Ананйы ҡәбиләләре
Ҡара-абыҙ мәҙәни ҡомартҡылары материалдары яғынан бик бай, төрлө төркөмдән тора. Археологтар аңлатыуынса, был күренеш ошо мәҙәниәттең барлыҡҡа килеүендә бер нисә ҙур этник төркөм ҡатнашҡан. Шулар иҫәбенә ананйы исемле бик ҙур ҡәбилә төркөмө инә. Исеме иһә Түбәнге Кама буйында урынлашҡан Ананйы ауылы эргәһендәге ҡәберлектән алынған.
Ананйы археологик мәҙәниәте — сағыштырмаса һәйбәт тикшерелгән тема. Ул яңы эраға тиклемге VIII — II быуаттарҙа Кама йылғаһының бөтә ағымы, шул иҫәптән ҡушымталарын эсенә алған ҙур биләмәлә таралған булған. Унда Ағиҙел йылғаһының түбәнге һәм урта ағымында булған ерҙәр инә. Ананйы ҡәбиләләр мәҙәниәтенә түбәндә әйтеләсәк һыҙаттар хас.
Ананйылар ҡара-абыҙ һәм пьяноборсылар һымаҡ йөҙәрләгән ҡаласыҡтар, асыҡ ауылдар һәм һай ғына соҡорҙарҙан торған ҡәберлектәр ҡалдырған. Уларҙа баҡыр-еҙ балталар, тимер бысаҡтар, һөңгө баштары, хәнйәрҙәр,ҡайһы бер биҙәнеү әйберҙәре осрай. Ләкин табыштар араһында ананйы мәҙәниәте өсөн киң ауыҙлы, йомро төплө бәләкәс кенә балсыҡ көршәктәр ҙә хас. Уларҙың иң үҙенсәлекле һыҙаты — муйындары тирәһенән нәҙек кенә еп-бау һәм ваҡ ҡына түңәрәк соҡорҙар һүрәтләнеше төшөрөлгән биҙәк.
Һунарсылыҡ, йорт хайуандарын үрсетеү ананйыларҙың төп кәсебе булған. Күренекле боронғо грек тарихсыһы Геродот, Волганың төньяҡ-көнсығышында урманлы яҡтарҙа һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән фиссагет исемле ҡәбиләләр йәшәгән, тип яҙған. Археологтар берҙәм Геродот был осраҡта ананйыларҙы күҙ уңында тотҡан, тип уйлай.
Ананйыларға хас биҙәгендә еп эҙҙәре булған балсыҡ көршәктәр ҡара-абыҙ һәм пьянобор ҡаласыҡтарында ла осрай, һәм был хәл бөтә археологтарҙы ананйылар Ағиҙел һәм Кама буйҙарында даими рәүештә йәшәгән тигән фекер менән ризалашырға мәжбүр итә. Ләкин быны асыҡлай торған мөмкинлектәр юҡ түгел. Мәҫәлән, ҡара-абыҙ һәм пьянобор ҡәберлектәрендә ундай көршәктәр бер ҙә осрамай, ә ҡаласыҡтарҙағы ер ҡатламдарында табылған көршәк ярсыҡтарының йәшен асыҡ ҡына билдәләү ауыр. Ошо борсолоулы күҙәтеүҙәр ананйылар Ағиҙел һәм Урта Кама буйҙарына Түбәнге Кама яғынан тимер быуаттың башында ғына (яңы эраға тиклемге VIII — VI быуаттарҙа) килеп йәшәгәндәрҙер тип әйтергә мәжбүр итә. Әлеге фекергә дәлил рәүешендә бер факт тураһында яҙмау яҙыҡ булыр һымаҡ. Күренекле ғалимыбыҙ А.Х. Пшеничнюк үҙенең хеҙмәттәрендә, ананйлыларға хас көршәк китектәре Биктимер ҡаласығында ҡалынлығы 2,5 метр булған ер ҡатламдарының иң төбөндә генә осрай тип яҙа. Был фактҡа күҙ йомоп ҡарарға ярамай. Ананйы көршәктәренең табыштарға бай ҡәберлектәрҙә осрамағанын һәм шуға күрә уларҙың йәшен асыҡ ҡына билдәләй алмағаныбыҙҙы иҫәпкә алғанда, Биктимер ҡаласығындағы фактҡа таянып, ананйыларҙың Урал яҡтарына тимер быуаттың баштарында ғына килеп-китеп йөрөгәндер, тигән уй урынлы булыуы мөмкин.
Тарих һәм тел фәндәрендә ананйы ҡәбиләләрен хәҙер фин-уғыр тел системаһының фин төркөмөнә ҡараған халыҡтарҙың (мари, удмурт, мордва, комиҙар) иң боронғо ата-бабалары булған тигән фекер киң таралған. Ләкин ул дәлилләү яғынан бәхәсле күренә. Мәҫәлән, Каманың түбәнге ағымында йәшәгән ананйылар араһында кеше баштарының үҙенсәлеге буйынса, монгол төркөмөнә ҡараған халыҡ йәшәгәнлеге билдәле. Ошондай мәғлүмәттәр нигеҙендә, 1953—1958 йылдарҙа Өфөлә эшләгән күренекле ғалим, боронғо ғәрәп яҙыуҙары белгесе Гарун Вәли улы Йосопов (миңә 1956—1958 йылдарҙа уның менән бергә эшләү бәхете тейҙе), ананйы ҡәбиләләре араһында боронғо төрки телендә һөйләшкәндәр ҙә булған, тип яҙҙы. Һәр хәлдә ананйыларҙың сығышы һәм артабанғы яҙмышы өҫтәмә тикшереүҙәр талап итә.
Ҡара-абыҙҙар һәм яйыҡтар
Ҡара-абыҙҙар тураһында мөһим фекерҙәр әле әйтеп бөтөлмәгән һәм шуға күрә уларҙың тарихына әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Ҡомартҡыларының таралыу картаһына ҡарағанда, уларҙың Ағиҙел йылғаһының бейек уң яҡ ярында йәшәгәнлеге күренә, ә һул ярындағы сикһеҙ урманлы ялан ерҙәр ысын яйыҡтарҙың һанһыҙ малдары өсөн көтөүлек рәүешендә файҙаланылған. Был һығымта Ағиҙелдең һул ярында, ҡара-абыҙҙарҙың Охлебинин, Шипов ҡаласыҡтары, ҡәберлектәренең яҡын ғына ҡаршыһында яйыҡтарҙың убалары урынлашыуына нигеҙләнгән. Миҫал өсөн Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылы биләмәһендә һәм яҡын баҫыуҙа урынлашҡан 20 убаны күрһәтеү ҙә етә.
Иҫке Ҡыйышҡы убаларын 1934 йылда Уралдың күренекле археологтары П.А. Дмитриев һәм К.В. Сальников асты, ә уларҙы ныҡлап тикшереү 1957—1958 йылдарҙа М.Х. Садиҡова тарафынан атҡарылды. Убаларҙың бейеклеге 0,30-1,60 м, диаметры 20-21 метрлы ер өйөмдәренән тора. Һәр убала тәрән итеп соҡолған унлап һәм унан да күберәк ҡәбер урынлашҡан, ҡайһы берҙәре уртала матур итеп йыһазландырылған бай ҡәберҙәрҙе уратып алған; күрәһең, урталағы ҡәберҙә ырыу башлыҡтары күмелгәндер, ә уның эргәһенә үлгән туғандары ерләнгән булғандыр. Ҡәберҙәр табыштарға бик бай булып сыҡты. Ирҙәр ҡәберендә тимер хәнйәрҙәр, өс ҡырлы уҡ башаҡтары, балталар, ҡасауға оҡшаған эш ҡоралдары һәм бысаҡтар табылды. Ә ҡатын-ҡыҙҙар ҡәберендә улар өсөн традицион биҙәнеү әйберҙәре — еҙҙән ҡойолған көҙгөләр, көмөш, алтын алҡалар, быяла мунсаҡтар һәм башҡалар сыға. Бөтә әйберҙәрҙең уртаҡ табыштары булып ҙур булмаған йомро төплө, киң ауыҙлы, биҙәкһеҙ балсыҡ сеүәтәләр иҫәпләнә. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә ҡалҡып торған өҫкө өлөшөндә кәкерсәк формалы һыҙыҡтар бар. Әйтергә кәрәк, ошо ике төр балсыҡ көршәктәрҙе археологтар уба һәм ғафурий төрҙәре тип атай, был шартлы исемдәр тәү башлап Архангел районының Убалар ауылы эргәһендәге убаларҙан һәм Ғафури районының Ҡормантау ауылына яҡын урынлашҡан ҡаласыҡтарҙан алынған. Уларҙың күскен сармат убаларында күпләп табылғанын иҫәпкә алып, алыш-биреш арҡаһында ҡара-абыҙҙар араһында таралған тип аңлаталар. Ошо сеүәтәләрҙең тарихи йәһәттән әһәмиәтен аңлатыр өсөн түбәндәге фактҡа иғтибар итәйек. Улар — Филиппов убаларында табылған төрлө төҫтәге алтын тәңкәләр менән биҙәкләнгән ағас сеүәтәләрҙең күсермәһе. Филиппов сеүәтәләре яйыҡ хандары өсөн махсус эшләнелгәнен хәтергә төшөрһәк, балсыҡ сеүәтәләрҙе хандар сеүәтәләренә оҡшатып эшләү яйыҡтарҙың быуаттар дауамында төрлө йолаларға бай мәҙәниәтенең бер төрө тип ҡарарға була.
Иҫке Ҡыйышҡы убаларында көтөлмәгән табыштар ҙа булды. Шулар араһында тәү башлап Урта Азия яҡтарында (Кангюй-Хорезм) оҫта көршәкселәр тарафынан станоктарҙа эшләнелгән ҡыҙыл төҫтәге көршәктәр, феләктәргә оҡшаған ҙур һауыттарҙы атарға кәрәктер. Был табыштар — беҙҙең, йәғни Урал яйыҡтарының Кангюй менән даими алып барылған алыш-биреш, этник (туғанлыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек) мөнәсәбәттәренең иң ышаныслы дәлилдәре. Яңылыҡтар иҫәбендә тәрән ҡәбер соҡорҙарының оҙон стенаһы буйлап ләхет формаһында эшләнгән өңдәрҙең булыуы һәм бер ҡатын-ҡыҙҙың ҡәбере өҫтөндә ат һөлдәһенең табылыуын да күрһәтергә кәрәк. Һуңғыһы инде Иҫке Ҡыйышҡы убаларында ерләнгән яйыҡтарҙың, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ысын мәғәнәһендә күсмә, һыбай йөрөүселәр икәнлеген иҫбатлай. Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан һәм Иҫке Ҡыйышҡы убаларына оҡшаған ҡомартҡыларҙың исемлеген күпләп дауам итергә мөмкин, ләкин юғарыла әйтелгәндәре лә ышандырырлыҡ. Иҫке Ҡыйышҡы убаларында табылған кеше һөйәктәрен Мәскәү университеты профессоры М.С. Акимова тикшерҙе. Ул убаларҙа сығышы буйынса Урта Азия яҡтары менән тығыҙ бәйләнгән европеид тибындағы кешеләр ерләнгән тигән һығымта яһай.
Иҫке Ҡыйышҡыла һәм, ғөмүмән, Уралда уларҙың ише булған йөҙәрләгән уба ошоға тиклем, СССР һәм Рәсәй ғалимдарының фекеренсә, Көньяҡ Уралда сарматтар мәҙәниәтенең эталон кимәлендәге ҡомартҡылары иҫәбендә булды. 1977 йылда, билдәле булыуынса, ошо фәнни проблеманы тикшергән абруйлы белгес профессор Константин Федорович был фекерҙең, нигеҙҙә, дөрөҫ булмауын таныны һәм тимер быуат башында Көньяҡ Урал, Яйыҡ йылғаһы далаларында йәшәгән ҡәбиләләргә үҙҙәренең боронғо яҙма документтарҙа тәфсирләнгән (сағылған) ысын яйыҡтар исемен аяҡҡа баҫтырҙы. Хәҙер беҙ ҙә К.Ф. Смирновҡа эйәреп, Иҫке Ҡыйышҡы, Филиппов кеүек, убалар — ошо яйыҡтарҙың тарихи мираҫы, тип шикләнмәйенсә ҡарарға тейешбеҙ.
Уралдың боронғо тарих күҙлегенән сығып фекерләгәндә, ҡара-абыҙ ҡәбиләләре мәҙәниәтенең бөтә миҙгеле буйынса ут күрше булып йәшәгән күскен яйыҡтарҙан ныҡ айырылмай, шуға күрә уларҙы ултыраҡ тормошҡа күскән яйыҡтарҙың бер төркөмө генә тип ҡарарға кәрәктер. Коллегаларымдың киләсәктә ошо фекергә ҡушыласағына ышанам.
Шулай итеп, юғарыла яҙылғандарҙан күренеүенсә, яйыҡ ҡәбиләләре тимер быуат башында йәшәгән Көньяҡ Уралдың аҫаба халҡы булған һәм башҡорт халҡының барлыҡҡа килеүендә иҫ киткес ҙур әһәмиәтле булған. Был ата-бабалыҡ мөнәсәбәттәре урта быуат һәм хәҙерге башҡорттарҙың рухи донъяһында тулы сағылыш тапҡан, шул уҡ ваҡытта күрше алтай халҡының фольклорында ла киң урын алған. Бында ғәжәпләнерлек урын юҡ: документтарҙан күренеүенсә, мең йылдар элек ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында башҡорттарҙың бер өлөшө Алтайға күсеп киткән һәм улар ошо көнгә тиклем боронғо яйыҡтарҙың-башҡорттарҙың йолаларын, фольклорын һаҡлаған, һәм был тарихи материалдар беҙҙең өсөн (боронғо тарихты тикшереүселәргә) бик ҡиммәтле. Был теманы алда буласаҡ мәҡәләләребеҙҙә лә сағылдырырбыҙ әле, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
(Аҙағы. Башы 128, 130-131, 134-се һандарҙа).