Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты 80 йыллығын билдәләй. Төбәк мәғарифын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыу, педагогтарҙың белемен камиллаштырыу, заманға ярашлы әсбаптар, дәреслектәр төҙөү бурыстарын иңенә алған һәм уларҙы йылдар дауамында намыҫлы атҡарып килгән учреждениеның республикала үҙ урыны, ныҡлы абруйы бар.
Бөгөнгө заман институтҡа ниндәй йөкләмәләр өҫтәй? Мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар эшмәкәрлекте ҡайһы яҡтан үҙгәртеүҙе талап итә? Республика уҡытыусыларының кәйефе нисек, һөнәри әҙерлеге ниндәй кимәлдә? Институттың ректоры Рәмил МӘЖИТОВ менән әңгәмәбеҙ, нигеҙҙә, ошо хаҡта.
— Мәғарифты үҫтереү институтын "уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы" тип хаҡлы рәүештә атарға мөмкин. Рәмил Ғиниәт улы, ошо ышанысты юғалтмау айырыуса ҙур тырышлыҡ талап итәлер?
— Педагогтарҙың ярҙамсыһы, юл күрһәтеүсеһе булараҡ, әлбиттә, һәр саҡ алдан барырға бурыслыбыҙ. Институт хеҙмәткәрҙәре уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу, уларҙы ҡайтанан әҙерләү, эшмәкәрлеген заманға яраҡлаштырыу кеүек төп йөкләмәләрҙе лайыҡлы тормошҡа ашыра, тип әйтә алам. Дөрөҫ: педагогтарҙың, уҡыу йорттарының ышанысын аҡлау күп көс талап итә, айырыуса үҙгәрештәргә бай осорҙа. Белеүегеҙсә, байтаҡ мәктәптең ҡулайлаштырыу тулҡынына эләгеүе сәбәпле, ҡайһы бер уҡытыусылар эшһеҙ ҡалды йә иһә тулы ставкаһын юғалтты, һөҙөмтәлә, үҙенекенән тыш, башҡа предметты уҡытырға мәжбүр. Ошондай мәсьәләләрҙе яйға һалыу эше күп осраҡта Мәғарифты үҫтереү институтына йөкмәтелә. Мәҫәлән, алты сессиянан торған ҡыҫҡа курста педагогтар башҡа төрлө предметтан белем биреү үҙенсәлектәрен, алымдарын өйрәнә ала. Быйыл 231 кеше ошондай әҙерлек үтте.
Ғөмүмән, уҡытыусылар, мәктәп етәкселәре беҙҙе терәк, таяныс итеп күрә. Һәр төрлө үҙгәреш, яңылыҡ гел генә күп аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра бит: педагогтар курстарҙа үҙҙәрен борсоған барлыҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшә, фекер алыша, бер-береһенә кәңәш бирә. Институт хеҙмәткәрҙәренә лә һәр төрлө һорау менән мөрәжәғәт итә алалар. Асыҡтан-асыҡ әңгәмәләшеү, әлбиттә, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең дөрөҫ юлын табырға мөмкинлек бирә. Бындай һөйләшеүҙәр институт уҡытыусылары, ғалимдары өсөн дә әһәмиәтле: улар ниндәй йүнәлештә эшләү кәрәклеген асыҡлай.
— Курстарҙа ниндәй темалар өҫтөнлөк итә?
— Дөйөм алғанда, уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу 17 йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла. Быйыл тарих, олигофренопедагогика, мәктәпкәсә педагогика һәм психология, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, педагогика һәм мәктәпкәсә белем биреү методикаһы, психология, инглиз теле буйынса курстар ойошторолдо. Яңы уҡыу йылында тағы ла өс йүнәлеш — белем биреүҙә менеджмент, технология һәм эшҡыуарлыҡ, урта һөнәри белемле кешеләргә физкультуранан белем биреү — буйынса уҡыуҙар башлана.
Курстарҙа "Мәғариф", "Беҙҙең яңы мәктәп" проекттарын тормошҡа ашырыу, белем биреүҙең сифатын яҡшыртыу, унда заманса мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡулланыу, балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү, уларҙың һәләтен үҫтереү, ялын файҙалы үткәреү, һаулығын һаҡлау һәм башҡа көнүҙәк темаларға мөрәжәғәт итәбеҙ. План-проспект төҙөү, тыңлаусыларҙы төркөмдәргә туплау урындарҙағы мәғариф идаралығы органдарынан, белем биреү учреждениеларынан, шулай уҡ айырым кешеләрҙән килгән ғаризалар буйынса ойошторола. Уҡыу программаһына оҫталыҡ дәрестәре, "түңәрәк өҫтәл"дәр, эшлекле уйындар һәм башҡа төрлө саралар индерелә. Ғәмәли эштәр үткәреү өсөн иң яҡшы уҡытыусыларҙы, һөнәри конкурстар еңеүселәрен саҡырабыҙ. Уҡыу проектты яҡлау, реферат яҙыу, контроль эш, тест һорауҙарына яуап биреү рәүешендә йомғаҡлана. Былтырғы һөҙөмтәләргә килгәндә, институтта квалификацияны камиллаштырыу буйынса 700-гә яҡын курс ойошторолдо, уларҙа 24 меңгә яҡын педагог һәм етәксе белемен камиллаштырҙы. Был эш модулле программалар аша тормошҡа ашырыла. Уларҙың реестры институттың сайтында (irorb.ru) урынлаштырылған. Педагогтар программалар араһынан үҙҙәренең һөнәри ихтыяжына, зауығына ярашлыһын һайлай ала.
— Дистанциялы уҡыу мөмкинлеге барлығы ла мәғлүм.
— Эйе, былтыр шундай 121 курс үткәрелде. Уларҙа өс меңгә яҡын педагог, мәғарифтағы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса дәрестәр тыңлап, дистанцияла һөнәри квалификацияһын күтәрҙе. Ғөмүмән, институттың эшмәкәрлегендә заман технологияларын ҡулланыуға ҙур урын бүленә. Әйтәйек, былтыр интернет-конференция, ике тапҡыр төбәк-ара интернет-педсовет ойошторҙоҡ. Был саралар педагогик йәмғиәт тарафынан хупланды.
— Ике йыл элек башланғыс кластарҙың уҡыу программаһына яңы федераль дәүләт стандарттары индерелә башланы. Ишетеп белеүебеҙсә, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында яңы алымды тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрелгән курстарҙан уҡытыусылар ҡәнәғәт.
— Яңы федераль дәүләт стандарттарын мәктәптәргә индереү йәһәтенән республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан координация советы төҙөлгәйне. Был эште беҙҙең институт алып бара. Республиканың барлыҡ башланғыс класс уҡытыусыларына яңы стандарттар ҡуйған талаптарҙы өйрәтеү буйынса курстар үткәрелде. Координация советы кварталға бер тапҡыр ултырыш уҙғара, бындай сараны урындарҙа ла ойошторабыҙ. Мәҫәлән, былтыр — Стәрлетамаҡта, быйыл Әлшәй, Бишбүләк, Миәкә райондарында, Салауат ҡалаһында булдыҡ.
Тәжрибәле, һәләтле педагогтар, шулай уҡ ижади эшләгән йәш уҡытыусылар менән айырым шөғөлләнәбеҙ. "Эҙләнеүсе педагог", "Уҡытыусы-мастер" тигән конкурстар тап улар өсөн үткәрелә.
Мәғлүм булыуынса, мәғариф өлкәһендәге башланғыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу уҡытыусының һөнәри үҫешенә бәйле. Был йәһәттән институтта Педагогтарға аттестация үткәреү үҙәге уңышлы эшләй. Республиканың дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының һөнәри кимәлен күтәреүҙе ойоштороу, техник, мәғлүмәти-методик яҡтан булышлыҡ итеү бурысын алғанбыҙ. 2012/13 уҡыу йылында институтта 14 673 педагог аттестация үтте (былтырғыға ҡарағанда 245 кешегә күберәк). Араларынан 5 604 уҡытыусыға юғары категория бирелде.
— Әйткәндәй, Мәғарифты үҫтереү институты — республика педагогтарының иң абруйлы бәйгеһе булған "Йыл уҡытыусыһы" конкурсын ойоштороусыларҙың береһе лә.
— Сараны уҡытыусыларҙың эшенә баһа биреү, уларҙы дәртләндереү, үҫтереү йәһәтенән иң уңышлы проекттарҙың береһе, тип иҫәпләйем. Белеүегеҙсә, "Йыл уҡытыусыһы"нан тыш, башҡорт, татар, урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүселәр өсөн айырым конкурстар үткәрәбеҙ. Һәр бәйге йылдан-йыл камиллаша, байый, форматы үҙгәрә, номинациялар өҫтәлә, ҡатнашыусыларға талаптар ҙа көсәйә. Шунлыҡтан конкурстарҙың әһәмиәте кәмемәй, киреһенсә, арта. "Көрәш майҙаны"на сығырға теләүселәр ҙә бихисап. Мәҫәлән, быйыл Өфөгә урындарҙа иң көслө тип табылған 116 педагог килде, уларҙың 43-ө финалға сыҡты.
Яҡшы уҡытыусы ниндәй булырға тейеш һуң? Тап ошо һорауға аныҡлыҡ индерергә, үҙ өлгөһөн күрһәтергә тырыша бәйгеселәр. Асыҡланыуынса, алдынғы уҡытыусы тәү сиратта балаларҙы, уҡытҡан предметын, һөнәрен яратырға, әхлаҡлы булырға, йәш быуынға белемен тулыһынса еткереү өсөн ижади эшләргә тейеш.
Быйыл миңә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсында жюри рәйесе булырға тура килде. Һүҙ юҡ: ярышҡа һәр район, ҡала үҙенең иң алдынғы педагогын ебәрергә тырыша. Әммә шул күҙгә салынмай ҡалманы: республиканың төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш төбәктәренән килгән уҡытыусыларҙың сығышы күпкә көслө. Ҡала педагогтары ла ижади йәһәттән өҫтөнлөгөн күрһәтте. Бының төп сәбәбе шундалыр: улар, башҡа халыҡ вәкилдәре менән ярышып өйрәнгәнгә күрә, шул тиклем тырыша, әҙерлеге юғары, методик яҡтан үҫешкән, тәжрибәләре ҙур. Һәр уҡытыусы ошо өлгөгә эйәрергә тырышһын ине, тигән теләктәмен.
— Быйыл ҡабул ителгән "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Законда ла тап шундай һыҙаттарға өҫтөнлөк бирелә. Рәмил Ғиниәт улы, һеҙҙең институт тарафынан яңы ҡанундың ҡағиҙәләрен төшөндөрөү йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарыла?
— Алдан шуны әйтеп үтәйем: яңы законды ҡабул итеү заман талабы булды. Белем биреүҙе 20 йылдан ашыу элек төҙөлгән, тимәк, бөгөнгө заманға тап килмәгән ҡануниәт буйынса алып барыу мәғариф тармағында эшләүселәргә генә түгел, уҡыусыларға ла, ата-әсәгә лә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра ине.
Әле Башҡортостандың белем биреүҙе көйләүсе ҡанунын "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Законға яраҡлаштырып яңыртыу бара. Мәғлүм булыуынса, документ 1 сентябрҙә көсөнә инә, шуға ҡәҙәр педагогтарға яңы ҡағиҙәләрҙе төшөндөрөү бурысы тора. Был йәһәттән беҙҙең Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре байтаҡ мәктәптә семинарҙар үткәрҙе. Август аҙағына тиклем ошондай аңлатыу эше менән һәр район һәм ҡаланы урап сығырға маҡсат иткәнбеҙ.
Мәғариф тураһындағы яңы законда педагогтарҙың, мәктәп етәкселәренең белемен даими камиллаштырыу бурысы ҡуйылған. Тимәк, беҙҙең институт хеҙмәткәрҙәренә ҡыуаныслы мәшәҡәттәр арта. Уҡытыусыларҙы "белемде ғүмер буйына алыу мөһим" тигән принципҡа, ижади эшләргә, конкуренцияға һәләтле, маҡсатлы булырға өйрәтәбеҙ икән, үҙебеҙ ҙә шуға ынтылырға тейешбеҙ. Был йәһәттән, әлбиттә, уңыштарыбыҙ бар. Алда әйтелгәндәрҙән тыш, төрлө конференциялар, семинарҙар яҡшы һөҙөмтә бирә. Институттың уҡытыусылары, профессорҙары тарафынан быйыл 43 тема буйынса ғилми-тикшеренеү эше алып барылды, 12 монография, 100-ҙән ашыу уҡыу һәм уҡытыу-методика әсбабы сығарылды. Әле 19 диссертация әҙерләнә. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең уларҙы уңышлы яҡлап, фән кандидаты, докторы булырына ышанабыҙ.
Алда әйтеп үткәнемсә, институтта ғилми-ғәмәли конференциялар йыш уҙғарыла. Быйыл да шундай 14 сара ойошторолдо. Былтыр тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелдек — Рәсәй белем биреү академияһы, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, республиканың Мәғариф министрлығы менән берлектә беҙҙә "Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға психологик-педагогик ярҙам күрһәтеү" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрелде, мәсьәләне хәл итеү юлдары билдәләнде.
Шулай уҡ Германияның Баден Вюртемберг ерендәге мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу академияһы менән бәйләнеш булдырылды. Майҙа республиканан 17 педагог ошо уҡыу йортонда белемен камиллаштырып, халыҡ-ара сертификат алды. Штутгарт ҡалаһындағы Фон институты менән дә килешеү төҙөлдө. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә студенттар, белгестәр унда әҙерлек үтеү мөмкинлегенә эйә.
Уҡыусыларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, улар өсөн төрлө саралар уҙғарыуҙа ҡатнашабыҙ. "Башҡортостан өмөтө" тигән форумды ғына алайыҡ. Һәләтле балалар өсөн уҙғарылған сара күркәм йолаға әүерелде. Быйыл да унда республика, төбәк-ара, Рәсәй олимпиадаларының еңеүселәре, призерҙары тантаналы бүләкләнеп, киләсәктә тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға көс-ҡеүәт тупланы.
— Әле Берҙәм дәүләт имтиханы менән мәшғүлһегеҙ. Һынауҙың һөҙөмтәһе менән риза булмайынса, апелляцияға биргәндәр артамы, әллә кәмейме?
— Белеүегеҙсә, БДИ-ның һөҙөмтәләре беҙҙең институтта эшкәртелә, хеҙмәткәрҙәребеҙ һынау комиссияларында ҡатнаша. Апелляцияға биреүселәр арта. Бының тик ыңғай яғын күрәм: бөгөнгө ата-әсә, уҡыусылар демократик ҡарашлы, үҙ хоҡуғын белә. Йәштәргә һынауҙы уңышлы тапшырыуҙарын, киләсәккә дөрөҫ юл һайлауҙарын теләйһе ҡала. Уҡытыусыларҙың иһә, йәйге ялды файҙалы үткәреп, яңы уҡыу йылын яңы көс-дәрт, ижади ҡомар менән башларына ышанам.