Май байрамы алдынан ағайымдың бәләкәс улы Иршат: "Нурия апай, атайым янына ҡайтып килергә теләгең бармы?" — тип шылтыратты. Йөрәгем "жыу" итеп ҡалды, сөнки оло ағайым Шамил күптән инде ҡаты ауырый. Бөтөнләй насарланып киттеме икән әллә тип борсолоп, бер секунд та уйлап тормай: "Ҡайтам, ҡайтам", — тип яуап бирҙем. 3 майҙа иртүк юлға сыҡтыҡ, һәйбәт кенә ҡайтып еттек.
Маҡар — минең өсөн ҡәҙерле ауыл. Ошонда үҫтем, белем алдым, бала сағымды, йәшлегемде үткәрҙем. Шуның өсөн мин: "Маҡарға ҡайтам", — тип һөйләйем, "Маҡарға барып киләйем әле", — тиергә телем әйләнмәй.
Йортҡа керҙек. Ағайыбыҙ түшәгендә йоҡомһорап ята. Ипләп кенә янына ултырҙым. Башын һыйпап, күкрәгемә ҡыҫам. Күҙемдән бер туҡтамай йәш аға, сөнки ул мине танымай. Һаман үҙемдең хәбәремде һөйләйем, уның хәлен һорашам, Мәғәфүр кейәүенең сәләмдәрен еткерәм... Шунан ағайым, ҡапыл уянып киткән кешене хәтерләтеп, мине танығанын белдерҙе. "Нурия туғаным", — тип шатланып илап ебәрҙе. Ишембай ҡалаһынан Шамил ағайымдың оло улы Мансур ҙа, ейәне Рөстәм дә ҡайтҡан. Шулай улар күмәкләшеп донъя көтә. Кемдер ихата таҙарта, Иршат туғаным бал ҡорто менән булыша (унда умарталары бар). Мансур аш бешерә. Ғөмүмән, ағайымдың улдарының ҡулынан килмәгән эш юҡ. Улар бәләкәй саҡтан бесәнен дә сапты, утынын да ярҙы, баҡсаһын да ҡараны. Кәрәк булһа, һыйыр һауҙы, кер, иҙән йыуҙы. Шул уҡ ваҡытта барыһы ла яҡшы уҡыны, барыһы ла юғары белемле. Гөлбикә еңгәбеҙ вафат булғас, атайҙарына хәстәрлекте бигерәк арттырҙылар. Һуңғы ярты йылда ейәнсәре Ләйсән олатаһына бик ҙур ярҙам күрһәтте.
Ләкин ғүмер үҙенекен итә. Күпме дауалап хәстәрләһәләр ҙә, ағайыбыҙҙың хәле алға барырлыҡ түгел ине. Өфөгә бик әрнеп юл тоттоҡ.
Минең аяғым һыҙлай. Бик ауырлыҡ менән йөрөйөм. Шул һыҙланыуҙар әҙерәк баҫылмаҫмы тип, ҡыҙым Айгөл Чехияның Карловы Вары курортына алып барырға булды. Бер ҙә юлға сыҡҡым килмәне. Шулай ҙа өгөтләп күндерҙеләр. Мәскәүҙән Шамил ағайымдың улы Илдар ҙа атаһы янына ҡайтҡас, бер аҙ тынысланғандай булдым, сөнки туғаным — табип. 22 майҙа Прагаға остоҡ. Карловы Варыла яҡшы дауа алдым. Файҙаһы тейгән һымаҡ тойолдо. Ҡайтыр ваҡыт та етте. Ниһайәт, Өфөләбеҙ. Тик ни өсөндөр Мәғәфүремдең кәйефе юҡ һымаҡ. Беҙ 5 июндә килеп төштөк, ә Мәғәфүр 4 июндә Шамил ағайымды һуңғы юлға оҙатып ҡайтҡан икән. Мин ҡаттым да ҡалдым. Ниңә ҡәҙерле ағайымды һуңғы юлға оҙата алманым, ни өсөн аҙаҡҡы минуттарында эргәһендә булманым?! Бик яратып, мөмкин тиклем иғтибар күрһәтеп йәшәнем бит. Уның алдында берәй ғәйебем булдымы, әллә Хоҙай Тәғәлә, ағайымды ныҡ яратҡанымды белеп, ҡара ер менән ҡапланғанын күрһәтергә теләмәнеме икән?
Күпме генә өҙгөләнһәм дә, хәҙер яуап табып булмай. Ҡәҙерле атаһын һуңғы юлға оҙатырға Белоруссиянан ағайымдың икенсе улы Миңнияр ҙа ҡайтҡайны. Ул — хәрби летчик, полковник. Ата-әсәһенең хәлен белергә ҡайтҡан һайын миңә лә килә. Хәл-әхүәлемде белешә. Йылмайып килеп инә, күстәнәстәрен тоттора. Сәғәттәр буйы хәлдәребеҙҙе һөйләшәбеҙ. Әле лә алсаҡ ине. Тик ваҡыты бик ҡыҫҡа булды. Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Үҙенең техникумға ҡайтҡандағы йылы хәтирәләрен иҫенә төшөрҙө. "Атайым менән әсәйем шым ғына һөйләшеп ултыра, мин йоҡлап ятам, ишетмәй тип уйлайҙарҙыр инде. Әсәйем: "Егет ҙурайҙы, яңы пальто алырға кәрәк", — ти. Атайым шым ғына: "Эйе шул, Гөлбикә, өҫтө бөтөн йөрөһөн кеше араһында", — тип хуплай.
Миңнияр туғаныма аэропортҡа китергә ваҡыт етте. Ишек янына килеп баҫтыҡ. Икебеҙҙең дә күҙҙән субырлап йәш аға. Ул, миңә күрһәтмәҫкә тырышып, башын аҫҡа эйә. Минең туғаным Миңнияр, әзмәүерҙәй ир, һәләк булған күпме хәрбиҙәрҙе күрҙе. Ул — заманында Афғанстанға иң тәүге булып кергән летчиктарҙың береһе. Әммә ҡәҙерле атаһын юғалтҡас, шундай көслө кеше лә күҙ йәшен тыя алманы. Ул Белоруссияға осто. Ә мин Шамил ағайыма бәйле хәтирәләремә сумдым.
Бәләкәйҙән хәтерем яҡшы булһа ла, Шамил ағайымдың малай ғына булып йөрөгәнен иҫләмәйем. Ул күҙ алдымда гел көслө егет, һуңынан көслө ир-уҙаман булып ҡалған. Сөнки һуғыш йылдарында үҫкән малайҙарға бик ҙур яуаплылыҡ күтәрергә тура килде. Ул күп һөйләшмәҫ, әйтһә, уйлап ҡына бер әйтер кеше булды. Беҙ үҫкәндә әсәй менән бергә Мәрйәм апайым һәм Шамил ағайым, Камил тормоштоң ауыр йөгөн бергә һөйрәне. Әсәйемдең хәтирәләре буйынса, Шамил ағайым йорт эштәрен генә түгел, өлкән ир-ат башҡара торғанын да үтәргә тырышҡан. 11 йәштән ирҙәр менән бергә ағас ҡырҡҡан, нормаһын тултырған. Шунлыҡтан ирҙәргә бирә торған паекты уға ла бирер булғандар. Ғаилә астан үлмәһен тип, көсөнән килгәнен дә, килмәгәнен дә эшләгән. Уҡыусы ғына көйөнә уны лесхозға эшсе итеп алалар. Артабан ат ҡараусы була. Уның бик уҡығыһы килә. Хыялын тормошҡа ашырыр өсөн 1947 йылда Шишмә районында урынлашҡан урман мәктәбенә (техникум) китә.
Ул уҡырға юлланғас, беҙгә бөтөнләй йәшәүе ауырлашты. Унда Шамил ағайым да аслыҡтан йонсой. Аҙыҡ-түлек табырлыҡ мөмкинлек юҡ. Беҙҙе лә йәлләй. Шулай, түҙмәй, уҡыуын ташлап ҡайтырға була. Ишембай ҡалаһындағы әсәйемдең бер туған һеңлеләренә килеп туҡтала. Маҡарға тиклем тағы 40 саҡрым йәйәү атларға кәрәк бит әле. Шул көн, аҙыҡ-түлек юллап, Маҡарҙан һеңлеһенә әсәйем килеп керә. Ағайымды күреп, әсәйем аптырауға ҡала. Әсәйемдең бар теләге — балаларҙы белемле итеү. Шамил ағайым менән ныҡлап кәңәшләшкәс: "Беҙ нисек тә йәшәрбеҙ, һин уҡыуыңды дауам ит", — тип тынысландыра. Булған аҙыҡ-түлеген, аҡсаһын биреп, уны кире Шишмәгә оҙата.
Ағайым 1949 йылда техникумды уңышлы тамамлап ҡайта һәм Ишембай районының Һәләүек урман хужалығында эш башлай. Унан һуң уны Ҡолғонаға тәғәйенләйҙәр. Лесничий, Ишембай районының сәнәғәт комбинатында баш инженер була. Артабан уҡырға теләй. Ленинградҡа алты айлыҡ курсҡа барып ҡайта. Был ғына уға аҙ тойола. Йошкар-Ола ҡалаһындағы Максим Горький исемендәге политехник институттың урман хужалығы факультетын тамамлай. Хәйер, был да еңел булмай. Ул арала өйләнә. Береһенән-береһе матур биш ир бала тыуа. Уларҙы ашатырға, кейендерергә, уҡытырға, тәрбиәләргә кәрәк. Йортон да ҙурайтып һалаһы бар. Ауыл ерендә йәшәгәс, кәрәкле китаптарҙы ла табыуы ҡыйын. Институт программаһы буйынса әҙерләнер өсөн бер уҡыу әсбабы ла юҡ.
Отпуск алып, Йошкар-Олаға китә. Көнө-төнө ултырып, контроль эштәрен эшләй, проекттарын әҙерләй, имтихандарын 4-5-кә генә тапшыра. Йошкар-Оланан ҡайтышлай беҙҙә туҡталды. Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ. Һөйләшеп туя алмайбыҙ. Мин һорау бирәм: "Шамил ағай, бер әҙерлекһеҙ барып, бер ай эсендә шул тиклем эш атҡарғанһың, имтихандарыңды уңышлы тапшырғанһың", — тип аптырайым.
Ул тыныс ҡына йылмайып яуап бирә: "Унда күпме кешегә ярҙам иттем әле", — ти. Институтты тамамлағас, уны Урман хужалығы министрлығына эшкә саҡырҙылар. Ризалашманы: "Улдарымды ауыл ерендә үҫтерәм", — тине. Дөрөҫ эшләне. Гөлбикә еңгәм менән бергә бынамын тигән биш ул үҫтерҙеләр. Барыһына ла юғары белем бирҙеләр.
1975 йылда уны Ишембай леспромхозының директоры итеп тәғәйенләнеләр. Башкөлләй эшкә сумды. Унда 1987 йылға тиклем эшләне. Бик ҡаты ауырып китте. Ике мәртәбә инфаркт кисерҙе. Шунан һуң еңелерәк эшкә күсеп, хаҡлы ялға сыҡты. Йәш сағында бик көслө, дыуамал булды. Һабантуйҙарҙан әллә күпме бүләк алып ҡайта ине. Гер күтәрәме, йүгерәме, көрәшәме — ул һәр саҡ еңеүсе.
Һунар менән дә кинәнеп шөғөлләнде. Ун туғыҙ айыу ауланы. Урмандан алып ҡайтҡан ҡош-ҡортоноң иҫәбе-һаны юҡ ине. Ул бар булмышы менән урман кешеһе, тәбиғәт балаһы булды. Ағастарға, үҫемлектәргә фәнни ҡараш менән йәшәне. Балаларына ла шул тәрбиәне бирҙе. 2011 йылдың 9 июлендә ағайыбыҙға 80 йәш тулды. Уны юбилей менән ҡотларға барлыҡ туғандары, балалары ҡайтты.
Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин, республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин ҡәҙерлебеҙҙе — Ишембай районының абруйлы урмансыһын 80 йәшлек юбилейы менән Маҡар ауылына йәшәгән йортона килеп ҡотланы. Шамил ағайым бындай иғтибарға лайыҡлы кеше ине. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшһеҙ торманы. Умартасылыҡ менән бик ихлас шөғөлләнде. Ғүмер буйы Маҡар, Ҡолғона урмандарын арҡырыға-буйға йәйәүләп тә, һыбай ҙа нисәмә тапҡырҙар гиҙгәндер... Үҙ ғүмерендә нисә ағас ултыртҡанын иҫәпләп бөтөү мөмкин түгел. Ә ниндәй уландар үҫтерҙе! Уларға һоҡланмаған кеше юҡ. Уландарын шул тиклем оло ихтирам менән тәрбиәләнеләр. Шул тәрбиә арҡаһында ауырыуы ниндәй көслө булһа ла, һаман йәшәргә тырышты.
Шамил ағайымдың беҙҙе ҡалдырып китеүен Мейәс ҡалаһында йәшәгән, 85-се йәше менән барған Мәрйәм апайым бик ауыр кисерҙе. Уның менән был көндәрҙә телефон аша аралашып торабыҙ. Һәр һөйләшкәндә бала саҡты иҫенә төшөрә. Уларҙың йәш аралары өс кенә йыл. Бар ауырлыҡты ла, шатлыҡты ла бергә үткәргәндәр. Апайым Шамил ағайымдың үҙен бәһлеүән кеүек тотоуын, бер нәмәнән дә ҡурҡмауын, һәр эшкә бик яуаплы ҡарауын, ғаилә өсөн ғүмер буйы ҙур терәк булыуын иҫкә ала. Ҡәҙерле ағайым тәбиғәтте, тормошто яратып йәшәне. Шул тормошто матурлар өсөн көсөн йәлләмәне. Матур-матур йорттар һалды. Гектар-гектар урман ултыртты, уларҙы тәрбиәләне. Туғандарының тормошон да көсө еткәнсә хәстәрләп йәшәне. Уның ғүмере ошо шиғырҙағы кеүек:
Һинең йәшәйештең үҙ ҡануны:
Кеше хәстәрҙәре — иң элек.
Бар булмышың — янып хеҙмәт итеү,
Бар булмышың — ҡылыу изгелек.
Һинең изгелектәреңә яуап итеп, һуңғы юлға оҙатырға бар ауыл халҡы йыйылды. Йыраҡ-йыраҡ төбәктәрҙән туғандарың, балаларың, дуҫ-иштәрең килде. Дәһшәтле йылдарҙа ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәгенең өсөн барлыҡ нәҫелдән, ҡәҙерле ағайым Шамил, ҙур рәхмәт һиңә!