Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер миллион кәрәкме?
Бер миллион кәрәкме?Эскелек күптән тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ яман бер күренеше булып аңыбыҙға һеңгән шикелле. Телевизорҙы асһаң — эсәләр, урамда "ҡырын тейәгәндәр" быуа быуырлыҡ. Шуныһы ҡурҡыныс: уның тамыры яйлап үҫмерҙәрҙе ялмай. Алкоголде пропагандалау — халыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән юлдарҙың береһелер. Был ҡара ниәт хәҙер еңел генә алкоголь, наркотик, тәмәке ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.

Рәсәйҙә йылына эскенән 800 меңдән ашыу, тәмәкенән — 400 мең, наркотиктарҙан 100 мең самаһы кеше үлә. Иҫерек килеш яһалған енәйәттәр, юл-транспорт фажиғәләренән һәләк булғандарҙы ҡушһаҡ, һандар ҡот осорлоҡ. Һуңғы йылдарҙа был ҙур бәләгә әүерелде. Унан ҡотолоу юлы бармы? Ошо һорауға яуапты бергәләп эҙләне "Айыҡ ауыл-2013" конкурсында ҡатнашыусылар.
Быйылғы сарала 87 ауыл ҡатнаша. Бер-береһе менән танышырға, тәжрибә уртаҡлашырға килгән ошо ауыл вәкилдәре алдында аныҡ бурыстар ҡуйылды. Бер миллион кәрәкме?Улар халыҡты, айырыуса үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе эскелек афәтенән һаҡлап ҡалыу сараларын күрергә тейеш. Конкурс шарттарында төрлө номинациялар ҡаралған: "Ғаилә институтын һаҡлау буйынса эшмәкәрлектең иң яҡшы һөҙөмтәләре", "Халыҡтың әүҙемлеген арттырыу буйынса иң яҡшы тәжрибә", "Милли-мәҙәни эшмәкәрлектә һәм ауыл йолаларын үҫтереүҙә иң яҡшы ҡаҙаныштар", "Айыҡ (сәләмәт) йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы тәжрибә", "Ауыл тураһында иң яҡшы фото-видеорепортаж". Еңеүсе ауылға аҡсалата бирелгән бүләктең күләме лә артҡан — ул хәҙер бер миллион һум. Тик йыйылыусыларҙың береһе лә бында отчет өсөн килмәгән, уларҙың маҡсаты ла бүләк алыу түгел. Был кешеләр бер уй менән яна: халыҡ араһында эскелек кеүек яман ғәҙәтте бөтөрөү.
Башҡортостандың был тәңгәлдәге эше менән танышырға Удмурт һәм Татарстан республикалары, Силәбе өлкәһе делегацияһы килде. Ҡунаҡтар беҙҙең тәжрибә менән танышты һәм тиҙ арала айыҡ тормош алып барыусылар рәтенә баҫырға һүҙ бирҙе. Конкурста ҡатнашыусылар алдында Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты ректоры, профессор Виктор Ефимов сығыш яһаны. Уның ҡыҙыҡлы миҫалдарын тыңлағандан һуң, сарала ҡатнашыусылар уға һорауҙар яуҙырҙы.
Быйыл йәнә старт алған конкурстың һөҙөмтәләре булһын тигән теләктә хушлаштыҡ сараға килеүселәр менән.

Розалия менән Рәзилә ӘСӘҘУЛЛИНАЛАР, Ауырғазы районы, Үтәймулла ауылы:
— Конкурс тураһында уҡып барҙыҡ, быйыл иһә үҙебеҙ ҙә ҡатнашырға булдыҡ. Ауылда йәмғеһе 120 ихата, 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Заман шауҡымы беҙгә лә ҡағылды. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре был бәлә менән көрәшеү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Мәҫәлән, мәсетебеҙҙең имам-хатибы Фуат Ғибәҙуллин, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Фәнүр Ибраһимов байтаҡ эш башҡара. Фельдшерыбыҙ Әлфиә Ибраһимова ауыл Советы менән берлектә тиҫтәгә яҡын кешене дауалап, айыҡ тормошҡа баҫтырҙы. Участка полицейскийы көмөшкәселәр менән көрәшә. Халыҡты сәләмәт тормош алып барырға өндәгән төрлө саралар үткәреп торабыҙ. Улар үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Линиза СӘҒӘҘИЕВА, Әбйәлил районы:
— Был сараға быйыл районыбыҙҙың Рәхмәт ауылы ҡушылды. Ғөмүмән, төбәктә башланғысты хуплап ҡабул итте халыҡ. Был ҡыуандыра. Айыҡлыҡ хәрәкәтенең Әбйәлилдә башланыуын да билдәләп үтке килә. Һәйетҡол ауылы үткәргән акция бөтә республикаға таралды. Районда аҙнаһы бер-ике айыҡ туй үтә. Йәштәрҙең яңы тормош юлын ошолай матур итеп башлауҙары һәйбәт. Дөрөҫөн генә әйткәндә, халыҡ эскелектән ялҡҡан һәм был акцияға рухи терәк эҙләп ҡушыла. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе булараҡ, мине ҡатын-ҡыҙҙың эскелеге борсой. Был йәмһеҙ күренеш менән әүҙем көрәш алып барабыҙ.

