Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң мөһиме — халыҡ ихтыяжы
“Башнефть” изгелек ҡылыуын дауам итә

Быйыл ҡыш “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы вәкилдәре менән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында булып, уларҙың мәрхәмәт йөҙөнән башҡарған эштәрен ҡарап ҡайтҡайныҡ. Был юлы иһә журналистар ошо уҡ маҡсатта төбәгебеҙҙең көньяҡтағы райондарына юлланды.
Эйе, компания республиканы бүлеп ҡарамай, һәр төбәккә тигеҙ ярҙам күрһәтергә тырыша. Үҙенең предприятиелары күпләп урынлашҡан райондарға иғтибарҙың ҙурыраҡ булыуы ла аңлашыла — улар хеҙмәткәрҙәре мәнфәғәтен ҡайғырта. Иртә менән өс микроавтобусҡа тейәлеп, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре сәфәргә сыҡты. Юл оҙон — бер көн эсендә Шишмә, Стәрлебаш, Ишембай һәм Күгәрсен райондарында булып, төнөн Өфөгә әйләнеп ҡайтырға кәрәк.
Беҙ ҡарарға барған учреждениелар — физкультура-һауыҡтырыу комплексы, мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары. Халыҡтың имен йәшәйеше өсөн тәү сиратта ошо социаль объекттар кәрәк бит.

Спорт менән һаулыҡ йәнәшә

Иң тәүге туҡталыш — Шишмә ҡасабаһы. Беҙҙе район хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов үҙе ҡаршыланы һәм эштәр барышы менән таныштырҙы. Район үҙәгендә ҙур физкультура-һауыҡтырыу комплексы һалына икән. Быға тиклем ҡасаба халҡына спорт менән шөғөлләнеү, һаулығын ҡайғыртыу өсөн әллә ни мөмкинлектәр булмаған. Мәктәптәрҙең береһендә урынлашҡан спорт залы менән генә мөрхәтһенергә тура килгән. Яңы комплекс иһә бөтә талаптарға ла яуап бирә. Унда спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош алып барыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа буласаҡ. Ҙур спорт залдары, 25 метр оҙонлоғондағы бассейн, фитнес менән шөғөлләнеү бүлмәләре бар. Эштәргә килгәндә, уның иң күләмле һәм етди өлөшө тамамланған да инде: бина тулыһынса тиерлек һалынып бөткән, әле биҙәү эштәре башланған. Әйткәндәй, башҡараһы бурыстар күп һымаҡ тойолһа ла, төҙөүселәр комплексты көҙ башында сафҡа индерергә вәғәҙәләй. Төҙөлөш өсөн барлығы 164,5 миллион һум аҡса тотонолған.
Артабан микроавтобустар Стәрлебаш районы үҙәгенә табан ҡуҙғалды. Бында беҙҙе үҙәк район дауаханаһы янында төҙөлгән хирургия корпусы менән танышыу көтә ине. Ул да — “Башнефть” компанияһы ярҙамында һалыныусы мөһим объект.
Яңы корпус 50 урынға иҫәпләнгән. Бында гинекология, хирургия, бала табыу, реанимация бүлексәләре, “Ашығыс ярҙам” станцияһы урынлашҡан. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фәнис Ғәбдрәхимов әйтеүенсә, бөтә төп операциялар ошонда эшләнә.
— Үҙебеҙҙең белгестәр етмәгән осраҡта ла, Өфө һәм Стәрлетамаҡ врачтары менән килешеү бар, улар килеп операция эшләргә ярҙамлаша. Медицина ҡорамалдарына килгәндә, улар бар. Дөйөм алғанда, дауахана тулыһынса заманса йыһазландырылған. Тотош Стәрлебаш районын хеҙмәтләндерәбеҙ, — ти Фәнис Зөлҡәрнәй улы.
Дауахана табиптар менән 81 процентҡа тәьмин ителгән. Баш табип әйтеүенсә, былтыр ғына 12 йәш белгес “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килгән. Ысынлап та, корпуста эшләгән персонал араһында йәштәрҙең күп кенә булыуы күҙгә салынды. Тимәк, стәрлебаштарға ҡайғыраһы түгел: яңы дауаханала ышаныслы алмаш үҫә.
“Система” мәрхәмәтлек фондының Башҡортостан филиалы директоры Рушан Сәйетов әйтеүенсә, компания дауахананың яңы корпусын төҙөү өсөн 65 миллион һум аҡса бүлгән.

Иң мөһиме — халыҡ ихтыяжыБуласаҡ нефтселәр бында үҫә

Киләһе туҡталыш — Ишембай ҡалаһы. Хәбәрселәрҙе был юлы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы сабыйҙары ихлас күңелдән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар өсөн ҙур булмаған концерт та ойошторғайны бәләкәстәр. Улар йырланы, бейене, бағыусыларға арнап шиғырҙар ятланы.
Ишембай — нефтселәр ҡалаһы. Быны балалар баҡсаһына килеп инеү менән дә тойорға мөмкин ине — ишек алдында нефть сығарыу ҡорамалдары макеты ҡаршылай. Сабыйҙар, тимәк, бәләкәйҙән “ҡара алтын”дың нисек һәм ҡайҙан табылғанын белеп үҫә.
270 урынға иҫәпләнгән бина ҡалала балалар баҡсаһына булған сиратты кәметеү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Һау балалар менән бер рәттән, телмәре боҙолған сабыйҙар өсөн дә ике махсус төркөм бар.
Учреждение мөдире Елена Михайлова әйтеүенсә, элек бында ҡала фабрикаһының балалар баҡсаһы булған. Ул ябылғас, ун йыл самаһы бөтөнләй буш тора, тирә-яғын сүп үләне баҫып бөтә. Ҡала хакимиәте тырышлығы менән уға йән өрәләр. “Башнефть” компанияһы бинаны яңыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Ремонт эштәре өсөн 17,2 миллион һум аҡса сарыф ителә.
Бында балаларҙы 1,5 йәштән ҡабул итәләр, уларҙы музыкаға, бейеүгә, уйын ҡоралдарына, һүрәт төшөрөүгә өйрәтәләр. Физик яҡтан күнектереүгә лә ҙур иғтибар бирелә.

Күгәрсен мәктәптәре һоҡландырҙы!

Иң мөһиме — халыҡ ихтыяжыИнде көн кискә табан ауыша башлағас, Күгәрсен районы тарафтарына ла килеп еттек. Бында беҙҙе ике мәктәп көтә ине. Тәүгеһе — райондың Сәйетҡол ауылында урынлашҡан туғыҙ йыллыҡ мәктәп. Беҙҙе уның директоры Рафаэль Йосопов ҡаршы алды.
Уҡыу йортоноң тарихы ҙур. Ул — районда ғына түгел, хатта республикала ла иң олпат белем усаҡтарының береһе.
— Беҙҙең мәктәптең 150 йылдан ашыу тарихы бар. Уға нигеҙ сама менән 1858 йылда һалынған. Уҡытыу өҙлөкһөҙ алып барылған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бинала балалар йорто урынлаштырылған, эвакуацияланған балаларҙы килтереп тәрбиәләгәндәр, — тип башланы һүҙен Рафаэль Марат улы. — Бөгөн бында ике ауылдан — Сәйетҡол һәм Бикес — 53 бала белем ала.
Төҙөлөш 2008 йылдың декабрендә башлана, бик тиҙ арала — ярты йылдан ашыу ваҡыт эсендә — бынамын тигән өр-яңы уҡыу йорто ҡалҡып та сыға. Хәҙер унда кәрәкле бөтә нәмә лә бар: иркен спорт залы, аш-һыу бүлмәһе, компьютерҙар менән йыһазландырылған информатика кабинеты. Йылытыу, һыу системалары яйға һалынған. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башынан мәктәп туғыҙ йыллыҡҡа әйләнгән.
— Әле һәр класта 6-7 уҡыусы белем ала, быйыл беренсе класҡа дүрт бала килеүен көтәбеҙ. Әлбиттә, оҙаҡламай хәл үҙгәрәсәк, ауылда тыуым артыуы һөҙөмтәһендә алдағы йылдарҙа балаларҙың күбәйәсәге көтөлә. Алла бирһә, йыл һайын 8-9 бала киләсәк, шуға күрә, мәктәбебеҙ бик ваҡытлы төҙөлдө, тип ҡыуанабыҙ һәм тағы ла оҙаҡ йылдар ауыл халҡы мәнфәғәтенә эшләүен теләйбеҙ, — тине Рафаэль Йосопов.
“Система” мәрхәмәтлек фондының Башҡортостан филиалы директоры Рушан Сәйетов әйтеүенсә, яңы мәктәпте һалыуға 35 миллион һум аҡса тотонолған.
Артабан райондың Исем ауылына юл тоттоҡ. Бында иһә иҫке мәктәпкә капиталь ремонт яһалған. Ремонт ҡына тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер — ул яңынан проектланған һәм тулыһынса үҙгәртелгән. Исем мәктәбен күреп бөтәһенең дә иҫе китте. Ундай матур мәктәпте район үҙәгендә генә түгел, баш ҡалала ла табыуы ауыр.
Беҙҙе мәктәп директоры Татьяна Кузнецова ҡаршы алды. Тулыһынса яңыртылған белем усағы 21 майҙа ғына асылған икән.
— Төҙөлөш бер йыл барҙы, ул осорҙа балалар ике урында — ауыл клубы бинаһында һәм балалар баҡсаһында — уҡып торҙо. 1 сентябрҙән бында 159 бала аяҡ баҫасаҡ, — ти Татьяна Александровна. — Быйылға яңы мәктәптә уҡып ҡарап өлгөрмәһәк тә, “һуңғы ҡыңғырау”ҙы ошонда үткәрҙек һәм әле IX — XI класс уҡыусылары сығарылыш имтихандарын тапшыра.
Бында барлығы ете ауыл балалары белем ала. Уларҙы автобус менән көн һайын килтерәләр икән. Директор әйтеүенсә, проекттан тыш йылы гараж төҙөүҙе лә үтенгәндәр, сөнки ҡыш көнө автобусты ҡабыҙыу ауырға тура килә. Хәҙер бында йылы гараж бар.
Һөйләшеп бөткәс, директор журналистарҙы эскә саҡырҙы. Күпте күргән хәбәрселәрҙең дә иҫе китте: мәктәп шул тиклем зауыҡлы итеп эшләнгән! Иҙәндә — ҡиммәтле плитка, бөтә ерҙә сағыу селтәрҙәр, ишек-тәҙрәләр өр-яңы. Иркен спорт залында иһә халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштарын үткәреп тә булалыр, моғайын. Ә тамаша залында үҙеңде филармонияға килеп ингәндәй тояһың. Был матур уҡыу йортона уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа шатланып бөтә алмай.
— “Башнефть” йәмғиәтенә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Әгәр бындай ярҙам булмаһа, бөгөн ҡайҙа уҡыр инек икән — күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Хәҙер беҙҙең мәктәпте килеп күрергә теләүселәр ҙә бихисап. Капиталь ремонт яһау өсөн 78 миллион һум аҡса тотонолдо, — тине Татьяна Александровна.
Мәктәп ихатаһы ла бик күркәм. Уҡытыусылар һәм балалар үҙ көсө менән сағыу сәскәләр ултыртҡан, тирә-яғын матурлаған. Хәҙер уҡыу йорто әллә ҡайҙан балҡып, ауылға ҡот-йәм биреп тора.

Артабан да ярҙам буласаҡ

Йәмғеһе 900 самаһы километр үтеп, төн уртаһында ғына Өфөгә ҡайтып индек. Арыу тойғоһо булһа ла, сәфәрҙән һәр кем ҡәнәғәт ине. Кеше шатлығын, райондар халҡы өсөн кәрәкле социаль биналарҙы күреү, әлбиттә, күңелле. Ә иң ҡыуаныслыһы — “Башнефть” был йүнәлештәге эшен туҡтатырға йыйынмай.
— Ағымдағы йылға пландарға килгәндә, 700 миллион һум аҡса төҙөлөшкә тотонолдо ла инде. Һәр саҡтағыса, беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш — экология, белем биреү, спорт, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары. Артабан да ошо юҫыҡта ныҡлы эшләйәсәкбеҙ, — тине хәбәрселәргә “Система” мәрхәмәтлек фондының Башҡортостан филиалы директоры Рушан Сәйетов.
Эйе, республикабыҙҙа әүҙем эшләгән “Башнефть” үҙ иңендә ҙур социаль яуаплылыҡ тоя һәм мәрхәмәтлек буйынса үҙ алдына алған йөкләмәләрҙе һәр саҡ еренә еткереп үтәй. Әлеге сәфәр — ошоноң бер ыңғай миҫалы һәм бәләкәй өлөшө генә. Артабан компания балалар баҡсаларын төҙөкләндереү һәм ремонтлау, балалар өсөн спорт майҙансыҡтары булдырыу кеүек йүнәлеште лә әүҙемләштерергә йыйына. Билдәле булыуынса, “Система” корпорацияһы менән республикабыҙ Хөкүмәте араһындағы килешеүгә бынан өс йыл элек ҡул ҡуйылғайны. Шул документҡа ярашлы, йыл һайын ярҙамға мохтаж объекттар исемлеге төҙөлә. Әлеге мәлдә йылдың икенсе ярты йыллығы буйынса исемлек әҙерләнә. Теге йәки был районға ярҙам итеү тураһындағы ҡарарҙы Башҡортостан Президенты Хакимиәте менән берлектә ҡабул итәләр. Һис шикһеҙ, компанияның мәрхәмәтлек программаһы киң ҡоласлы. Артабан да ул республикабыҙ мәнфәғәтендә эшләйәсәк әле.


Автор: Әлфиә ӘЙҮПОВА Өфө — Шишмә — Стәрлебаш — Ишембай — Күгәрсен — Өфө.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә