Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көнлөксө хәленән сығырбыҙмы?
Бөгөн һәр түрә үҙен генә хаҡлы тип иҫәпләй: теләһә, эшкә ала, теләмәһә, ҡыуып сығара. Судтар ҙа кеше мәнфәғәтенә битараф — яҡлау табырмын тимә. Советтар илен дә ошо йүнһеҙ хужалар арҡаһында тарҡаттыҡ түгелме ни? Шул вазифалылар миллионлаған кешене ярлылыҡҡа дусар итте, эшһеҙ ҙә, ашһыҙ ҙа, ерһеҙ ҙә ҡалдырҙы. Завод-фабрикаларҙың яңы хужалары тиҙ табылды.

Ялланып эшләгән кешенең ниндәй хоҡуғы булһын? Хеҙмәт хаҡы аҙ, тимәк, ҙур пенсияға ла өмөт юҡ. Эш биреүселәрҙең күбеһе Пенсия фондына иғәнә күсермәй. Көнлөксө булып бил бөккән йәштәрҙе йәлләйем. Хөкүмәт күберәк эш урындары булдырһын ине. Мәшғүллек буйынса етди проекттар әҙерләнергә тейеш. Йәштәрҙе стажһыҙ ҡалдырабыҙ бит, йәмәғәт.
Минималь пенсия түләү — йәнә кешене кәмһетеү тигән һүҙ ул. Ни өсөн пенсиялар араһындағы айырма ҡот осҡос ҙур? Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр йән аҫрау өсөн, сәләмәтлектәре ҡаҡшауға ҡарамаҫтан, эшләргә мәжбүр. Хәленән килә икән, һәр кем эшләһен әйҙә. Әммә уның бер ниндәй хоҡуғы юҡ. Хужаһының ауыҙына ҡарап, йылмайып тормаһа, үҙен эштән ҡыуасаҡтар. Ялыу менән ҡайҙа барһын?
Үҙ тормошомдан бер миҫал килтерергә теләйем. Байтаҡ йыл элек Венгриянан килгән сантехника күргәҙмәһендә булырға яҙҙы. Таҙартыу ҡоролмалары буйынса йомошобоҙ менән мөрәжәғәт иттек. Төп бағыусылары немецтар икән. Дүрт белгестең береһе пенсионер булып сыҡты. Барыһы ла уға "һаман немец телен яҡшы белгән тәржемәсе таба алмайһың" тип ябырыла, әрләшә. Ул беҙҙе оҙатырға сыҡҡанда, үҙенә ярҙам итеүҙе үтенде. Саҡ иламай, меҫкен. "Тәржемәсе таба алмаһам, эштән ҡыуасаҡтар", — тип аҙарына. Иртәгәһенә күршеләге немец теле уҡытыусыһын саҡырып килтерҙек. Төндә ҡарттың йөрәгенә инфаркт булған икән. Венгрҙарға эйәреп, дауаханаға барҙыҡ. Хәле ауыр. "Һауыҡмайынса ҡайтмайым. Венгрияға үҙегеҙ генә юл тотоғоҙ инде. Өфөлә һәйбәт, түләүһеҙ дауалайҙар", — ти. Уларҙың илендә капитализм беҙҙәгенән иртәрәк башланды бит. Дауаханала ятҡан айҙан ашыу ваҡыт эсендә ҡарт беҙгә таҙартыу ҡоролмаларына килгән документтарҙы, проекттарҙы яҡшылап аңлатты. Көслө белгес булып сыҡты. Тамам һауыҡҡас ҡына иленә ҡайтып китте. "Беҙҙә ҡарттарға мөнәсәбәт насар, фирма дауаханала ятҡан көндәр өсөн аҡса түләмәй, страховка юҡ", — тип зарланды танышыбыҙ. Минеңсә, беҙгә лә социализм ҡаҙаныштарынан баш тартмаҫҡа, уларҙы ентекле өйрәнергә кәрәк.
Пенсия реформаһын үткәрер алдынан дәүләт тәүҙә кешене эш менән тәьмин итергә бурыслы ине. Төрлө фирмаларға, эшҡыуарҙарға ялланып йән аҫраған халыҡтың ниндәй хоҡуғы булһын? Ялыу менән тегендә, бында бар, тип аҡыл өйрәтеүе анһат та ул. Тамағың ас икән, "һоро" эш хаҡына ниндәй дәғүә булыуы мөмкин? Типһә тимер өҙөрлөк ир-атҡа эшһеҙ ҡалыу үлемгә тиң. 50 йәштән үткән булһаң, һине бер ҡайҙа ҡабул итмәйәсәктәр. Күңел төшөнкөлөгө, депрессия күптәрҙең сәләмәтлеген бөтөрә, йөрәк сиренә дусар итә. Етәкселәребеҙ, тотош бер быуынды эштән дә, аштан мәхрүм итеп, пенсия көттөртөп тилмертә.


Автор: Хәлил САФИУЛЛИН. Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. ҡунаҡбикә
    ҡунаҡбикә от 12.07.2013, 06:57
    Бик етди мәсьәлә күтәрәһегеҙ. "Хужа"ауыҙына ҡарап ултырыр көндәр килде, үкенескә ҡаршы. Оло йәштәгеләр генә түгел, йәштәр өсөн дә проблемалар күп. Бөгөн "оптимизация" тигән булып, йәштәрҙе ҡыуалап маташыусылар күбәйҙе. мин үҙем дә күптән түгел генә ошо сәбәп менән 12 йыл эшләгән эш урынымдан китергә мәжбүр булдым. Ә минең урынымда, был хеҙмәт тураһында бер нәмә лә аңламаған пенсионер ултырып ҡалды. сөнки ул "хужа"ның бик яҡшы танышы... Ә бит яҡлау эҙләү тә бер ҡайҙа мөрәжәғәт итерлек түгел. Ҡул ҡулды йыуа...

Комментарий өҫтәргә