Регина менән Илһам ИМАЕВТАР,
Иглин районы, Үктәй ауыл Советы:
— Тормош иптәшем Регина мәктәптә информатика уҡытыусыһы булып эшләй, һәр башланғысымды ихлас ҡабул итә. Был акцияға тәүгә ҡушылдыҡ. Ауыл Советына биш ауыл: Үктәй, Һарт-Лабау, Келәш, Иҫке Ҡарашиҙе ҡарай, 1600 кеше йәшәй. Беҙҙең маҡсат — эскелекте тыйыу түгел, айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау. Төрлө саралар үткәрәбеҙ, ауыл халҡының тормошон йәнләндереү өсөн тырышабыҙ. Эсмәгән ғаиләләрҙең өйөнә ике һыҙыҡ менән һыҙылған рюмка төшөрөлгән билдә ҡуябыҙ. Уны иң беренсе үҙебеҙҙең өйҙөң ҡапҡаһына элдек.

Исрафил ЙӘНСӘЙЕТОВ,
Әбйәлил районы, Рәхмәт ауыл Советы депутаты:
— Рәхмәт — Күбәләк ырыуының иң боронғо ауылдарының береһе. Республикала был исемде йөрөткән башҡа бер ауыл да юҡ. Унда ете урам бар, 370 кеше йәшәй. Халыҡ тырыш, етеш тормош көтә. 11 йыллыҡ мәктәп эшләй. Әммә һәр ерҙәге кеүек үк, эш мәсьәләһе бәкәлгә һуға. Йәштәр аҡса эшләйем тип, Магнитогорск, Белорет ҡалаларына, Себер тарафтарына сығып китә. Ауылда балта оҫталары күп, мал-тыуар аҫрап донъя көтәләр. Халыҡты саҡырып йыйын үткәргәндә, ошо акцияға ҡушылырға ҡарар иттек. Бергәләп дәррәү күтәрелгәндә генә, был замана афәтен еңеп буласаҡ.

Айрат АЛТЫНБАЕВ,
Ишембай районы, Көҙән ауылы хакимиәте башлығы:
— Акцияға тәүгә ҡушылабыҙ. Ауылда 1100 кеше ғүмер итә, 11 йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, мәсет эшләй. "Рәсәй" крәҫтиән (фермер) хужалығында 40 кешегә эш урыны булдырылды. “Оҙон” аҡса артынан Себергә юлланыусылар ҙа бар. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр күп, ишле мал тоталар. Мәсетебеҙҙең имам-хатибы Урал хәҙрәт тайғаҡ юлға баҫҡан кешеләр менән ихлас эшләй, аңлатып, һөйләшеп, ярҙам ҡулы һуҙа. Ауылда эскелеккә ҡаршы алып барылған көрәште ойоштороусы ла, әйҙәүсе лә ул. Һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙың да рюмкаға үрелеүе беҙҙе борсой. Әле ауыл Советы биләмәһендә төндә спиртлы эсемлек һатыусыларға ҡаршы көрәш астыҡ. Ул үҙ һөҙөмтәһен бирер тип ышанабыҙ.

Рәфил ТАҺИРОВ, Илгиз СОЛТАНҒОЛОВ, Илгиз ҠАШҠАРОВ, Йылайыр районының Һабыр ауыл Советы вәкилдәре:
— Эскелеккә ҡаршы көрәште өс йыл элек башланыҡ. Ошо ваҡытта ауыл күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Халыҡ сит ил машиналарында йөрөй, тракторҙар һатып ала. Нуретдин Иҙелбаев, уның улы Ғәли, ауыл старостаһы Зөфәр Ҡыҙрасовтар, бер көс булып тупланып, халыҡты айыҡ тормош алып барыуға өндәй. Нисек кенә булмаһын, йәш быуынды тәрбиәләүгә күп көс һалабыҙ. Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух тигәндәй, мәктәп уҡыусыларын спортҡа ылыҡтырыу эшен йәнләндереп ебәрҙек.

Әлфинур менән Хәлил БУЛАТОВТАР,
Баймаҡ районы, Янғаҙы ауылы:
— Әлфинур ауыл Советының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләй, мин — ауыл Советы башлығы. Беҙҙең биләмәлә өс ауыл, һәр береһендә мәсет бар. Янғаҙылар ҙа тиҙҙән мәсет төҙөп бөтәсәк. Был эште ауыл халҡы үҙ көсө менән атҡара. "Янғаҙы" йәмғиәте — ауылда төп эш биреүселәрҙең береһе. Етәксеһе Сәғит Урманов ҡыҙыу эш мәлендә юлдан тайпылған эшселәрен дауалап алып ҡайта. Иң ҙур еңеүебеҙ иһә — ауыл биләмәһендә йомала спиртлы эсемлектәрҙе бөтөнләй һатыуға сығармауға өлгәштек. Ике шәхси эшҡыуарҙың магазины бар. Улар менән һөйләшеп, аңлашып ошо ҡарарҙы ҡабул иттек. Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдермәй, киреһенсә, хуплай ғына.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә