Електәргә үтер һыуыҡ йылға буйлап билдән һыу кисеп барыу артабан дауам итә. Аяҡ-ҡулдан үткән зәңкеткес һалҡын йөрәккә төшә. Әле йәшәргә лә өлгөрмәгән бала-сағаның йөҙө буйлап әсе күҙ йәше аға. Һыуҙан "дер" ҡалтыранып сығыуға киләһе быуын хаҡындағы "оло хәстәрлек" дауам итә: балалар ҡулына өшөмәһендәр өсөн спирт һалынған көрөшкә тотторалар. Сирләп-фәлән китһәләр, эшсе ҡул кәмей бит. Йәш кенә ҡыҙыҡайҙарҙың спиртты эсмәҫкә аҡылдары етә — үҙ өлөшөн өлкәнерәктәргә һоналар.
Аҙмы-күпме аҡса биреүгә-бирәләр, ә бына вәғәҙә иткән машина булмай сыға. Эш тамамланды, хәҙер кәрәкмәйһегеҙ, нисек тә ҡайтып етерһегеҙ әле, йәнәһе. Ҡыҙҙар, малайҙар илаша-илаша юл буйлап атлай, аҙашып та китәләр, айыу-бүреһенән, яман әҙәмдән дә ҡурҡалар.
— Берәй ауылға туҡтап, шунда кейәүгә сығып ҡалыусылар ҙа булды, — тип хәтерләй Шәмсинур апай. Ауыр хеҙмәттән миктәгән, ә өйҙәрендә йәнә лә етешһеҙ, аслы-туҡлы тормош, ыҙа көтөп торғанын белгән ҡыҙҙар яҙмыш һынауҙарынан шул рәүешле ҡасып ҡалырға ниәтләгән, күрәһең.
Ҡайтып, баш-күҙ алырға ла өлгөрмәй Шәмсинур. Уны иптәш ҡыҙы менән Әлмөхәмәткә тракторсылар курсына ебәрергә булып китәләр. Ризыҡтарын моҡсайға тултырып, юлға сыға Шәмсинур менән Хәфиә. Ҡоҙа тейешле кешеләре тап булып: "Ул бит ирҙәр эше, һеҙгә бүтән һөнәр бөткәнме, ҡайтығыҙ кире", — тигән кәңәш бирә. Шулай итеп, Шәмсинур апай тракторсы булмай ҡала.
Ә ауылда уны яҙмышы көтөп торған икән. Картуф алған мәл. Эшкә тилбер, терегөмөш кеүек теремек Шәмсинурға күҙ атыусылар юҡ түгел. Фәрзәнә исемле еңгәһе гел: "Мин һине килен итәм", — тип мәрәкәләй. "Улынамы икән?" тип уйлай ҡыҙыҡай.
Бер саҡ, оҙон арбаға тейәлеп, ят әҙәмдәр уҙып бара. Буласаҡ кейәүе лә шулар араһында булған икән. Баҡтиһәң, Фәрзәнә еңгәһе ҡыҙҙы ҡустыһына димләргә йөрөгән.
Ике килә Нәғимйән ағай Шәмсинурҙы ҡоҙалап, тик ҡыҙҙың атаһы өйҙә булмау сәбәпле, кире ҡайтып китә. Атай абруйы, атай һүҙе ныҡ булған шул әүәл. Өсөнсөгә килгәнендә, буласаҡ ҡайныһы өйҙә булып, фатиха биргәс, никах уҡыталар ҙа кейәү арбаһына ултыртып та ебәрәләр Шәмсинурҙы. Һәм бына 62 йыл инде Шәмсинур менән Нәғимйән Ҡаһармановтар тормош арбаһында бергә килә.
Ҡаһармановтар
Нәғимйән ағайҙың буласаҡ кәләшенә әйткән беренсе һүҙе: "Йә, күҙҙәреңде күрһәт әле", — була. Асылда кешенең күңеле күҙҙәрендә сағылыуын яҡшы аңлай егет. Ҡылыҡ менән эске кисерештәреңде йәшерергә мөмкин, ә бына ҡараш бөтәһен дә асып бирә...
— Никахыбыҙға 60 йыл тулған осорҙа ауылда ла, район үҙәге Асҡарҙа ла матур итеп ҡотланылар, бүләк бирҙеләр, Президенттың ҡотлау хатын тапшырҙылар, рәхмәт инде, — ти Шәмсинур апай менән Нәғимйән ағай, ҡыуанып. — Бөтәһе лә булды тормошта: ҡыуаныслы мәлдәре лә, ҡайғы-хәсрәте лә. Илайһың да, донъя булғас, һыуҙайһың да, унан, бөтәһен дә эскә йәшереп, артабан йәшәп алып китәһең. Көйгән мәлдәр ҙә була, тик олоға ебәрмәйһең — шунда ғына бергә йәшәү мөмкин...
Шәмсинур апай, Таҡһыр ауылына кейәүгә сыҡҡас, мәҡәлдә әйтелгәнсә, "таштай бата". Ире күпселек ваҡытын эштә үткәрә, ә ҡатыны донъя көтә, бала баға, Нәғимйәненең ҡайтыуына аш-һыу яраштыра. Өй һалып ебәрәләр, әкренләп донъя кәрәк-ярағы йыялар. 1983 йылда йорт-ҡаралтыһы янып китә, бер нәмә лә ҡалмай, көлгә әйләнә. Йыл самаһы кеше өйөндә көн иткәс, ҡайтанан йорт тергеҙәләр, һуңынан төкәтмә һуғалар. Өс балалары донъяға килә. Ҡыҙҙары Зиниә кескәй генә сағында үлеп ҡала, ә Вәлит менән Зифа, урта мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, юғары белем ала. Улдары Өфө дәүләт авиация институтын бөтөрөп, ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. Теүәл фәндәрҙе һыу кеүек эскән егеткә ғилми даирәләрҙә ҙур өмөт бағлайҙар, хеҙмәттәре лә донъя күрә башлай. Вәлит Гөлсирә исемле ҡыҙға өйләнә, улы, ҡыҙы донъяға килә. Тик ҡайғы көтмәгәндә ишек ҡаға: ғаиләһендә лә, эшендә лә күптәргә өлгө булырҙай аҡыллы, инсафлы йәш ғалим 49 йәшендә ҡапыл вафат була.
— Улымдың үлеме мине ер аҫтына алып китте, — ти әсе күҙ йәшенә төйөлөп Шәмсинур апай. — Ул ҡайғы үтерлек тә, бөтөрлөк тә түгел, һаман беҙҙең менән. Бөтәбеҙ өсөн дә өҙөлөп торҙо улым. Ҡапҡа эсендә мотоциклы тороп ҡалды... Кеше белмәй хәлебеҙҙе, ҡоштар белмәй телебеҙҙе...
— Балаларҙы уҡытабыҙ, тинек тә ынтылдыҡ. Бөтә маҡсатыбыҙ шул булды: нисек тә уларға юғары белем бирергә. Вәлит баш ҡалала утыҙ йылдан ашыу ғүмерен уҙғарҙы, күреп-һөйөп тә туйманыҡ үҙен. Балалары үҫте инде, икеһе лә юғары белем алды, — Нәғимйән ағай ҡатынының һүҙен дауам итә. — Ҡайтып йөрөйҙәр, хәл белешәләр, фатиха алып китәләр. Килен дә онотмай.
Эйе, ейәндәре Илмир ҡасандыр атаһы уҡыған авиация институтын (хәҙер университет) ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Вәлит Нәғимйән улының рухына тоғро, уның менән ғорурланып йәшәй. Ейәнсәрҙәре Юлиә, Башҡорт дәүләт университетын бөтөрөп, әсәһе кеүек, мәктәптә тарих фәненән белем бирә. Өфө ҡалаһының 156-сы мәктәбендә уны яраталар, ихтирам итәләр.
Ҡаһармановтарҙың ҡыҙҙары Зифа Стәрлетамаҡтағы педагогия институтын бөтөргән, ғүмерен балалар уҡытыуға, йәш быуынға әсә теленең бөйөклөгөн, матурлығын еткереүгә бағышлаған. Красная Башкирия урта мәктәбендә 26 йыл эшләгән.
— Хәҙер ҙә урыҫ балалары минең менән башҡортса иҫәнләшеп үтә, шул саҡ хеҙмәтемдең бушҡа китмәүен аңлайым, — ти Зифа Нәғимйән ҡыҙы. — Үҙемдәге бөтә ыңғай сифаттар өсөн әсәйем менән атайыма бурыслымын. Иҫ киткес кеше улар. Үҙ балаларына ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренә лә юғары белем алырға ярҙам иттеләр.
Зифаның өлкән ҡыҙы Зөлфинә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика-психология факультетын, һуңынан аспирантураһын тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған, хәҙер Мәскәүҙә эшләй. Эльза Магнитогорск тау-металлургия университетының иҡтисад факультетынан һуң ҙур ғына нефть компанияһында иҡтисадсы булып эшләп йөрөй. Кинйәләре Дилә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актерҙар бүлеген бөтөргән, әле Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында эшләй. Әсәһенең йыр-моңға, бейеүгә әүәҫлеге күскән Диләгә, был һәләт уға төп һөнәрендә лә ярҙам итә.
— Күп ҡайғы күрҙе әсәйем менән атайым, хәсрәттәрен ейән-ейәнсәрҙәрендә баҫтылар, уларҙы күҙ уңынан ысҡындырманылар. Әсәйем 82 йәшендә лә сәскәләр үҫтерә, уның дәртенә һоҡланырлыҡ. Атайымдың күңел киңлеге иҫ китмәле. Донъяның аҙына ла ҡәнәғәт булып йәшәне улар, киләсәктә күберәк ҡыуаныстар насип булһын инде, — ти ҡыҙҙары Зифа. — Ғаиләбеҙҙә атай һүҙе һәр саҡ өҫтөн булды, әсәйем уның абруйын һаҡлай белде.
...Яҙмыш һынауҙарын еңә-еңә, һаман йәшәүҙең матурлығына һоҡлана, күңелдәрендә донъяға, кешеләргә ҡарата йылы тойғо һаҡлай белгән хеҙмәт ветерандарының йортонан яңырып, илһам алып сыҡҡандай булдым.