Заман ауырлығына һылтанырға шул тиклем күнеккәнбеҙ: сәбәбе тура килһә лә, килмәһә лә, “Ни эшләйһең инде, заманы шулай булғас...” тип әйткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Ә бит, һынауҙар алдында баҙап ҡалмай, көн дә күрер күҙгә бик һиҙелмәгән бәләкәй еңеүҙәргә өлгәшә барып, ахыр сиктә тайпылышһыҙ алға атлай белеүселәр ҙә юҡ түгел. Шундай коллективтарҙы һәм етәкселәрҙе гәзитебеҙ даими күрһәтеп бара. Бөгөнгө мәҡәләлә һүҙ — Дәүләкән районы тураһында.
Дәүләкән, Ҡыҙыл майҙан, иртәнге сәғәт 8...Район хакимиәте башлығының хеҙмәт көнө нимәнән башланып китә? Иртәнге оперативканан. Дүшәмбе иртүк сәғәт 8-ҙә ҡаланың Ҡыҙыл майҙанындағы хакимиәт бинаһының беренсе ҡатындағы кәңәшмә залы халыҡ менән тулы ине. Башлыҡтың урынбаҫарҙары, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, район ойошмалары етәкселәре, республика һәм федераль башҡарма дәүләт власы органдарының Дәүләкәндәге вәкилдәре – барыһы ла бында. Ни өсөн икәне аңлашыла ла: райондың сираттағы көнөнөң һәм аҙнаһының сәйәсәте ошо бүлмәнән башлана. Ә сәғәт 9-сы яртыла бер команда кешеләре үҙ бурыстарын үтәргә сығып тарала.
Ә нимә тураһында һөйләшәләр, кәңәшләшәләр унда? Бөтөн булған мәсьәләләр буйынса: бесән сабыуҙан алып йәйге һыу инеү миҙгелен башлау талаптарына, асфальттағы соҡорҙарҙы ямауҙан Берҙәм дәүләт имтихандарына тиклем. Имтихан тигәндәй, әлеге оперативка уҙғарылғанда БДИ тапшырыу тамамланырға һанаулы көндәр ҡалғайны, шуға күрә мәғариф бүлеге етәксеһе Ғарифулла Ҡотлоғәлләмовтың сығышы залда ултырыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
— Тәүге имтихан буйынса район уртаса 65 балл йыйҙы, — тине ул. – Ә республика буйынса уртаса күрһәткес – 63. Шуныһы ҡыуаныслы: миҙалға дәғүә итеүселәр үҙҙәренең быға ысынлап лайыҡлы икәнен раҫлай алды. Тимәк, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларына уҡырға барырға теләүселәр быйыл да күп буласаҡ. Ләкин миҙалдың икенсе яғы ла бар: был ҡалаларға уҡырға китеүселәр артабан шунда ҡалырға тырыша, республикаға ла, районға ла ҡайтмай.
Кемдер: “Уҡытыу кимәленең юғары булыуы ла шәп түгел икән...” — тип ысҡындырғас, зал бер аҙға йәнләнеп алды.
— Йәштәрҙе үҙебеҙ ҙә бик ылыҡтыра белмәйбеҙ, ахырыһы, — тине хакимиәт башлығы Закир Бикбулатов. — Дәүләкәнгә эшкә килгән белгестәргә бөтөн шарттарҙы булдырырға тырышабыҙ, ҡайтыусылар ҙа бар, тик өгөтләү-саҡырыуҙы әүҙемерәк алып барырға кәрәк, матбуғат та был тәңгәлдә беҙгә ярҙам итергә тейеш.
Йәй — төҙөлөш һәм төҙөкләндереү осоро. Дәүләкәндә лә шулай: ҡала буйынса ғына ла 13 йорт капиталь ремонт исемлегенә индерелгән. Был эш июлдә башланып, октябргә тамамланырға тейеш. Ваҡыт күп тә бирелмәгән, ә бит шул осорҙа юлдарҙы йүнәтергә, ауыл араларында асфальт түшәүҙе дауам итергә, йорттарға ағымдағы ремонтты онотмаҫҡа, башҡа бихисап эштәрҙе башҡарырға кәрәк. Һәр ҡайһыһы сығымдар талап итә. Закир Ғизелхаҡ улы төҙөкләндереү өсөн бүленгән аҡсаны фәҡәт маҡсатҡа ярашлы тотоноу кәрәклеген, уның ҡәтғи контролдә буласағын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө.
— Тик эшләнгәндең ҡәҙерен белергә онотабыҙ ҡайһы саҡта, — тине ул. – Ҡала ихаталарын ремонтлап бөтөүгә яп-яңы асфальтты тағы соҡой башлайҙар. Һалғанды көтөп кенә торалар, тиерһең. Төҙөлөш бүлеге, төрлө ойошмаларҙың ремонт графигын үҙ-ара яраштырыуҙы яйға һалығыҙ тиҙ арала! Автоинспекция начальнигы ҡайҙа әле? Ни өсөн ҡала үҙәгендәге ике ҡатлы йорттар араһында шәхси тракторҙар йөрөүе йышайҙы? Нимә һөрәләр һуң унда? Ә нилектән үҙәктә утын һатыусы машиналар ултыра башланы? Улар өсөн айырым майҙансыҡ булдырайыҡ, тәҡдимдәр көтәм!
Һеперткене ошолай бәйләйҙәрҮҙ кабинетына инеү менән, Закир Ғизелхаҡ улы тағы сығып китергә эш ҡағыҙҙарын барлай ҙа башланы: ҡалалағы төҙөкләндереү нимә ул, был эш көҙгә хәтлем дауам итә ала, ә бына Асылыкүлдәге балалар лагеры бер аҙнанан асылырға тейеш! Июнь уртаһында ул беренсе сменаны ҡабул итергә бурыслы. Әҙерлек кимәлен хакимиәт башлығы үҙе барып ҡарап, тикшереп алырға ғәҙәтләнгән. Ни тиһәң дә, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу — етди мәсьәлә: ололар ниндәй ҙә булһа бәләкәй етешһеҙлекте бер төрлө ҡабул итһә, кескәйҙәр өсөн ул бөтөнләй юл ҡуйылмаҫлыҡ хата буласаҡ. Етмәһә, бында барыһы ла хәүефһеҙлеккә бәйле.
Тик шунда уҡ сығып китеп буламы ни: кереү менән телефон шылтыраны – электр селтәрҙәре етәксеһе көслө ямғырҙан һуң нисек эшләүҙәрен һөйләп бирҙе, трубканы һалыуға ишек ҡаҡтылар – арбитраж судья килгән. Ул арала ҡабул итеү бүлмәһендә хакимиәт кешеләре йыйыла башланы – башлыҡтың район буйлап сығып китәсәген ишетеп, һәр береһе үҙ вазифаһына бәйле йомошон йомошлап ҡалырға ашыға икән...
Ниһайәт, ҡуҙғалыу форсаты тейҙе. Автомобиль Асылыкүл яғына елдерә. Дәүләкәндә йөрөгәндә күптәр иғтибар итәлер – юлдар бында елеп кенә йөрөрлөк! Маҡтаныуҙы ене һөймәгән Закир Ғизелхаҡ улы үҙе әйтмәй генә, ләкин был юлдарҙан барғанда барыбер эстән генә ғорурлыҡ кисерәлер, тип уйлайым, сөнки район юлдарының яҡшы булыуында уның өлөшө ифрат ҙур.
Асылыкүл буйы июндә генә була торған һәм ҡояшҡа уңып өлгөрмәгән ҡуйы йәшеллеге менән ҡаршы алды. Тик тәбиғәткә һоҡланып ултырырға ваҡыт юҡ, туҡтап та тормай, күл ярында урынлашҡан балалар лагерына үтәбеҙ. 140 урынлыҡ лагерҙа беренсе сменаны башлау өсөн ҡыҙыу әҙерлек бара. Хакимиәт башлығы һәр ерҙә туҡтап һораша, аңлатма талап итә, кәрәк булғанда кеҫә телефонынан район ойошмалары етәкселәренә лә шылтыратып ала: “Иртәгә
Асылыкүлдәге лагерға кешеләреңде ебәр әле, пляжда бер-ике тимер бағана ҡағырға кәрәк булыр. Бәлки, иретеп йәбештереү ҙә талап ителер... Ҡыҫҡаһы, ун тингә генә торошло биш минутлыҡ эш, лагерь директоры күрһәтер”.
Хужалыҡ ҡаралтыһы янынан уҙып барғанда бер мәҙәк хәл булды. “Был нимә һуң ул?” – тип төртөп күрһәтте Закир Ғизелхаҡ улы. “Һепертке”, — ти лагерь директоры, ғәжәпләнә биреберәк. “Һепертке шундай була тиме ни, ул бер һелтәүҙә таралып төшәсәк. Бына ҡарап тор”. Шунан район хакимиәте башлығы һеперткене нисек бәйләргә икәнен күрһәтә башланы. “Башланы” тип әйтеү ҙә тура килмәйҙер, моғайын – ул күҙ асып йомғансы әҙер ҙә булды. “Бала саҡта күп бәйләй торғайным, ҡул һаман онотмаған икән, — тип көлдө башлыҡ, беҙҙең аптырап ҡарап торғанды күргәс. — Атайым йәй көндәре Салауат химия комбинатына һепертке бәйләп һата ине, миңә лә ярҙамлашырға тура килде”.
Артабан балалар йоҡлай торған бинаға инәбеҙ. Хакимиәт башлығын барыһы ла ҡыҙыҡһындырҙы: йыуына торған урын уңайлымы, һыу, юҡҡа ағып, сарыф ителеп тормаҫмы, ашханаға инә торған урын һөҙәгерәк – ямғырҙа тайғаҡ булмаҫмы...
Машинаға ултырыр алдынан ул лагерь етәксеһен киҫәтергә лә онотманы: “Беренсе смена асылырҙан бер көн алда тағы киләм, әле мин әйткән етешһеҙлектәрҙе бөтөрмәһәң – үҙеңә үпкәлә, ҡустым!”
— Һеҙ мине лагерь начальнигына артыҡ ҡаты бәрелде тип уйлай күрмәгеҙ, — тине Закир Ғизелхаҡ улы, машинаға инеп ултырғас. — Ҡайһы ваҡыт ҡырыҫыраҡ һөйләшергә лә тура килә. Ләкин быларҙың бөтөнөһө – ағымдағы эш, көндәлек мәшәҡәттәр. Проблемаларһыҙ ер юҡ инде ул, барыһы ла камил булһа, етәкселектең кәрәге лә ҡалмаҫ ине...
Эш булһа, ауыл да бөтмәҫЮл сатында беҙҙе фермер Владимир Рихтер ҡаршы алды, уның комбайндары мал аҙығына үлән саба ине. Хужалыҡ етәксеһе һуңғы арала ғына әллә күпме яңы техника алыуҙары тураһында һөйләне. Уларҙың етештереүсәнлеге юғарыраҡ, тимәк, байтаҡ иҫке техниканы бушатырға ла, кешеләрҙе аҙыраҡ ялларға ла мөмкинлек тыуған. Кәйефе шәп фермерҙың, эштәре уң икәне күренеп тора.
— Һин, Володя, ни эшләп беҙҙең менән башҡортса аралашмайһың әле, ағайың Сергей ҡәҙимге башҡорт кеүек һөйләшеп тора бит, — тип “бәйләнә” Закир Ғизелхаҡ улы.
— Мин нисектер өйрәнә алмай ҡалдым, хәҙер тел үҙләштерергә һуңдыр ҙа инде. Башҡорт телен мәктәптә уҡытырға кәрәк, ул саҡта барыбыҙ ҙа беләсәкбеҙ, — ти Владимир Бернгардович. – Беҙ, бер нисә быуын немецтары, ошо ерҙә йәшәйбеҙ, был – беҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Ҡайһы бер туған-тыумасам Германияға күсеп киткәйне, кире ҡайтты. Беҙ Дәүләкән еренә береккәнбеҙ, ошондағы ялан-урмандарҙан башҡа йәшәй ҙә алмаясаҡбыҙ.
— Миңә ниндәй йомоштарың, зарың бар?
— Барыһы ла һәйбәт, тик бына газсылар ғына торба үткәргес һалғанда минең баҫыуҙарға инеп борола, байтаҡ ҡына ер әрәм-шәрәм ителгән.
— Уға юл ҡуйылырға тейеш түгел! Газсыларға трасса өсөн айырым һыҙат нормала ҡаралғанса бүлеп бирелгән бит. Ярай, һөйләшермен мин улар менән...
Киң билдәле “500 ферма” программаһы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Дәүләкән районы ла был форсатты ҡулдан ысҡындырмаған. Ленинск ауылын бөтөп барған ерҙән тергеҙергә лә ярҙам иткән ул. “Регион-Агро” йәмғиәтенең етәксеһе Альфред Мусинды беҙ ошо ауылда төҙөлөш уртаһында тап иттек. Иҫке ферманы һүтеп, яңыһын төҙөргә тотонғандар. Программа аҡсаны яңы ферма төҙөүгә түгел, ә реконструкцияға бирә, йәғни элекке инженерлыҡ селтәрҙәре, ферманың бер өлөшө, тирә-яҡтағы объекттар һаҡланып ҡала, сығымдар ҡола яланда яңы ферма төҙөүгә ҡарағанда аҙыраҡ китә. Шулай ҙа төҙөүселәргә лә, артабан малсыларға ла эш урындары барлыҡҡа килә. Эш булғас, ауылдың киләсәге лә бар тигән һүҙ.
Ҡыҙрас мәктәбендә, каникул ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың шау-гөр килгән тауышы ҡаршы алды. Йәйге лагерҙа шөғөлләнеүселәр икән. Ә бина эсендә ремонт бара. Район хакимиәте башлығы бында ла һәр нәмәне төпсөнөп һорашты, нисек хәл итергә йыйыныуҙары менән ҡыҙыҡһынды, эштең сифатын тикшерҙе... Уны район үҙәгендә лә онотмайҙар ине — телефон аша борсоп ҡына торҙолар...
Беҙ төбәктең ҡайһы бер ауылдарында булып сыҡҡансы көн кискә ауышты. Ленинск ауылы эргәһендә хушлашҡанда тотош бер эш көнөн беҙҙе район буйлап йөрөтөүгә бағышлағаны өсөн хакимиәт башлығына рәхмәт әйтәбеҙ.
— Минең эш көнө әле башлана ғына, — тине Закир Ғизелхаҡ улы, Дәүләкән ҡалаһы яғына күрһәтеп.
Бикбулатов Закир Ғизелхаҡ улы
Тыуған ере: Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы
Тыуған көнө: 1950 йылдың 28 марты.
Белеме: Башҡортостан дәүләт аграр университеты, ветеринария табибы (1975).
Свердловск юғары партия мәктәбе (1984).
Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1997).
Хеҙмәт юлы:1966 — 1970 — Мәләүез районының “Нөгөш” колхозы эшсеһе.
1970 — 1975 – Башҡортостан ауыл хужалығы институты студенты.
1975 — 1979 – Мәләүез районындағы “Нөгөш” колхозының баш ветеринар табибы.
1979 — 1982 – “Нөгөш” колхозы рәйесенең мәҙәниәт буйынса урынбаҫары.
1982 — 1984 — Свердловск юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы.
1984-1985 – Мәләүез районындағы М. Ғафури исемендәге колхоздың партком секретары.
1985 — 1996 — Мәләүез районындағы Шевченко исемендәге колхоздың рәйесе, ошо уҡ райондың “Дуҫлыҡ” крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе.
1996 — 2000 — Мәләүез элеваторы директоры.
2000 — 2005 – Дәүләкән районы һәм ҡалаһының хакимиәт башлығы.
2006 йылдан алып — Дәүләкән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградаларыI класлы ғәмәлдәге муниципаль советник.
Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010 йыл).
РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991 йыл).
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999 йыл).
"Хеҙмәт батырлығы өсөн" (1981 йыл), "Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы хеҙмәте өсөн” (2003 йыл) һәм "Рәсәй профсоюздарына — 100 йыл" (2005 йыл) миҙалдары.
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2005 йыл).
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы (2010 йыл).
Республикабыҙҙың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан был район 1930 йылдың 20 авгусында барлыҡҡа килгән. Өфөнән Дәүләкән ҡалаһына тиклем – 90 километр. Төбәктең майҙаны – 1 907 квадрат километр, был биләмәлә бер ҡала, 91 ауыл урынлашҡан.
Районда 42 меңдән ашыу (2010 йылғы иҫәп алыу буйынса) кеше йәшәй, шуның 24,1 меңе — Дәүләкән ҡалаһында. Милли составы: 36,3 проценты – башҡорттар, 36,1 проценты – урыҫтар, 17,5 проценты – татарҙар, 3,4 проценты – сыуаштар, 3,3 проценты – украиндар, 3,4 проценты – башҡа милләттәр.
Район иҡтисадының төп йүнәлеше — ауыл хужалығы. Игенселек, малсылыҡ һәм башҡа тармаҡтарҙа 102 предприятие эшләй, шуның өсәүһе — акционерҙар йәмғиәте, 16-һы – яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, 83-ө — крәҫтиән (фермер) хужалығы. Быйылғы тәүге биш айҙа ауыл хужалығы продукцияһы һатыуҙан 151 миллион һум килем алынған, был 2012 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда ике процентҡа күберәк.
Бынан хәтһеҙ күп йылдар элек Асылыкүл урынында Ташлытау булған, уның тирә-яғы ҡуйы урман менән ҡапланған. Бер заман көндөҙ шул тау артынан ҡап-ҡара болот килеп сыға. Көслө йәшенле ямғыр башлана. Иртән ҡараһалар — Ташлытау уртанан уйылған, ә уның урынында ҙур күл хасил булған. Уға Асылыкүл тип исем бирәләр.