Көнлөксө хәленән сығырбыҙмы?12.07.2013
Бөгөн һәр түрә үҙен генә хаҡлы тип иҫәпләй: теләһә, эшкә ала, теләмәһә, ҡыуып сығара. Судтар ҙа кеше мәнфәғәтенә битараф — яҡлау табырмын тимә. Советтар илен дә ошо йүнһеҙ хужалар арҡаһында тарҡаттыҡ түгелме ни? Шул вазифалылар миллионлаған кешене ярлылыҡҡа дусар итте, эшһеҙ ҙә, ашһыҙ ҙа, ерһеҙ ҙә ҡалдырҙы. Завод-фабрикаларҙың яңы хужалары тиҙ табылды.

Ялланып эшләгән кешенең ниндәй хоҡуғы булһын? Хеҙмәт хаҡы аҙ, тимәк, ҙур пенсияға ла өмөт юҡ. Эш биреүселәрҙең күбеһе Пенсия фондына иғәнә күсермәй. Көнлөксө булып бил бөккән йәштәрҙе йәлләйем. Хөкүмәт күберәк эш урындары булдырһын ине. Мәшғүллек буйынса етди проекттар әҙерләнергә тейеш. Йәштәрҙе стажһыҙ ҡалдырабыҙ бит, йәмәғәт.
Минималь пенсия түләү — йәнә кешене кәмһетеү тигән һүҙ ул. Ни өсөн пенсиялар араһындағы айырма ҡот осҡос ҙур? Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр йән аҫрау өсөн, сәләмәтлектәре ҡаҡшауға ҡарамаҫтан, эшләргә мәжбүр. Хәленән килә икән, һәр кем эшләһен әйҙә. Әммә уның бер ниндәй хоҡуғы юҡ. Хужаһының ауыҙына ҡарап, йылмайып тормаһа, үҙен эштән ҡыуасаҡтар. Ялыу менән ҡайҙа барһын?
Үҙ тормошомдан бер миҫал килтерергә теләйем. Байтаҡ йыл элек Венгриянан килгән сантехника күргәҙмәһендә булырға яҙҙы. Таҙартыу ҡоролмалары буйынса йомошобоҙ менән мөрәжәғәт иттек. Төп бағыусылары немецтар икән. Дүрт белгестең береһе пенсионер булып сыҡты. Барыһы ла уға "һаман немец телен яҡшы белгән тәржемәсе таба алмайһың" тип ябырыла, әрләшә. Ул беҙҙе оҙатырға сыҡҡанда, үҙенә ярҙам итеүҙе үтенде. Саҡ иламай, меҫкен. "Тәржемәсе таба алмаһам, эштән ҡыуасаҡтар", — тип аҙарына. Иртәгәһенә күршеләге немец теле уҡытыусыһын саҡырып килтерҙек. Төндә ҡарттың йөрәгенә инфаркт булған икән. Венгрҙарға эйәреп, дауаханаға барҙыҡ. Хәле ауыр. "Һауыҡмайынса ҡайтмайым. Венгрияға үҙегеҙ генә юл тотоғоҙ инде. Өфөлә һәйбәт, түләүһеҙ дауалайҙар", — ти. Уларҙың илендә капитализм беҙҙәгенән иртәрәк башланды бит. Дауаханала ятҡан айҙан ашыу ваҡыт эсендә ҡарт беҙгә таҙартыу ҡоролмаларына килгән документтарҙы, проекттарҙы яҡшылап аңлатты. Көслө белгес булып сыҡты. Тамам һауыҡҡас ҡына иленә ҡайтып китте. "Беҙҙә ҡарттарға мөнәсәбәт насар, фирма дауаханала ятҡан көндәр өсөн аҡса түләмәй, страховка юҡ", — тип зарланды танышыбыҙ. Минеңсә, беҙгә лә социализм ҡаҙаныштарынан баш тартмаҫҡа, уларҙы ентекле өйрәнергә кәрәк.
Пенсия реформаһын үткәрер алдынан дәүләт тәүҙә кешене эш менән тәьмин итергә бурыслы ине. Төрлө фирмаларға, эшҡыуарҙарға ялланып йән аҫраған халыҡтың ниндәй хоҡуғы булһын? Ялыу менән тегендә, бында бар, тип аҡыл өйрәтеүе анһат та ул. Тамағың ас икән, "һоро" эш хаҡына ниндәй дәғүә булыуы мөмкин? Типһә тимер өҙөрлөк ир-атҡа эшһеҙ ҡалыу үлемгә тиң. 50 йәштән үткән булһаң, һине бер ҡайҙа ҡабул итмәйәсәктәр. Күңел төшөнкөлөгө, депрессия күптәрҙең сәләмәтлеген бөтөрә, йөрәк сиренә дусар итә. Етәкселәребеҙ, тотош бер быуынды эштән дә, аштан мәхрүм итеп, пенсия көттөртөп тилмертә.


Вернуться назад