Ялғандың аяғы ҡыҫҡа Сит мөлкәтте урлағаны өсөн бер егет Өфө ҡалаһының Совет районындағы мировой суд ҡарары менән хөкөм ителде.
Асыҡланыуынса, былтыр ул Интернет селтәре аша кредит картаһы алыу ниәтендә ғариза ебәрә. Шул уҡ ваҡытта бурысын түләргә йыйынмай, эш урыны тураһында ялған мәғлүмәт бирә. Һуңыраҡ ул “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу комплексына инеп, картаны хеҙмәтләндереүгә кредит килешеүе төҙөй, эш урынын тағы ла дөрөҫ күрһәтмәй. Терминалдан 12 мең һум аҡса алып, үҙенең торлағы өсөн түләй. Кредитты ҡайтарыу тураһында уйлап та ҡарамай.
Суд уны 80 сәғәткә мәжбүри эшкә йәлеп итергә тигән хөкөм ҡарары сығарҙы.
Кешегә янарға ярамайСуд йәнә бер енәйәтсене фашланы. Сығырынан сыҡҡан ир өйөндә янъял ҡуптара. Иҫерек ирҙең “Үлтерәм!” тип янауынан ҡурҡҡан ҡатыны тәртип һаҡсыларын саҡырта.
Һуңынан ир ғәйебен тулыһынса таный, судта тикшереү үткәрмәйенсә, эште махсус тәртиптә ҡарауҙы һорай. Енәйәтсе ғәйепле тип танылды һәм мәжбүри эшкә йәлеп ителде.
Тәгәрмәс урларға маташҡанСовет районындағы мировой суд ҡарары менән тағы ла бер әҙәм аҡтығы хөкөм ителде.
Төндә Өфөнөң Р. Зорге урамындағы йорт ихатаһына килеп, был уғры бер автомобилдең тәгәрмәстәрен һүтеп ала. Енәйәт урынынан ҡасып барғанда, уны полиция хеҙмәткәрҙәре тота. Суд ултырышында бур ғәйебен таныны. Уға енәйәт ҡылғаны өсөн яза бирелде.
Ирина БАЙБУРИНА,
Совет районы прокурорының
өлкән ярҙамсыһы.
Өфө ҡалаһы.
500 мең һум таптырғандарБөрө хакимиәтендәге ике бүлек етәксеһе үҙҙәре менән бергә эшләгән ҡатындан аҡса көҫәгән.
“Чиновниктар, имеш, уның мутлыҡ ҡылыуҙа ҡатнашыуын белгән һәм серҙе һаҡлау өсөн ярты миллион һум аҡса таптырған. Ҡатын, законды боҙмағанға күрә, шантаж тураһында полицияға хәбәр иткән. Ғәйеплеләрҙе тотоу буйынса махсус операция ойошторола. Әле уларға хөкөм сараһы сығарыу тураһындағы мәсьәлә ҡарала”, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандағы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
“Башинформ”.