында уңышлы яҡлай. Шунан һуң ул йылдар дауамында тупланған материалдарынан, "Башҡорт халҡының транспорты. ХIХ — ХХ быуат башы", "Башҡорттарҙың урман кәсебе. ХIХ — ХХ быуат башы", "Лесные промыслы башкир. Конец ХIХ — начало ХХ в.в." тип исемләнгән китаптар баҫтырҙы.
Бынан тыш, ғалим халыҡтың емеш-еләк, шифалы үҫемлектәр йыйыуын, шулай уҡ балыҡсылыҡты өйрәнеп, "Собирательство и рыболовство у башкир" тип аталған эш яҙҙы. Был хеҙмәттәр барыһы ла ғилми яҡтан юғары баһалана.
Бөгөн этнография буйынса тәфсирләп, ваҡ ҡына деталдәргә лә тәрән иғтибар биреп яҙылған, һәр һүҙе ентекләп уйланылған, раҫланған факттарҙан ғына торған эш ҡулға килеп эләкһә: "Был — Муллағолов", — тип тулы ышаныс менән әйтергә була.
Мирза Ғизетдин улы хаҡында һөйләгәндә, уның Археология һәм этнография академик музейын ойоштороуға индергән өлөшө тураһында әйтмәһәң, яҙыҡ булыр. Ни тиһәң дә, бик күп экспонат тап уның тырышлығы менән табылған бит. Ул бөгөн дә эҙләнеү өҫтөндә — әле башҡорттарҙың һунарсылыҡ кәсебен өйрәнә. Тимәк, Мирза Ғизетдин улы Муллағоловты яңы экспедициялар, яңы осрашыуҙар һәм аралашыуҙар, яңы асыштар көтә. Ғалим өсөн ошонан да олораҡ бәхет булыуы мөмкинме инде!?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 20

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 28

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 26

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

2025 йылдың 1 сентябренән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 34

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 25

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 38

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 36

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 33

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 32