Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эш биреүсенең яуапһыҙлығы — төп бәлә
Ауырып китһәк, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы (больничный) буйынса ваҡытында аҡса алабыҙ. Әсәлек менән бәйле пособиелар ҙа тотҡарлыҡһыҙ түләнә. Барыбыҙҙың да социаль яҡланғанлығын тәьмин иткән финанс ағымының ниндәй ҡатмарлы юл үтеүе тураһында кемдең уйланғаны бар? Моғайын, ундайҙар бик һирәктер.

Күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Әгәр ҙә страховка иғәнәләрен түләргә бурыслы эш биреүселәрҙең барыһы ла, яуапһыҙлыҡ күрһәтеп, аҡса күсереүҙе тотҡарлаһа, ни булыр? Һүҙ ҙә юҡ, хатта дәүләттең социаль түләүҙәрҙе гарантиялаусы аҡса йыйыу “һауыты” ла бушап, бөлгөнлөккә төшәсәк.
Дәүләт финанс системаһы эквивалентлыҡ принциптарында төҙөлә, йәғни бары тупланыусы һәм түләнеүсе аҡса ағымы тигеҙ күләмдә булғанда ғына социаль ғәҙеллектең күҙәтелеүе мөмкин. Социаль страховка системаһында хәл башҡаса. Уның төп үҙенсәлеге Федераль законға ярашлы, тәү сиратта эшләүсе граждандарҙы мөмкин булған матди һәм социаль хәле үҙгәреүҙән, шул иҫәптән уларға буйһонмаған ваҡиғаларҙан страховкалау. Ошо процеста ҡатнашҡан һәр кемдең — дәүләттең һәм эш биреүсенең — социаль яуаплы булыуы шарт. Юғалтылған йәки ваҡытлыса юғалтылған эш хаҡын компенсациялау буйынса социаль йөкләмәләрҙе үтәү Рәсәй Федерацияһының Социаль страховка фондына йөкмәтелгән. Эш биреүсе, ваҡытында страховка иғәнәләрен күсереп, пособиеларҙы түләү өсөн аҡса ресурстарын яйлап туплауға булыша.
Тимәк, Рәсәй социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең республика халҡына дәүләт гарантиялары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән килеме страховка иғәнәләренең тупланыуына туранан-тура бәйле. Шуға күрә эш биреүселәрҙең страховка иғәнәләрен ваҡытында йәки тулыһынса түләмәүе, ялланған эшселәр менән легаль хеҙмәт килешеүенең булмауы, “һоро” эш хаҡы, йәғни хеҙмәткәрҙәрҙең ысынбарлыҡтағы килемен һәм хеҙмәткә түләү фондын йәшереү законды боҙоу тип иҫәпләнә.
Был хәл эшләүсе граждандарҙы дәүләт гарантияларына хоҡуғынан, шул иҫәптән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле осраҡтарҙа, производствола имгәнеү, бәлә-ҡазаға тарығанда дәүләт ярҙамынан мәхрүм итә. Төбәктең, шулай уҡ тотош илдең иҡтисадына ла, төрлө кимәлдәге бюджеттар торошона ла, шул иҫәптән социаль страховка системаһы бюджетына ла уның кире йоғонтоһо ғәйәт ҙур.
Ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа Фондтың төп бурысы — граждандар алдында ашығыс рәүештә һәм тулы күләмдә дәүләт гарантияларын үтәү өсөн тотороҡло финанс системаһын булдырыу. Киләһе көнгә ышанысты тәьмин итеүсе төп принцип был. Дәүләттең социаль яҡлауҙың ныҡлы нигеҙен булдырыу өсөн мөһим сара табасағына икеләнергә урын юҡ. Шулай уҡ бөгөн уны алдарға, мутлашырға тырышҡандар өсөн дә көн бөтәсәге асыҡ. Эш хаҡын “конверт”та бирергә күнеккән хужалар хаҡында Прокуратура органдарына һәм Хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Намыҫһыҙ эш биреүселәрҙе, Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.27-се статьяһына ярашлы, ойошмаға 50 мең һумға ҡәҙәр штраф һалып, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Һалым түләүҙә хоҡуҡ боҙоу осраҡтары асыҡланғанда, ойошма етәкселәренең енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы мөмкин. Штраф күләме ҙур, ҡайһы бер осраҡтарҙа 500 мең һумға етеүе ихтимал. Әммә эштең штраф санкциялары менән генә сикләнмәүе, яуаплы етәксенең алты йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителеүе һәм киләсәктә яуаплы вазифаларҙан ситләтелеүе лә бар.
Страховка иғәнәләрен Фондҡа ваҡытында күсермәгән предприятиелар исемлеге менән танышҡығыҙ килһә, r02.fss.ru сайтына инеп ҡарағыҙ. Теге йәки был ойошмала ни өсөн пособиелар түләүҙә өҙөклөк тыуыуын яҡшы аңларһығыҙ.


Автор: Раушания КӘБИРОВА, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе хеҙмәткәре.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә