Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яйыҡтар — халҡыбыҙҙың иң боронғо ҡәүеме
Саф алтындан торған табыштар араһында беләҙектәр, муйынсаҡтар, (гривня), алҡалар бар. Иң ҡиммәтлеһе булып ауырлығы 1,5 килограмдан ашыу ике тотҡалы көршәк иҫәпләнә. Тотҡалар ҡыр кәзәһенең һынына оҡшатып бик оҫта эшләнгән. Һис шикһеҙ, был көршәк хәҙерге Иран яҡтарынан Уралға алыш-биреш һөҙөмтәһендә килеп кергәндер, уның боронғо Иран ювелиры тарафынан эшләнелгәне шик тыуҙырмаҫҡа тейеш. Сөнки беҙҙең көршәктең ике ише Иранда табылған, береһе — Тегеран, икенсеһе Великобритания (Англия) музейҙарында һаҡлана.
Юғарыла телгә алынған табыштар, шул иҫәптән алтын әйберҙәр 2004—2007 йылдарҙа Л.М. Яблонский тарафынан тикшерелгән Филиппов убаларында ла табылған. Филиппов убаларындағы табыштар тураһындағы матбуғаттағы тәүге хәбәрҙәр СССР, Рәсәй һәм донъя йәмәғәтселеге тарафынан сенсация рәүешендә ҡабул ителде, бөтәһе лә уларҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә тырышты. Ләкин ҡаҙыныу эштәре ваҡытында бульдозер емереп, һындырған әйберҙәрҙе бик оҫта ювелирҙар ғына үҙ хәленә ҡайтара алырлыҡ ине. Беҙҙең илдә ундай оҫталар табылманы, эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә Америка Ҡушма Штаттарының Нью-Йорктағы Метрополитен музейы менән килешеү төҙөлдө, һәм бөтә алтын әйберҙәр уларға ебәрелде.
Реставрациялау, йәғни элекке хәлгә ҡайтарыу, йылдан ашыу ваҡыт талап итте, һәм был эш бөткәс, 2000 йылда Нью-Йоркта Метрополитен музейында "Евразияның алтын боландары" исемле ҙур халыҡ-ара ғилми конференция үткәрелде, һәм миңә Анатолий Харитонович Пшеничнюк менән унда ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Конференцияла, ғөмүмән Нью-Йорктан алған тәьҫораттарҙы тулыһынса уҡыусыға һөйләп тә, яҙып та еткереп булмай. Ҙур музейҙа ойошторолған сарала Филиппов алтындары бөтәһенең иғтибар үҙәгендә булды. Мәҫәлән, 35-40 м2 майҙанлы ете-һигеҙ бүлмәлә оҫта итеп эшләнгән витриналарҙа дүртәр болан һәм башҡа ҡиммәтле табыштар ҡуйылғайны. Уларҙы тамашасылар рәхәтләнеп ҡарап йөрөнө. Шуныһы мине аптыратты: американдар беҙҙең алтын боландарҙың сама менән биш-ете сантиметр ҙурлығындағы һүрәттәрен ҡойоп эшләгәйне, һәм уларҙы теләгән кеше һатып алды. Бер аҙ ваҡыт үткәс, күргәҙмә Санкт-Петербургта, Өфөлә, Мәскәүҙә уҙғарылды, уларҙа республика етәкселәре лә ҡатнашты. Донъя археология фәнендә Филиппов убалары боронғо дәүләт етәкселәренең — атаҡлы хандарҙың ҡәбере тип ҡабул ителгән, һәм был баһа бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Ошо дөйөм фекерҙән сығып, беҙҙә ҙур һәм бай табышлы Филиппов кеүек убаларҙың Уралда күпләп булыуы боронғо яйыҡ олатайҙарҙың иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни тормоштары шаҡтай үҫешкән, бөтә Евразия халыҡтарында танылыу тапҡан дәүләттәре һәм уларҙа идара итерлек атаҡлы хандары булған, тип әйтергә хаҡыбыҙ бар.
Шуныһы, Уралдағы Филиппов убаларына оҡшаған, төҙөлөшө яғынан ҙур, ҡатмарлы һәм бай табыштары булған ҡоролмалар ҡалдырған ҡәбиләләр Ҡара диңгеҙ яры буйҙарында (скифтар), Көньяҡ Ҡаҙағстанда (сактар) һәм Таулы Алтайҙа (алтайҙар) йәшәгән. Уларҙың бөтәһе лә, Урал яйыҡтары һымаҡ йылҡы аҫрап, күсмә тормошта ғүмер кисергән. Хәҙерге донъя фәнендә, нәҡ ошо ҡәбилә төркөмдәре үҙҙәренең тарихи үҫешендә үҙаллы, заманса үҫешкән дәүләт ойошмалары төҙөүгә өлгәшкән, тигән фекер киң таралған. Юғарыла яйыҡтар тураһындағы беҙҙең уйланыуҙар ошо яңы фекерләүҙәргә нигеҙләнгән дә инде. Минеңсә, быға альтернатива юҡ.

Ултыраҡ яйыҡтар

Уралдың урманлы-таулы, дала-урманлы өлөштәрендә, шул иҫәптән Ағиҙел йылғаһы һәм уның бөтә ҡушымталары буйлап ултыраҡ тормошта йәшәгән яйыҡтарҙың өсөнсө этник төркөмө күҙаллана. Улар, дала яҡтарында йәшәгән күсмә яйыҡтарҙан айырмалы, бура өйҙәрҙән торған ауылдар, ҡала-тау, хан-ҡала исемле ҡаласыҡ-ҡәлғәләр төҙөгән. Үлектәрҙе ябай, тәрән булмаған ҡәберҙәрҙә күмгәндәр. Был төркөм ҡомартҡыларҙы археологтар шартлы рәүештә “ҡара-абыҙ культураһы” тип йөрөтә һәм уларҙың йәшен яңы эраға тиклемге VII быуаттан беҙҙең эраның III — IV быуаттары менән билдәләй. "Ҡара-абыҙ" һүҙе Өфө менән Благовещен ҡалаһы араһындағы, Ағиҙелдең уң ярында урынлашҡан ҡаласыҡ-ҡәлғәнең исеменән алынған. Документтарҙан күренеүенсә, унда тормош беҙҙең эраның ХIV — ХV быуаттарына тиклем гөрләп торған, ләкин уның башланғыс осоро тимер быуат башына тура килә.
Ҡара-абыҙ ҡәбиләләренең мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүгә СССР-ҙың күренекле археологтары А.В. Шмидт (30-сы йылдар), профессор А.В. Збруева (50-се йылдар), А.Б. Ахмеров, А.Х. Пшеничнюк, Н.С. Савельев, В.В. Овсянников кеүек ғалимдар ҙур өлөш индерҙе.
Ҡара-абыҙ культураһының ҡомартҡылары Ағиҙел йылғаһының урта ағымында һәйбәт тикшерелгән. Улар араһында Охлебинин, Шипов, Өфө, Биктимер ҡаласыҡтары һәм ҙур күләмле ҡәберлектәрҙән торған комплекстар Ҡара-абыҙ, Бөрө, Ҡормантау, Табын, Воскресенка ҡаласыҡтары — иң билдәлеләре. Улар бер-дүрт метр бейеклектәге ер ҡойма һәм тәрән, киң соҡорҙар менән нығытылған. Был күренеш ҡаласыҡтарҙың оҙаҡ ваҡыт, кәм тигәндә алты-һигеҙ быуат буйы ҡайнап торған тормош үҙәктәре булғанлығы тураһында һөйләй. Ҡаласыҡтар эргәһендәге яр буйҙарында һәр ваҡыт ауыл эҙҙәре булған, ләкин хәҙергә улар тейешле кимәлдә тикшерелмәгән.
Ҡара-абыҙ ҡәбиләләренең ҡәберлектәре үҙҙәренең ҙурлығы, төҙөлөшө яғынан ҡатмарлы, табыштарға бай булыуы менән айырылып тора. Улар исемлегенә Шипов, Охлебинин, Өфө, Өфө II (Башҡорт дәүләт университеты һәм Динамо стадионы биләмәһендә), Биктимер ҡәберлектәре инә. Шипов ҡәберлегендә бик күп уба төркөмдәре булғанлығы ла асыҡланды. Ҡәбер өҫтөнән уба ер өйөмөнөң булыуы унда сығышы менән көньяҡ дала яҡтарынан, был осраҡта яйыҡтар араһынан сыҡҡан кешеләр күмелеүен иҫбатлай. Ләкин ҡәберлектәр үлектәрҙең һәм табыштарҙың ятышы менән үҙ-ара бик яҡын, шуға күрә убалы ҡәберҙәрҙә ерләнгәндәрҙе башҡалары менән туғандаш булып киткән кешеләр төркөмө тип әйтеп була.
Ҡәбер соҡорҙарында үлектәр һуҙып һалынған, ҡайһы берҙәрендә ҡабыҡ эҙҙәре осрай; тимәк, был осраҡта мәрхүмдәрҙе ҡабыҡҡа урап һалғандар. Ҡатын-ҡыҙ ҡәберҙәре биҙәнеү әйберҙәренә — баҡыр-еҙ алҡаларға (алтындары ла бар), беләҙек, йөҙөктәргә, муйынсаҡтарға, мунсаҡтарға төрлө формалы сулпыларға — бай. Бөтә ҡара-абыҙ ҡатын-ҡыҙҙар өҫ кейеменең үҙенсәлеген баҡыр-еҙ тәңкәләр, таралғылар менән биҙәкләнгән киң билбауҙар (кәмәр) билдәләй. Кәмәрҙәр ике яурындан төшкән тәңкәле ҡайыштар менән тоташҡан.
Ирҙәрҙең ҡәберҙәрендә, ғәҙәттәгесә, ҡорал (тимер уҡ баштары, һөңгөләр, хәнйәрҙәр), ат ауыҙлыҡтары, ҡайыш таралғылары осрай. Ҡара-абыҙ кешеләренең күмеү йолаларында түбәндә әйтеләсәк үҙенсәлек археологтарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Ул шунан тора: төрлө тәңкә менән биҙәлгән кәмәрҙәр (билбау) ҡәберҙә үлектең билен уратып, йә өҫтөнә һуҙып һалыу йолаһы киң таралған булған. Башҡортостандың боронғо тарихын тикшереүсе ғалимдарға был йола ифрат мөһим: ул V—VIII быуаттарҙа Башҡортостандың үҙәк һәм төньяҡ райондарында, Урта Кама буйҙарында йәшәгән шартлы рәүештә бахмут исемле ҡәбиләләр өсөн бигерәк хас. Был факт ошо V—VIII быуаттарҙа йәшәгән ҡәбиләләрҙең сығышы яғынан ҡара-абыҙҙар менән ҡан-ҡәрҙәштәр булғанлығы тураһында мәғлүмәт бирә. Тимәк, ҡара-абыҙҙарҙың тоҡомдары бер ҡайҙа китмәгән, VIII—Х быуаттарҙағы башҡорттарҙың формалашыу процесында әүҙем ҡатнашҡан.
Ағиҙел йылғаһы тамағы, Кама йылғаһының урта ағымы тирәһендәге биләмәлә ҡара-абыҙҙарға замандаш, көнкүреш һәм мәҙәни яҡтан уларға бик яҡын "пьянобор" исемле ҡәбилә төркөмдәре йәшәгән. Уларҙың ҡомартҡылары ҡара-абыҙҙарҙыҡы һымаҡ бәләкәй генә ҡаласыҡтарҙан, ауылдарҙан һәм һай соҡорло ҡәберлектәрҙән тора. Төҙөлөштәре һәм табыштары яғынан ҡара-абыҙҙарҙыҡына бик яҡын, ләкин принципиаль булмаған ҡайһы бер айырмалыҡтар бар. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Урал археологтары араһында (А.П. Смирнов, А.Х. Пшеничнюк һ.б.) әле телгә алынған ике төркөм ҡәбиләләр көнкүреше, сығышы һәм артабанғы яҙмышы яғынан бик яҡын туғандаш булған тигән фекер тарихи әҙәбиәттә һәйбәт үҫеш алған.
Пьянобор ҡәбиләләре йәшәгән биләмәлә Каманың уң ярына ҡойған Иж тигән йылға аға. Был йылғаның исеме (гидроним) Яйыҡ йылғаһының унға яҡын әйтелеш варианттарының ҡайһы берҙәренә (Эйек, Ыйыҡ, Ик, Ык) оҡшаш һәм ысынлап та шулай түгел микән тигән фекер мине күптәнән борсой. Быны күҙаллау рәүешендә яҙам; уны асыҡлау тел белгестәренең — топонимистарҙың бурысы.
(Дауамы. Башы 128, 130-131-се һандарҙа).


Автор: Нияз МӘЖИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә