Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Асылыбыҙға тоғро ҡалдыҡ
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты үткәргән сираттағы ултырышта халыҡ-ара кимәлдәге йәмәғәт берекмәләре союзының 2011 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм киләһе йылға бурыстары билдәләнде.
Эшлекле һөйләшеүгә башҡарма комитет ағзалары, Рәсәй төбәктәрендәге һәм Башҡортостандың район-ҡалаларындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре генә түгел, илдең алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайланған депутаттар ҙа саҡырылғайны.
Шулай итеп, ултырышта Рәсәйҙең иң юғары закондар сығарыу органында эшләүсе Марсель Йосопов, Сәлиә Мырҙабаева һәм Иршат Фәхретдинов ҡатнашты. Сығыш яһаусылар башҡорт халҡын борсоған социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни мәсьәләләрҙе күтәрҙе, ойошманың эш сифатына ҡағылышлы фекерҙәр ҙә еткерҙе.
– Уҙып барған йыл башҡорт Ҡоролтайы өсөн ҡатмарлы ғына булды, – тип билдәләне башҡарма комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Румил Аҙнабаев. – Эшебеҙгә байтаҡ яңы йүнәлеш индерелде, шулай ҙа төп асылыбыҙға тоғро ҡалдыҡ. Йыл дауамында телгә, мәҙәниәткә, кадрҙарға бәйле етди бәхәстәрҙә ҡатнашырға тура килде, беҙҙең ҡәтғилек һәм дәррәүлек был мәсьәләләрҙе хәл иткәндә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы.
Румил Тәлғәт улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер мәсьәләләре буйынса комиссияһы башланғысы менән халыҡты эшҡыуарлыҡҡа нығыраҡ йәлеп итеү маҡсатында асылған Бизнес үҙәгенең эшенә яҡшы баһа бирҙе, Ҡоролтай ағзаларының республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү программаһын төҙөүҙә ҡатнашыуын, ЮНЕСКО-ның республикалағы бүлексәһе менән тығыҙ бәйләнеш булдырылыуын ҡаҙаныштар иҫәбенә индерҙе. Әле «Урал батыр» эпосын донъя ҡомартҡылары исемлегенә керетеү мәсьәләһе хәл ителә, күренекле шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар тормошҡа ашырыла.
Йәмәғәт берекмәләре союзының быйыл ойошторолған Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына инеүе, башҡарма комитет ағзаларының Дәүләт Думаһына алдан һайлауҙа ҡатнашыуы – сәйәси әүҙемлектең асыҡ дәлиле. Социаль йүнәлештәге эштәргә килгәндә, «Айыҡ ауыл» акцияһын 100-ҙән ашыу ауылдың күтәреп алыуы хаҡында телгә алыу ҙа етә. «Һуңғы ваҡытта спортҡа иғтибарҙы көсәйтәбеҙ, айырыуса милли көрәште үҫтереү буйынса эш һәйбәт һөҙөмтәләр бирә», – тине башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары.
Ултырышта Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы, Пермь крайы, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре ҡоролтайҙарының эшмәкәрлеге хаҡында ла телмәрҙәр тыңланды. Бүтән төбәктәрҙә йәшәүсе башҡорттарҙы борсоған мәсьәләләр, әлбиттә, бихисап.
Киләһе йылда ғәмәлгә ашыраһы мөһим бурыстар ҙа байтаҡ. Милли мәғарифты, мәҙәниәтте, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, тарихты өйрәнеү һәм башҡа мәсьәләләр көнүҙәк булыуын юғалтмаясаҡ. Төп эштәр иҫәбенә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына бәйле саралар ойоштороу ҙа ингән.
Милләтебеҙҙең абруйын күтәреүгә тос өлөш индереүсе шәхестәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәмәғәт премияларын тапшырыу ултырыштың төп үҙенсәлеге булғандыр. Ғалимдар Әнүәр Әсфәндиәров менән Рәшит Шәкүр, медицина фәндәре докторҙары Марс Юлдашев менән Мәхмүзә Ғәйнуллина, ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Бейешева, яҙыусы-мәғрифәтсе Мәрйәм Бураҡаева, скульптор Өлфәт Ҡобағошев, ҡурайсы-фольклорсы Юлай Ғәйнетдинов, «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов, журналистар Әхмәр Үтәбай, Салауат Хәмиҙуллин һәм Урал Сафиуллин, эшҡыуар Рәйлә Фәсхетдинова, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башлығы Рәйсә Сырлыбаева, йәмәғәтсе-ветеран Абдрахман Вәлидов, сәсән һәм «Айыҡ ауыл» проектын башлаусы Вәсилә Садиҡова, йәш ғалим Рәфил Аҫылғужин премияның тәүге лауреаттары булды.
Я. УСМАНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә