Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Мари ҡыҙҙары уңған була ул”
Уҡыу йылы тамамланыу менән Роза бер аҙ хужалыҡҡа ярҙамлашып алырға уйлай. Кем әйтмешләй, быуындары ла нығынып килә. Иң алдан, тырма тотоп, күбә яһашып барыу — тап уның йәшендәге үҫмерҙәр эше. Күңелле лә буласаҡ: ауыл халҡы бит бесәнде байрамға сыҡҡандай әҙерләй. Болон-баҫыуҙарға ҡыңғыраулы пар аттарҙа гармун уйнап, йырлап баралар. Колхозсыларға әҙерләнгән аш-һыу ҙа телеңде йоторлоҡ була.

Ләкин ҡыҙҙың артабан бары биш класс белем менән тороп ҡалыры, бер ҡараңғынан икенсеһенә ҡәҙәр колхоз эшендә йөрөйәсәге уйына ла инеп сыҡмай. Бесән әҙерләүгә ырҙын табағындағы мәшәҡәттәр, башҡалары ялғанып китә. Совет осоро бит, мәктәбенән дә киләләр, ауыл Советынан да — уҡыуын дауам итергә ҡыҫтаусылар етерлек була. Ләкин ололар менән бер тигеҙ эшләү, хеҙмәт хаҡы алыу теләге, үҫеп етеп, кеше булдым, тигән уй торған һайын нығына. Шуға ла Роза "Беренсе Май" колхозының сусҡасылыҡ фермаһына эшкә урынлаша.
Әсәһенең уй-фекере лә шундайыраҡ була.
— Был тормошта берәүҙең бәхете — хеҙмәттә, икенсенеке — уҡыуҙа, — тиеү менән сикләнә ул.
Фермала бөтә эш тә тиерлек ҡул көсө менән башҡарыла. Ләкин малдың үҙ ваҡытында ашатылмай, эсерелмәй ҡалғаны булмай. Әле үҫмерлектән сығырға ла өлгөрмәгән 16 йәшлек иләҫ-миләҫ күңел ниҙер эҙләй, көтә, ҡайҙалыр ынтыла, ашҡына. Бер саҡ Роза радионан күрше Борай районындағы комплекс тураһында ишетә. "Үәт, шундай урында эшләп ҡара ине!" — тигән уй үтә башынан. Мишкә ҡыҙы үҙенең әхирәте Таля Шәйҙуллина менән, тәүәккәлләп, туп-тура Мәғҙән исемендәге колхозға юллана.
Ферма мөдире вазифаһын Әбүгәрәев фамилиялы кеше башҡара икән. Роза уның эргәһенә килә.
— Мине үҙегеҙгә алығыҙ әле, ағай, — ти.
"Кәүҙәгә бигерәк бәләкәй, нисек итеп ул ҡәҙәр малды бала-сағаға ышанып тапшырмаҡ кәрәк?" Ферма мөдире, башта икеләнеп торһа ла, Розаны эшкә ала. Ана бит, һауынсылар үҙҙәре лә: "Алығыҙ, ал, мари ҡыҙҙары уңған була ул", — тип өтөп бара.
Һауынсы беренсе көндән үк тырышлығы менән һоҡландыра: етешмәгән ере юҡ!
Һыйыр — үҙенсәлекле мал. Һәр береһенең үҙ ҡылығы, тәбиғәте. Һыйыр ғына әле был, тип, иғтибарһыҙлыҡ күрһәтеп ҡара — һөтөн бирмәй ҙә ҡуя йә бөтөнләй һауҙырмай. Ҡәҙер-хөрмәтте әҙәм балаһынан кәм яратмай, тупаҫ ҡысҡырғанды, һуҡҡан-ҡаҡҡанды һис онотмай.
Ә ҡулдар тала. Буралай егерме һыйырҙы һауа торғас, быуындары һыҙлай башлай ҡыҙҙың. Тора-бара ауырлыҡ, мәшәҡәт-хәстәрлектәргә шул тиклем өйрәнелә, күнегелә, һыйыр һауыу хатта көндәлек бер ғәҙәти, яратҡан эш-шөғөлгә әүерелә.
Роза һауынсы оҫталығының бар нескәлектәрен өйрәнергә, юғары уңышҡа өлгәшергә тырыша. Уңыш тигәнең оҙаҡ көттөрмәй: яйлап урталыҡтан сығып, алдынғылар рәтенә баҫа. Һөҙөмтә күҙгә күренгәс, ҡыҙ тағы ла рухланып китә. Ҡайһы берәүҙәр һауырға ҡыйынһынған ҡаты еленлеләрҙе лә үҙ төркөмөнә ала. Уларҙың һөтө мул, майлылығы ла юғары була бит.
Роза Борайҙа ерегә, ошонда тракторсы булып эшләүсе Валераға тормошҡа сыға. Ғөмүмән, хеҙмәттәштәре, халыҡ араһында ихтирамы арта.
Ферманы тулыһынса автоматлаштырыу эште бермә-бер еңеләйтә. Һауынсылар һәр береһе утыҙар, һуңыраҡ иллешәр, хатта алтмышар һыйыр һауа башлай. Ниндәй генә хәлдәр иҫкә төшмәй ҙә, ниндәй генә ваҡиғалар хәтергә килмәй. Бер ваҡыт ферма мөдире Ринат Хәйбрахманов, коллективты йыйып, үҙен борсоған мәсьәләне күтәрә:
— Бишенсе төркөмдәге быҙауҙар бик насар. Рәтле үҫеш юҡ...
Шул саҡ Роза тороп баҫа:
— Әллә ул төркөмгә үҙем күсәйемме икән?
Тырыштарға кәртә юҡ. Роза яңы урында ла эшен еренә еткереп башҡара. Был — бик яуаплы тармаҡ, һыйырҙар бит тоҡомло, сәләмәт йәш быҙауҙар иҫәбенә тулылана.
Уңышҡа өлгәшеүҙең сере тынғыһыҙлыҡта икән. Малдың ҡураһын таҙартып, йән аҫрарлыҡ ҡына аҙыҡ биреп торһаң, һөҙөмтәһе билдәле инде. Ә Роза ҡулынан күнәген төшөрмәй. Иң элек быҙау торлағын йыуып, ҡырып сығара. Хайуанҡайҙарын иркәләй-иркәләй таҙарта. Ололарын бәләкәйҙәренән айыра. Уларҙы бит ваҡытында ашатырға, эсерергә, һауаға сығарырға кәрәк. Яратып эшләй Роза, күңел йылыһын биреп тырыша. Ҡайһы саҡта иренең, ферманан ҡайтмайһың да, ҡунаһың ғына бар инде шунда, тигән саҡтары ла булғылай. Был һүҙҙәргә Роза йылмая ғына. Хужалыҡ фермаларының киләсәген ошо быҙауҙар хәл иткәнен белә бит ул. Ҡатынына ниндәй ҙур ышаныс, яуаплылыҡ йөкмәтелгәнен ире лә аңлай. Уның "шелтәләре" нигеҙендә "үҙеңде ҡарарға ла онотма" тигән теләк, әлбиттә.
Ун алты йыл быҙау ҡарай Роза Аллаярова. Унан йәнә һауынсы эшенә әйләнеп ҡайта.


Автор: Ф. ШАКИРЙӘНОВ. Борай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә