Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йондоҙ кеүек балҡы, Сәйетбаба!
Кеше, ҡайҙа ғына йәшәмәһен, тыуған ерен, тыуған ауылын һис онотмай. Шуға күрә тыуған яҡтарынан ситтә төпләнгәндәр, яҡташтарының уңыштары тураһында ишетһә, шатлана, уңышһыҙлыҡтары өсөн борсола, көйөнә. Беҙ, Ғафури районының данлыҡлы Сәйетбаба ауылынан сыҡҡандар ҙа, әлбиттә, ундай тойғоларҙан азат түгелбеҙ.
Ошо йылдың май айы баштарында урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе Закир Ишмырҙин ауылда байтаҡ мөһим эштәр көтөлгәне хаҡында һөйләгәйне.
— Шуларҙан беренсе нәүбәттә үтәлергә тейешлеләре икәү — ауылыбыҙҙа төҙөлгән өр-яңы урамдың исем туйын үткәреү һәм ике зыяратты ла йыйыштырып, ҡоймаларын яңыға алмаштырыу, — тине ул.
Был эштәр, билдәле, матди сығымдар талап итә. Ҡоролтай рәйесе минең ошо мәсьәләне башҡарып сығырға ярҙам итеүемде үтенде. Был булышлыҡ Өфөлә йәшәүсе ауылдаштарҙан хәйриә иғәнәһе йыйыуҙан ғибәрәт ине.
Тәбиғәтем менән бик баҙнатһыҙ, йыуаш кеше булһам да, үҙем аралашҡан хәҙрәттәрҙең: "Изге эштәрҙе башҡарғанда ҡыйыулыҡ кәрәк, ә ысын мөслим яҡшылыҡ ҡына ҡыла, уның күңелендә һис бер яуызлыҡ юҡ, быны үҙең дә беләһең", – тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп, ҡанатланып уҡ киттем. Йөкләмәне үтәүҙе арҙаҡлы ауылдаштарыма мөрәжәғәт итеүҙән башланым. Шуныһы һәйбәт булды: иғәнә йыйыуҙы барыһы ла күтәреп алды. Билдәле яҡташтарыбыҙҙан Әбүбәкер Ишмырҙин, Ғиниәтулла Ҡунафин, Мөнир Ҡунафин, Лира Фәйзуллина, Барый Шакиров, Таһир Шәрипов, Гөлнур Яҡупова әүҙемлек күрһәтте, ярҙамдары ҙур булды.
Сәйетбабала тыуып үҫмәһәләр ҙә, бер туған апайым Ғәйшәнең улдары Сиражетдиновтар һәм Хәлимә Әбдрәшит ҡыҙы ла үҙ өлөшөн индерҙе. Әйткәндәй, минең был туғандарым Сәйетбабала үткән күп сараларҙа әүҙемлек күрһәтә.
Исемдәре аталмаған яҡташтар үпкәләмәһен ине. Хәйриә акцияһына ҡушылып, иғәнә индергәндәрҙең барыһына ла ауылыбыҙ ҡоролтайы исеменән ҙур рәхмәт! Аллаһ Тәғәлә уларға ҙур уңыштар насип итһен, ғаилә именлеге бирһен. Амин!
Әлегә ике зыярат та йыйыштырылған, кәртә-ҡоймаларын алмаштырыуға әҙерлек бара. Материалға аҡса ла етеңкерәмәй. Шуның өсөн ауылдан ситтә йәшәүселәр иғәнә индерергә һуңламаған әле, тип әйтергә теләйем. Уны 29 июндә уҙасаҡ ауыл йыйынына алып килергә мөмкин. Өфөлә йәшәүсе ауылдаштар ошо юлдарҙың авторына мөрәжәғәт итә ала (кеҫә телефоны: 8-960-393-4827).
Иғәнә артынан йөрөгәндә Өфөлә йәшәүсе ауылдаштарҙың күп икәне беленде. Ҡыйынлыҡтан сығыу өсөн ауылыбыҙ ҡоролтайына ситтә йәшәүселәрҙең теүәл иҫәбен алырға, адрестарын күрһәтеп, исемлек төҙөргә тәҡдим итер инем. Һәр төбәктә иғәнә йыйыусы бер нисә кеше тәғәйенләргә кәрәктер, тип уйлайым. Был эштә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡтыр, моғайын. Хәҙерге заманда хәйриә саралары үҙен аҡлай, һәм артабан да шулай буласаҡ.
Дөйөм алғанда, сәйетбабалар — борондан берҙәм һәм әүҙем халыҡ. Шуға ла ауыл үҫеүҙән, алға барыуҙан туҡтамай. Йәш ғаиләләр артыу менән бергә яңы өйҙәр генә түгел, яңы урамдар ҙа төҙөлә. Үрҙә әйтелеүенсә, иртәгә өр-яңы урам исем туйы уҙғарыла. Ул Өйә һәм Мәндем йылғалары ҡушылған ерҙән алыҫ түгел тигеҙлектә урынлашҡан, элекке "Йондоҙ" колхозының беренсе рәйесе, Ленин ордены кавалеры Камал Сәғәҙиевтең исеме менән аталасаҡ. Тантанаға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар саҡырылған.
— Илдәге байрамдарҙан былай ҙа баш сыҡмай, был сараны икенсе төрлөрәк уҙғарып булмаймы? — тигән һорауға ҡоролтай рәйесе Закир Вәлиулла улы шулай тип яуап бирҙе:
— Үҙебеҙ ҙә тантананы урам байрамы рәүешендә түгел, ә ауылыбыҙ халҡының йыйыны итеп үткәрергә уйлайбыҙ. Ҡатнашыусылар алдына хәл итәһе байтаҡ мәсьәләләр ҡуйыласаҡ. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең тәҡдимдәрен өйрәнәсәкбеҙ, аныҡ ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ. Билдәләнгән маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын һәм үтәлешен тикшереүҙе юлға һаласаҡбыҙ.
Сәйетбабаларҙың йәшәү рәүеше, эшмәкәрлек үҙенсәлеге шунда: йәмәғәт ойошмалары, мәктәп, мәҙәниәт йорто коллективтары, ауылдың имам-хатибы урындағы хакимиәт менән берҙәм эш алып бара.
— Юнир Ишбирҙин етәкләгән ветерандар, Венера Ҡунафина рәйеслегендәге ҡатын-ҡыҙҙар советтарының әүҙем эшмәкәрлеген айырым билдәләп үтке килә, — тип белдерҙе ауылдың ҡоролтай рәйесе.
Әммә Сәйетбабала бөтә нимә лә ал да гөл тип әйтһәк, бигүк дөрөҫ булмаҫ. Тыуған төйәгемә ҡайтһам, мин "бала саҡ һуҡмаҡтары"нан уҙырға яратам, урамдарҙан йәйәү үтәм, Өйә һәм Мәндем буйҙарын урайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылғаларҙың ауылға "һөжүме" көсәйеүе күҙгә ташлана. Яр емерелеү — тәбиғи хәл, әлбиттә.
Хәҙерге техника заманында ҙур йылғаларҙы ла "ауыҙлыҡлайҙар", ә Мәндем, Өйә кеүектәрҙе үҙәндәренә бороу өсөн әллә ни күп көс кәрәкмәйҙер ул. Үҙәндең башын йырып ебәреү генә бер аҙ ауырыраҡ булыр, ә артабан алда арал, йәғни һыу һаҡланған элекке үҙән табылыуы мөмкин. Тимәк, йылға ошо боронғо, әммә "яңы" юлдан ағасаҡ. Был эштәрҙе һыу аҙ ваҡытта, йәй урталарында башҡарырға кәрәк. Текә яр яны ҡороғас, унда һыу яратыусы ағастар — тал, өйәңке, тирәк, ерек, муйыл — ултыртырға кәрәк. Бер нисә йылдан яр ҡабаҡҡа әйләнәсәк (Сәйетбабаның көнсығыштағы зыяраты янындағы ҡабаҡ һымаҡ). Ә һыуҙың яңы юлын күҙәтеп, таҙартып тороу фарыз.
Беҙ бала саҡта Сәйетбаба тирәһендәге бөтә йылға буйҙары ла ағаслы ине. Ни өсөндөр хәҙер улар юҡ хәлендә. Шул йылға ярҙарын йәшелләндерергә ине. Ауыл да матурланыр, һыу ҙа тулыраҡ булыр ине.
Тағы ла бер проблема урамдарға ҡағыла. Ауылдағы йорттар боронғо, беҙ бәләкәй саҡтағы өйҙәргә ҡарағанда ҙурыраҡ та, матурыраҡ та. Ә урамдар йәмһеҙерәк, сөнки үлән үҫмәй... Ауыр йөк машиналары, тракторҙар юлды йырғыслап боҙған. Ҡырсын йәйелгәндәре генә һаҡланған. Был инде тәбиғи күренеш түгел, ә кеше факторы. Урамды нығытмай тороп, уның аша ауыр йөк машиналарына, тракторҙарға үтеү рөхсәт ителмәҫкә тейеш. Мәҫәлән, яҙғы айҙарҙа хатта ҙур трассаларҙа ла бик ауыр йөк тейәгән машиналарҙа йөрөү тыйыла ла баһа.
Шулай ҙа Сәйетбаба ауылы төнгө аяҙ күк йөҙөндә балҡыған Етегән йондоҙлоғоноң бер йондоҙо кеүек балҡып тора. Ә уның тирә-яғындағы вағыраҡ йондоҙҙар — Йөҙимән, Имәнлек, Уҫман, Ҡолҡан, Ҡаранйылға, Туғай — был балҡышты көсәйтә генә. Мәңге шулай балҡығыҙ, тыуған яғым ауылдары!
Өфө ҡалаһы.


Автор: Таһир ЛАТИПОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә