Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Енәйәт һәм яза
Ялғандың аяғы ҡыҫҡа

Сит мөлкәтте урлағаны өсөн бер егет Өфө ҡалаһының Совет районындағы мировой суд ҡарары менән хөкөм ителде.
Асыҡланыуынса, былтыр ул Интернет селтәре аша кредит картаһы алыу ниәтендә ғариза ебәрә. Шул уҡ ваҡытта бурысын түләргә йыйынмай, эш урыны тураһында ялған мәғлүмәт бирә. Һуңыраҡ ул “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу комплексына инеп, картаны хеҙмәтләндереүгә кредит килешеүе төҙөй, эш урынын тағы ла дөрөҫ күрһәтмәй. Терминалдан 12 мең һум аҡса алып, үҙенең торлағы өсөн түләй. Кредитты ҡайтарыу тураһында уйлап та ҡарамай.
Суд уны 80 сәғәткә мәжбүри эшкә йәлеп итергә тигән хөкөм ҡарары сығарҙы.

Кешегә янарға ярамай

Суд йәнә бер енәйәтсене фашланы. Сығырынан сыҡҡан ир өйөндә янъял ҡуптара. Иҫерек ирҙең “Үлтерәм!” тип янауынан ҡурҡҡан ҡатыны тәртип һаҡсыларын саҡырта.
Һуңынан ир ғәйебен тулыһынса таный, судта тикшереү үткәрмәйенсә, эште махсус тәртиптә ҡарауҙы һорай. Енәйәтсе ғәйепле тип танылды һәм мәжбүри эшкә йәлеп ителде.

Тәгәрмәс урларға маташҡан

Совет районындағы мировой суд ҡарары менән тағы ла бер әҙәм аҡтығы хөкөм ителде.
Төндә Өфөнөң Р. Зорге урамындағы йорт ихатаһына килеп, был уғры бер автомобилдең тәгәрмәстәрен һүтеп ала. Енәйәт урынынан ҡасып барғанда, уны полиция хеҙмәткәрҙәре тота. Суд ултырышында бур ғәйебен таныны. Уға енәйәт ҡылғаны өсөн яза бирелде.
Ирина БАЙБУРИНА,
Совет районы прокурорының
өлкән ярҙамсыһы.
Өфө ҡалаһы.


500 мең һум таптырғандар

Бөрө хакимиәтендәге ике бүлек етәксеһе үҙҙәре менән бергә эшләгән ҡатындан аҡса көҫәгән.

“Чиновниктар, имеш, уның мутлыҡ ҡылыуҙа ҡатнашыуын белгән һәм серҙе һаҡлау өсөн ярты миллион һум аҡса таптырған. Ҡатын, законды боҙмағанға күрә, шантаж тураһында полицияға хәбәр иткән. Ғәйеплеләрҙе тотоу буйынса махсус операция ойошторола. Әле уларға хөкөм сараһы сығарыу тураһындағы мәсьәлә ҡарала”, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандағы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
“Башинформ”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә