Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көйөргәҙелә тормош ниңә көйлө?
Ауыл ерендә әле эштең иң ҡыҙған мәле. Быйыл, шөкөр, һәйбәт кенә шытым биргән һәм күңелдәрҙә мул уңыш алыуға өмөт-ышаныс уятҡан сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү, культивациялау, көнбағыштың рәт араларын утау, пар ерҙәрен эшкәртеү йәһәтенән игенселәр ал-ял белмәй. Тәбиғи сабынлыҡтарҙа бесән өлгөрҙө – япраҡ һутлы ғына сағында сабып, йыйып алыусылар һәр яҡлап отасаҡ. Күп йыллыҡ үлән сәселгән баҫыу-ҡырҙар ҙа, йәшел диңгеҙ кеүек тулҡынланып, үҙ сәғәтен көтә. Бер үк ваҡытта иген ҡабул итәсәк келәттәрҙе, мал ҡураларын ҡышҡа әҙерләргә кәрәк. Социаль объекттар ҙа тейешле иғтибар талап итә.

Дүшәмбенең
эшлекле иртәһе
[/center]

Район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотләхмәтов дүшәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙә башланған селектор кәңәшмәһендә бына ошо ғәмәл-хәстәрлектәрҙең барыһы тураһында ла һүҙ алып барҙы. Селектор селтәренең был осонда хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре ултырһа, икенсеһендә һәр ауыл хужалығы предприятиеһынан вәкилдәр ине. Бындай һөйләшеүҙә иң оҡшағаны – ике яҡ та ҡыҫҡаса һәм эшлекле әңгәмәләшеүгә әҙерлек менән килгән, шулай уҡ һәр береһенең район башлығы биргән һорау-талаптарға яуабы “ҡул осонда” булып сыҡты.
Район етәксеһенең сығышынан шулар билдәле булды: быйыл, пар ерҙәрен 7574 гектарға кәметеп, 61636 гектар майҙанда яҙғы культуралар сәселгән. Көҙҙән 22671 гектарҙа сәселгән ужым яҡшы ҡышлаған һәм уңышы ла мул ғына булмаҡсы (әлбиттә, һауа торошо бәкәлгә һуғып ҡуймаһа). Малсылыҡтың аҙыҡ базаһын нығытыу ниәтендә көйөргәҙеләр 30 мең гектарҙа үлән сәскән. Бөртөклө-ҡуҙаҡлылар майҙаны ла байтаҡ – 3400 гектар. Һуңғы йылдарҙың ҡоро килеүе арҡаһында шәкәр сөгөлдөрөнән ыратып уңыш ала алмаған өс хужалыҡ быйыл уны сәсеүҙән баш тартҡан һәм ҡоролоҡҡа ла, һыуыҡтарға ла бирешеп бармаған башҡа культураларға өҫтөнлөк биргән. Көнбағыш — 14648, күп йыллыҡ үләндәр 13420 гектар майҙанды биләй. Әйткәндәй, Көйөргәҙе ужым культуралары майҙаны буйынса республика райондары араһында — беренсе, ә эшкәртелгән гектарҙар күләме буйынса — етенсе урында.
Малсылыҡ тармағындағы күрһәткестәр ҙә насар түгел. Мәҫәлән, әле районда һәр һыйырҙан тәүлегенә 16,1 килограмм һөт һауыла.

Йөктө тигеҙ тарталар [center]


— Киләһе селектор кәңәшмәһенә ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселәрен, белгестәрен, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарын бергә йыйығыҙ, — тигән ҡыҫҡа күрһәтмә яңғыраны район етәксеһе яғынан.
Кәңәшмә тамамланып, тын алырға ла өлгөрмәнек, оперативка башланыр сәғәт һуҡты. Район етәксеһе урындағы бюджетты тулыландырыу эшенең насар барыуына туҡталды. 1 июнгә ҡарата план 2 миллион 140 мең һум булһа, ауыл хакимиәттәре буйынса ғына ла һалым бурысы шул тиклем үк тиерлек тәшкил итә. Халыҡтан, эшҡыуарҙарҙан һәм башҡаларҙан ер һалымын, мөлкәткә һалымды һәм башҡаларҙы тиҙ арала йыйыу — көнүҙәк мәсьәлә. Был йәһәттән халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу ауыл хакимиәттәре етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелде.
Мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларын ҡышҡа әҙерләү, балаларҙың йәйге ялын һәм хеҙмәтен ойоштороу, юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн йылға буйҙарында яңы асылған карьерҙарҙан ауыл кешеләренең рөхсәтһеҙ ҡырсынташ ташыуын тыйыу, сүплектәрҙе, мал зыяраттарын төҙөкләндереүгә ауылдарҙан техника йәлеп итеү – артабанғы һөйләшеү ошо мәсьәләләрҙән ғибәрәт булды.
Һәр өлкәләге учреждение һәм ойошма вәкилдәре үткән аҙнаға йомғаҡ яһаны. Әйтәйек, эске эштәр бүлеге вәкиле хәбәр итеүенсә, ошо арала ауылдарҙағы төрлө хәлдәр хаҡында 53 хәбәр килгән. Район үҙәк дауаханаһында диспансерлаштырыуҙың үҙ яйы менән барыуы, ҡалған эштәрҙең планға ярашлы башҡарылыуы тураһында белдерҙеләр. Янғын һағы часынан бер аҙна эсендә өс янғын булыуы, ут һүндереүҙә Яҡшембәт ауылынан ирекле дружинаның әүҙемлек күрһәтеүе билдәләнде. Сауҙа, коммуналь хужалыҡ, элемтә, электр селтәрҙәре, мәҙәниәт тормошо – ҡыҫҡаһы, район тормош-көнкүрешенең бер генә өлкәһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Ошо мәсьәләләр араһында республика, район баҫмаларына яҙылыу мәсьәләһе лә ҡаралды: Тимербай, Кинйәабыҙ, Төкән, Ульяновка, Ялсыҡай, Марьевка, Яңы Муса, Бәләкәй Муса, Михайловка ауылдарында (уҡытыусыларҙы иҫәпкә алмағанда), исмаһам, бер данаға ла яҙылмағандар бар. Шулай уҡ Таймаҫ, Керәүле-Илюшкин, Шәбағыш, Мораптал, Абдул почта бүлексәләре буйынса ла матбуғатҡа бик һүлпән яҙылалар. Шулар менән бер рәттән, Молокан, Бөгөлсән, Ермолаевка, Отрада почта бүлексәләренә ҡараған ауылдарҙа гәзит-журналдарға яҙылыу ярайһы уҡ һәйбәт ойошторолған.
Һөйләшеү барышында район башлығы ауыл хакимиәттәре етәкселәре алдына шундай талап та ҡуйҙы: фермерҙар үҙ отчеттарын урындағы үҙидара органына күрһәтергә тейеш, сөнки ауыл башлыҡтарының кемдең күпме сәскәнен, урғанын, йәғни нимә менән йәшәгәнен белеп тороуы мөһим.
Бер ҡыҙыҡ фактты айырым билдәләп үткем килә: Көйөргәҙе ҡатын-ҡыҙҙары араһында ысын мәғәнәһендә эмансипация тигән нәмә көслө икән. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтарының 50 проценты (!) – нәфис зат вәкилдәре һәм, Әхәт Йәүҙәт улының һүҙҙәре менән әйткәндә, улар ысынлап эшләй белә. Мәҫәлән, Керәүле-Илюшкин ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙың йәшәйешен нәҡ ошо көсһөҙ зат вәкиле – Эльза Васильева 30 йылдан ашыу инде еренә еткереп ойоштора. Шул арҡала был ауыл биләмәһе һалым йыйыу буйынса 12 муниципалитет араһында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.
Оперативка тамамланғас, Әхәт Йәүҙәт улы менән бер-ике ауыҙ һүҙ ҡатышып алыу мөмкинлеге тыуҙы.

Тәжрибә эшләй-эшләй
туплана
[/center]

— Дүшәмбе — минең өсөн иң ауыр көн. Иркенләп тын алырға минут та ҡалмай. Ғәҙәттә, төшкә тиклем дөйөм ойоштороу саралары үткәс, район буйлап сығып китәм. Кесе йомала йыш ҡына Өфөгә сәфәр тотам, — тип етәксе был дүшәмбеһенең айырыуса тығыҙ булыуын билдәләне, сөнки бер нисә минуттан тағы ла “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Көйөргәҙе бүлексәһе (ул – ошо фирҡәнең урындағы сәйәси советы секретары) конференцияһы башланырға тейеш ине.
— Һеҙ районға байтаҡ – 12 йыл етәкселек итәһегеҙ. Ошо төбәктең тормошон хәстәрләү, ойоштороу эштәрен алып барыу йәһәтенән сынығыу һәм тәжрибә мәктәбен үтеүҙән тыш, үҙегеҙҙә шәхсән ниндәй яңы сифаттарҙы нығыттығыҙ, ниндәй һығымталар яһай алаһығыҙ? – тигән һорауға, бер аҙ уйланғандан һуң, Әхәт Йәүҙәт улы былай тип яуап бирҙе:
— Яуаплылыҡ, әйткән һүҙеңдә тороу, үҙеңде кеше араһында һәм яуаплы мәлдәрҙә тота белеү, тәртибең, йәшәү рәүешең менән өлгө булыу – был сифаттарҙы нығытыу бер етәксене лә ситләтеп үтмәйҙер. Хәйер, етәксе сифаттары ауыл Cоветында һигеҙ йыл, аҙаҡ колхозда парторг, колхоз рәйесе булып эшләү йылдарымда тупланып, бер ҡалыпҡа һалынғандыр инде, сөнки, ошо баҫҡыстарҙы үткән кеше булараҡ, йәшәйештең, тормош-көнкүрештең бар яғын да ысын асылында күрә беләм.
Хеҙмәттәштәрем менән аңлашып, бер команда булып эшләү, үтенестәре, проблемалары менән килгәндәрҙе кире бороп сығармау, аңлау, ярҙам итергә тырышыу – был сифаттар ҙа хас миңә. Йәштәр менән эшләү яғынан да бер аҙ тәжрибә тупланды. Мәҫәлән, студенттар менән осрашыуға төрлө ҡалаларға юлланғансы, уларҙы бер көндә, бер урынға, йәғни ялға ҡайтҡан саҡтарында районға йыйыуҙың яҡшыраҡ икәнен аңланым. Улар менән аралашыу ҡоро һөйләшеүгә генә ҡайтып ҡалмай, мөмкинлегебеҙгә ҡарап, аҡсалата ярҙам да күрһәтәбеҙ. Шулай уҡ әрмегә оҙатыу, хәрби хеҙмәттән ҡаршы алыу кеүек саралар ғәҙәтигә әйләнде. Йәштәрҙең белемгә тартылыуы, әлбиттә, яҡшы, тик бөтә кеше лә уҡытыусы, табип, юрист, иҡтисадсы була алмай, ауылға эшсе һөнәренә эйә булғандар ҙа кәрәк. Бына егет-ҡыҙҙарҙы ошоға күндерергә ине. Беҙгә әле, әйтәйек, һауынсылар, токарҙар, иретеп йәбештереүселәр етешмәй. Ошондай эштәрҙе башҡарып йөрөгән беҙҙең быуын вәкилдәре хаҡлы ялға сығып бөтһә, ауыл хужалығын кем ҡулына тапшырырбыҙ? Ауыл ерендә проблемалар күп. Йәштәр хаҡында ла, ололар, етем балалар, ишле ғаиләләр тураһында ла хәстәрлек күрергә кәрәк. Иң төп мәсьәлә – эш урындары булдырыу менән бер рәттән, халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү. Социаль торлаҡ төҙөй башланыҡ. Былтыр 21 фатирлы йорт һалғайныҡ, быйыл шундай уҡ өс ҡатлы өй төҙөйәсәкбеҙ.
Районға “Ауыл табибы” программаһы буйынса 10 белгес ҡайтты. Улар район үҙәгенә генә түгел, участка дауаханаларына ла эшкә урынлашты. Ошондай дауаханаларҙы һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ. Тағы ла төрлө урында 46 ФАП эшләй. Ауылдарҙа мәктәптәр ябылыу мәсьәләһе борсой, тик бының сәбәбе беҙгә бәйле түгел. Һәр районға ла хас күренеш инде ул. Яңы эш урындары булдырыу, әлбиттә, ауыр, әле булғандарын һаҡлап ҡалыуы ла еңел бирелмәй. Мәҫәлән, 130-лап кешене даими эш менән тәьмин итеп килгән Ермолаевка спирт заводындағы бер цехтың яҙмышы яҡын арала хәл ителергә тора – был да беҙ яйға һалырлыҡ сәбәптәр буйынса башҡарылмай...
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауға әҙерлек эшенә көйөргәҙеләр ең һыҙғанып тотонған. Бында 47-се Ермолаевка һайлау округы булдырылған, уға Көйөргәҙе, Федоровка райондары, Мәләүез ҡалаһы һәм районы, Стәрлебаш районының ете ауыл биләмәһе ингән. Округта барлығы 50756 һайлаусы теркәлгән. Районда 51 һайлау участкаһы ойошторолоп, 279 кешенән участка һайлау комиссиялары билдәләнгән. Әйткәндәй, 8 сентябрҙә Ермолаевка, Илкин, Отрада һәм Шәбағыш ауыл Советтарына ла депутаттар һайланасаҡ.
Партия бүлексәһенең конференцияһында көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр тиҙ генә хәл ителде, һәм бына беҙ — район хакимиәте башлығының бүлмәһендә. Әхәт Йәүҙәт улы, тәнәфесте оҙаҡҡа һуҙмайынса, граждандарҙы ҡабул итә башланы.

Абруй тауҙар аҡтара[center]


Башлыҡҡа үҙ һорау-үтенесе менән килгәндәрҙе тыңлап, бер аҙ ғәжәпләнеп ҡуйҙым: ҡыҙыҡ, күпселек мәсьәләләрҙе, район етәксеһенә килеп етмәйенсә, урында уҡ хәл итергә лә мөмкин ине бит. Мәҫәлән, Молокан ауылынан 25 йыл стажлы уҡытыусы Нина Йәнбирҙина мәктәптәрендә класс-комплект тулмау арҡаһында сәғәттәр етмәүе һәм Ермолаевкаға йөрөп эшләргә тәҡдим итеүҙәре, ә уның пенсияға бары тик 1,5-2 йыл ҡалыуы, шунлыҡтан уны үҙ ауылындағы мәктәптә эшләп тултырырға теләүен белдерҙе. Башлыҡ, әгәр бөтә хәлдәр ҙә уға бәйле булһа, мотлаҡ ярҙам итер ине лә бит. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигын саҡыртып, Нина Васильевна өсөн яйлыраҡ варианттарҙы ҡарарға тәҡдим ителде.
Тағы ла бер ҡатын, үҙенә ер биләмәһе һатҡан кешенең мутлашыуына зарланып, ғәҙеллек юлларға ярҙам итеүҙәрен һорап килде. Район етәксеһе ер эштәре буйынса белгесте саҡыртып, хәлде асыҡлап, булышлыҡ итергә ҡушты.
Фермер хужалығы булдырам тип янып йөрөгән Федор Нестрогаевтың да мәсьәләһе тейешле ерендә яйға һалыныр ине, тик Ҡотләхмәтов уны ла иғтибарынан ситтә ҡалдырманы.
Әхәт Йәүҙәт улы ипотекаға фатир алырға йыйынған йәш ғаиләгә банктан кредит алыу мәсьәләһен дә тиҙ генә көйләне. Ни тиһәң дә, абруй менән тауҙар аҡтарырға мөмкин.
Шулай ҙа үтенес менән килеүселәр араһынан иң мохтажы янғын арҡаһында өйһөҙ тороп ҡалған ғаилә Ҡотлоюл ауылынан Фидалия менән Ишбулды Боҫҡановтар булғандыр. Мунсаһында электр утынан сыҡҡан янғын “һә” тигәнсе өйөнә үрләгән. Ҡарағай бүрәнә сайырлы бит инде – утты һүндерә алмағандар. Эйелгән башты ҡылыс сапмаҫ, тигәндәй, хакимиәткә ярҙам һорап барыуҙан башҡа әмәл ҡалмаған. Башлыҡ уларға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.
Ҡабул итеүгә килгән Үрге, Урта, Түбәнге Бабалар, Көйөргәҙе ауылдары старосталарын Әхәт Йәүҙәт улы йылмайып ҡаршыланы.
— Шунан, һөйләп ебәрегеҙ, һеҙҙе тағы ниндәй мәсьәлә йөрөтә? – тигәс, башлыҡ минең өсөн аңлатма бирҙе. – Был егеттәр тупһаны “һыуытмай”. Ул мәсьәлә “һаҡаллы” инде ул...
Көйөргәҙе йылғаһы аша күпер төҙөү эшенең, ысынлап та, осо-ҡырыйы күренмәй икән. Тиҫтә йылдар дауамына һуҙылған был проблема буйынса республиканың тейешле ведомствоһына яңыраҡ ебәрелгән мөрәжәғәткә яуап бер ҙә тынысландырырлыҡ түгел: күпер төҙөү байтаҡ йылдарға кисектерелгән. Урындағы “Осҡон” кооперативы үҙ көсө менән төҙөп ҡараған күперҙе, тик яҙғы ташҡын уны ағыҙып алып киткән.
Старосталарҙы борсоған икенсе мәсьәлә – Көйөргәҙе йылғаһының ташҡын һайын ауылдарға яҡынлашыуы. Шуға күрә йылғаны кире үҙ йырынына төшөрөү сараһын күреү мотлаҡ тиелде. Өсөнсөһө – Урта Баба ауылы аша үткән яҙғы гөрләүек арҡаһында барлыҡҡа килгән йырынды бөтөрөү, тағы ла ауылға тәбиғи газ үткәреү мәсьәләһен хәл итеү. Уҙамандар йөкмәп килгән мәсьәләләрҙең дүртенсеһе – ауыл халҡының сабынлыҡһыҙ ҡалыуы, бишенсеһе – был ауылдарға Күмертауҙан автобус йөрөтөү ихтыяжы... Ҡыҫҡаһы, егеттәр күтәргән мәсьәләләрҙең барыһы ла ауылдарҙың көнкүреш-тормошона бәйле.
...Район башлығының кабинеттан сыҡмай башҡараһы эше төштән һуңға ла ҡалды: урындағы ҡаҙнаға һәм бюджеттан тыш фондтарға түләү буйынса бурыстарҙы бөтөрөүгә арналған комиссия ултырышына һалым түләмәгән йәмғиәттәр, шәхси эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы кооперативы етәкселәре менән баш бухгалтерҙары саҡырылды. Ишембай һалым инспекцияһы начальнигы урынбаҫары бурыстарын түләй алмағандарға кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе. Бурыслылар исемлегенә ингәндәр араһынан шәхси эшҡыуар Елена Гричушкина, һалым проценттары артыу сәбәпле, үҙенең банктар алдында ҙур бурысҡа батыуын белдерҙе. Баҡһаң, районда йөҙгә яҡын эшҡыуар нәҡ ошо сәбәпле йыл башынан үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булған.

Старосталар
киләсәкте хәстәрләй
[/center]

...Ниһайәт, башлыҡ тынсыу бүлмәнән иреккә, саф һауаға, сыҡты. Ул, дүрт ауыл старостаһы менән һөйләшеп килешеү буйынса, Көйөргәҙе буйына юл алды. Ермолаевканан алып сыҡҡан асфальт юл Молокан ауылына табан боролған ерҙә шоссеға күсте. Тау юлынан саң борҡотоп, алға ынтылдыҡ. Тәҙрәнән тирә-яҡ ап-асыҡ күренә.
— Быйыл, шөкөр, бесән шәп, — тип һығымта яһаны Әхәт Йәүҙәт улы, йәм-йәшел болон-аҡландарға ҡарап. – Һуңламай ғына сабыуға төшөргә кәрәк инде.
Райондың алдынғы хужалығы һаналған “Осҡон” кооперативының баҫыу-ҡырҙары беҙҙе тракторҙар гөрөлдәүе менән ҡаршылап, оҙатып ҡалды. Бында тәбиғи сабынлыҡтарҙы, шулай уҡ күп йыллыҡ үләндәрҙе сабып, яҫмаларға һалғандар. Өлгөр халыҡ йәшәй икән был яҡтарҙа.
— Сабыуға ваҡытында төшкәс, күп йыллыҡ үләндәрҙән икенсе тапҡыр ҙа уңыш алып өлгөрәсәк былар. – Район етәксеһе шундай йомғаҡ яһауы менән, әйтерһең дә, уйҙарымды уҡыны. – Быйыл, күҙ һалығыҙ, ужым һәйбәт. Ғөмүмән, беҙҙең яҡтарҙа нәҡ көҙҙән сәселгән иген культуралары үҙен аҡлай. Шунлыҡтан да башлыса ошо төргә күстек.
— Игенде үҙ ихтыяжығыҙға ғына ҡулланаһығыҙмы? – Хәҙер дәүләт яғынан иген һатыуға план биреләме икәнлеген белге килде.
— Артҡанын, әлбиттә, һатабыҙ. Ауыл хеҙмәтсәне нимәгәлер йәшәргә, хужалығының матди-техник базаһын нығытырға, социаль мәсьәләләрен дә хәл итергә тейеш бит. Арыштың, мәҫәлән, гектарынан 25 центнерҙан да кәмерәк уңыш алғаныбыҙ юҡ...

[center]Ауылға күпер кәрәк


Урта Бабала беҙҙе ауыл старосталары көтөп торған. Тауҙан төшкән яҙғы гөрләүектең шул тиклем дә көскә эйә булыуын әйт әле: өс-дүрт метр тәрәнлектә йырын барлыҡҡа килгән, һәм ул йылдың-йылы өйҙәргә яҡынлаша. Ауылдың бер яғынан икенсеһенә ошо соҡор аша сығыу өсөн Урта Бабаның ир-егеттәре, ике-өс йыл элек йыуан торба һалып, баҫма эшләгән булған, әммә бөгөн баҫма ла, торба ла юҡ (торба балсыҡ аҫтында күмелеп ҡалған). Урындағы хакимиәт башлығы Рәүеф Тимерхан улы, күрше Ырымбур өлкәһе егеттәре менән һөйләшеп-килешеп, шул торбаны ҡаҙып сығарыр өсөн экскаватор алып килгән. Һәм әле ир-уҙамандар мәж килә ине.
Күмәкләшеп бер машинаға тейәлеп, Көйөргәҙе йылғаһының үренә, үҙ йырынынан ситкә тайпылып, ауылдарға табан яңы юл алып аҡҡан еренә киттек. Үҙидара вәкилдәренең ниәте – район етәкселеге ярҙамында йылғаны үҙ йырынына кире ҡайтарыу, юғиһә Көйөргәҙе ике-өс йылдан Үрге Баба, Көйөргәҙе, Урта Баба ауылына барып етәсәк. Ауыҙын асһа, үпкәһе күренергә торған ауыл халҡы, йорттарын һүтеп, икенсе урынға күсереп һала алмай, шунлыҡтан тейешле сараһын алданыраҡ күреү яҡшыраҡ, тип йөрөүҙәре инде ауыл старосталарының.
— 2010 йылда был эште бер тапҡыр башҡарғайныҡ инде, — тип район башлығы бейек ярлы йырынды күрһәтте. – Тик, күреүебеҙсә, тәбиғәт кешенән көслөрәк. Ярар, егеттәр, эш күләме ҙур, шулай ҙа мәсьәләне хәл итербеҙ.
Урта Баба ауылы старостаһы Хәсән Сәғитов, “Башҡортостан” гәзитенән икәнемде белгәс, бер аҙ аһ-зарын һөйләне:
— Беҙҙең ауыл һәр яҡлап ситләтелгән. Газ да килеп етмәне, әбейҙәргә ҡышҡа өсәр-дүртәр йөк утын һатып алыуы ҡиммәткә төшә. Өҫтәүенә баллонлап һатылған газ ҡиммәтләнеп китте – берәүһе 650 һумға төшә. Уныһы ла бер айға етһә-етә, етмәһә юҡ. Күперҙән дә уңманыҡ...
Күпер, тигәндән, ысынлап та, яҙғы ташҡында Урта Баба ауылы “оло ер”ҙән киҫелеп ҡала. Хәйер, Көйөргәҙе йылғаһы аша сығыу — ауыл халҡы өсөн өҙлөкһөҙ бәлә. Әле урындағы хужалыҡ ике ярҙы күпер менән тоташтырған – уныһының да ваҡытлыса икәне күренеп тора. Район башлығының машинаһы йылға аша сыҡҡанда йөрәгемде ҡулыма алып ултырҙым.
— Күпер тураһында күптән республика кимәлендә һүҙ алып барыла, тик әлегә ошондай ваҡытлыса ҡоролмалар менән ҡәнәғәтләнергә тура килә. Һәр нәмә аҡсаға бәйле. Бер нисә йыл элек ауылға илткән ошо юлға ҡырсынташ түшәттек. Ә газ үткәреүгә килгәндә, бер уйлап ҡараһаң, киләсәкте белеп булмай. Газға хаҡ һаман арта, кем белә, бәлки, утын яғыу арзаныраҡҡа төшөр әле... — тине Әхәт Йәүҙәт улы, ҡайтыр яҡҡа табан ыңғайлағас.
Район хакимиәтенә киске сәғәт 7-гә генә кире килеп еткәйнек, Күмертау АТП-һынан шылтыратып, Үрге, Урта, Түбәнге Бабаларға автобус маршруты тиҙҙән хәл ителәсәген хәбәр иттеләр.
Әхәт Йәүҙәт улы эш урынында ҡалды – яңы килгән почта, башҡа документтар менән танышаһы бар. Ә мин ҡайтыр юлға сыҡтым. Етәксе янында бер көн генә булып, арып, арманһыҙ булып ҡайтып индем өйгә. Көндәлек эш тәртибе шул рәүешле ҡоролған кешегә Хоҙай түҙем бирһен!

* Райондың майҙаны – 2235 кв. км (республика биләмәһенең 1,55 проценты). Административ-территориаль бүленеш 12 ауыл хакимиәте биләмәһенән ғибәрәт. 25,1 мең кеше йәшәй (республика халҡының 0,6 проценты).
* Район иҡтисадында мәшғүл кешеләр – 9,3 мең кеше, шуның 4,5 меңе – шәхси эшҡыуар.
* Районда һигеҙ урта һәм бәләкәй сәнәғәт предприятиеһы, икешәр төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеһы, дүрт ҙур ауыл хужалығы ойошмаһы, 157 КФХ, 9,25 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ эшләй. Район иҡтисадына төп өлөштө Ермолаевка спирт-араҡы комбинаты, “Көйөргәҙе һөтө”, “Көйөргәҙе газтехсервис”, “Сандин”, “Ремонтсы”, “Забарив Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, “Көйөргәҙе” ҡулланыусылар йәмғиәте, Киров исемендәге һәм “Осҡон” кооперативтары индерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 105

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 829

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874