Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәшһүр шәхестәр мәшһүр булып ҡала
Мәшһүр шәхестәр мәшһүр булып ҡалаРеспубликаның Хәрби Дан музейында Советтар Союзы Геройы Александр Матросовты иҫкә алдылар. 1943 йылдың 19 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Матросов Александр Матвеевичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Осрашыуға уҡыусылар, ветерандар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылды. Улар алдында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, театр һәм кино режиссеры Раиса Устинова, журналист, Өфөнөң почетлы гражданы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрит Вахитов сығыш яһаны, батырҙың биографияһындағы ҡайһы бер үҙенсәлектәр хаҡында һөйләне. Шулай уҡ “Легендар Александр Матросов” фильмы күрһәтелде, ҡала мәҙәниәт һарайының ветерандар хоры патриотик йырҙар башҡарҙы. Был көндә сарала ҡатнашыусыларға Республика Хәрби Дан музейынан Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Александр Матвеевич Матросов иртә етем ҡала, Иваново балалар йортонда (Ульяновск өлкәһе) тәрбиәләнә. 1939 йылда Куйбышев ҡалаһындағы вагон ремонтлау заводына ебәрелә, күп тә үтмәй унан ҡасып китә. Һарытау ҡалаһының халыҡ суды ҡарары буйынса, паспорт режимын боҙған өсөн ике йылға иркенән мәхрүм ителә. Яза срогын Өфө балалар хеҙмәт колонияһында үтә, мебель фабрикаһында столяр булып эшләй. Әйткәндәй, РСФСР Юғары Судының Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы 23 йыл үткәс, Александр Матросов үлемһеҙлеккә атлағандан һуң, хөкөм ҡарарын ғәмәлдән сығара.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ул бер нисә тапҡыр фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Красный Холм пехота училищеһына ебәрелә. Бер айҙан курсанттарҙың күбеһен Калинин фронтына оҙаталар. Ошо уҡ йылдың ноябрендә Матросов хәрәкәт итеүсе армияға эләгә. Ул И.В. Сталин исемендәге 91-се айырым Себер ирекле бригадаһындағы 2-се уҡсылар батальонында (һуңыраҡ Калинин фронтындағы 56-сы гвардия уҡсылар дивизияһының 254-се гвардия уҡсылар полкында) хеҙмәт итә. Башта бригада резервта тора, унан һуң Псков янына юллана.
1943 йылдың 27 февралендә 2-се батальон алдына Псков өлкәһенең Локнянск районындағы Чернушки ауылынан көнбайыштараҡ урынлашҡан Плетень ауылы янындағы пунктҡа һөжүм итеү бурысы ҡуйыла. Совет һалдаттары урмандан сығыу менән дошмандың пулемет утына эләгә. Штурмлау төркөмө пулеметтарҙың береһен юҡ итә, икенсе дзотты бронебойщиктар ҡыйрата. Өсөнсө дзот пулеметы ут сәсеүен дауам итә. Артиллерия ҡоралы ла ярҙам итә алмай беҙҙекеләргә. Ҡаты һуғышта бер-бер артлы совет һалдаттары һәләк була. Шул саҡ ҡыҙылармеец Александр Матросов дзот яғына шыуыша. Ул, амбразураға яҡын килеп, ике граната ырғыта. Пулемет тына. Ләкин яугирҙәр атакаға күтәрелеү менән, ул йәнә телгә килә. Матросов дзотҡа ташлана һәм кәүҙәһе менән амбразураны ҡаплай. Ғүмерен ҡорбан итеп, яугир подразделение тарафынан хәрби бурысты үтәүгә булышлыҡ итә, тиҫтәләгән һалдатты ҡотҡара.
Батыр Чернушки ауылында ерләнә. 1948 йылда уны Псков өлкәһенең Великие Луки ҡалаһына күсерәләр. Александр Матросовтың ҡаһарманлығы тураһындағы хәбәр гәзит биттәрендә донъя күрә. Уның хаҡында часть ҡарамағындағы журналист мәҡәлә яҙа. Тәьҫоратты көсәйтеү өсөн 18 йәшлек егеттең һәләк булыу көнөн хәбәрсе 23 февралгә, Ҡыҙыл Армияның тыуған көнөнә, күсерә. Тарихҡа тап ошо дата рәсми инә лә инде.
1943 йылдың 8 сентябрендә СССР оборонаһы халыҡ комиссары И.В. Сталиндың бойороғо менән 254-се гвардия уҡсылар полкына А.М. Матросовтың исеме бирелә, ә батыр үҙе ошо частың 1-се ротаһы исемлегенә мәңгелеккә индерелә. Александр Матросовҡа тиклем дә ошондай ҡаһарманлыҡ ҡылыусылар булған тигән мәғлүмәт бар. Шулай ҙа совет һалдаттарының ҡаһарманлығын данлау өсөн тап уның исеме файҙаланыла. Быға, әлбиттә, яугирҙең йәш булыуы ла, ҡатмарлы яҙмышы ла булышлыҡ иткәндер. Һуғыш аҙағына тиклем тағы ла 300 яугир ошондай батырлыҡ күрһәтә. Улар иҫәбендә Башҡортостандан өс егет бар. Шуларҙың береһе — Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин. Матросов менән Ғөбәйҙуллиндың ҡаһарманлығын Өфөнөң Еңеү паркындағы һәйкәл кәүҙәләндерә. Әммә кеше мәңге табынырлыҡ һын булып ҡала алмай. Ваҡыт үтеү менән Александр Матросовтың шәхесенә, уның биографияһына ҡыҙыҡһыныу арта. Батырҙың сығышы тураһындағы бәхәс әле лә һүнмәй. Мәҫәлән, журналист Рәүеф Насиров Александр Матросов Днепропетровскиҙа түгел, ә Башҡорт АССР-ының Учалы районындағы Ҡунаҡбай ауылында тыуған тигән асыш яһаны. Уның ысын, анығыраҡ әйткәндә, тәүге исеме — Шакирйән Мөхәмәтйәнов. Журналист был хаҡта “Ҡайҙан һин, Матросов?” тигән китап яҙа.
Данлы яугирҙең батырлығын ҡайһы берәүҙәр шик аҫтына ҡуйып, яла яғырға маташа. Әммә мәшһүр шәхестәр һәр саҡ мәшһүр булып ҡала. Александр Матросов ил тарихына инде. Уға Өфөлә, Великие Луки, Ульяновск, Красноярск, Днепропетровск, Армавирҙа һәм башҡа ҡалаларҙа һәйкәл ҡуйылған. Өфөләге урам һәм балалар кинотеатры яугирҙең исемен йөрөтә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында А.М. Матросовтың мемориаль музейы асылған. Великие Луки ҡалаһындағы Комсомол даны музейы ла батыр исемен йөрөтә.
Геройҙың ҡаһарманлығы халыҡ хәтерендә мәңге йәшәй.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә