Салауат ҡалаһында дөйөм ятаҡта йәшәгән таныштарым янында йыш ҡына булам. Барған һайын коридорҙа сыр-сыу килеп уйнап йөрөгән ике малай иғтибарҙы йәлеп итә. Бер ишерәк кейенеүҙәренә, туғандарса ихлас аралашыуҙарына ҡарағанда, ағалы-ҡустылы тип тоҫмаллағаным раҫҡа сыҡты. Асыҡ сырайлы, ҡаҡса йөҙлө, зәңгәр күҙле был һөймәлекле балаларҙы башта ни өсөндөр урыҫтарҙыр, тип уйлағайным, яңылышҡанмын икән, башҡорт малайҙары булып сыҡты. Танышымдан ата-әсәләре хаҡында һорашҡас: “Аталары бар ҙа ул, эштәлер”, — тип кенә ҡуйҙы. “Ә әсәләре юҡмы ни?” — тип төпсөнәм. “Барлыҡҡа бар ҙа, балаларын ҡарамағас, ул кешене”әсәй” тип буламы ни?” — тип һорауға һорау менән яуап бирҙе. Яңғыҙы ике ир бала тәрбиәләгән атай кешене күреп һөйләшеү өсөн уның эштән ҡайтҡанын көтөргә булдым.
Ике ҡулына ла төйөнсөкләп күстәнәстәр тотҡан атай кеше ашҡынып ҡайтып инде. Малайҙары ике яҡлап уның ҡосағына сумды. Аталары, уларҙы арҡаларынан тупылдатып һөйөп, маңлайҙарынан, биттәренән үпте лә, күстәнәстәрен тоттороп, ашарға бешергәнсе уйнай тороғоҙ, тип коридорға сығарып ебәрҙе. Танышып киттек, үҙемдең ниндәй маҡсаттан йөрөүемде, яңғыҙының ике бала тәрбиәләүе хаҡында гәзиткә яҙырға теләүемде әйткәс, башта ҡаршы төштө. Һуңынан иһә ризалығын биреп һөйләне, яҙмышы башҡаларға ғибрәт булһын, тигәндер, күрәһең.
Яңы танышым — 35 йәштәр самаһындағы, мыҡты кәүҙәле, мускулдары уйнап торған, йөҙ-ҡиәфәте менән артистарға тартым сибәр егет. Бынан тиҫтә йыл элек барлыҡ ҡыҙҙарҙы үҙенә ҡаратып йөрөгәндер, тип тоҫмалларға була. Эйе, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Иректең маңлайына ике-өс бураҙна һалынған, һирәгәйә төшкән ҡара бөҙрә сәстәренә сал ҡуна башлаған, көндәлек ауыр физик эш тә (заводта) ҡасандыр төп-төҙ кәүҙәһен бер аҙ бөккән. Тик уның йөҙ-ҡиәфәтендә күңел төшөнкөлөгө һиҙелмәне лә. Рухы ныҡтыр был егеттең, тип уйлап ҡуйҙым. Ысынлап та, шулай булып сыҡты. Үҙе тураһында бер аҙ һорашҡас, һүҙ тәртәһен әкрен генә балаларының әсәләре яғына табан борам. Уның тураһында бик һөйләгеһе килмәһә лә, үтенесемде кире ҡаҡманы. Нисәмә йыл йыйылған күңел юшҡынын йыуҙырғыһы ла килгәндер.
— Барлыҡ тиҫтерҙәрем кеүек, ауылда бәләкәйҙән эшләп үҫтек, мәле еткәс, ҡыҙ-ҡырҡынға ла ҡарай башланыҡ, — тип һүҙ башланы ул. Егет ҡорона ингәс, күрше ауылдың алма кеүек сибәр ҡыҙына күҙе төшә уның. Ҡыҙ ҙа егеткә ҡарата битараф булмай. Егет менән ҡыҙ, ысынлап та, барлыҡ тиҫтерҙәрен көнләштерерлек мөхәббәтле пар була. Ата-әсәләре лә, яҡын туғандары ла бына-бына өйләнешеп, туй эшләрбеҙ тип ниәтләйҙәр. Йәштәр бер-береһенә вәғәҙәләр бирә. Тик улар араһынан ҡара бесәй үтә. Әллә дошман һүҙен тыңлайҙар, әллә, ысынлап та, мөхәббәттәренә күҙ тейә. Хәҙер әйтеүе ҡыйын.
— Бер көн шулай район үҙәгенә йомош менән барғайным. Автобуста мәктәп йылдарында бергә уҡыған ҡыҙ менән һөйләшеп ҡайттыҡ. Ошо ваҡиғаны һөйгән йәрем Гөлиәгә бишкә түкмәстереп килтереп еткергәндәр. Уға аңлашырға барҙым, әммә мине ишетергә лә теләмәне, хыянатсылыҡта ғәйепләп, ҡыуып сығарҙы. Күп тә үтмәй, Өфөгә китте, һәм оҙаҡламай кейәүгә сығыуын хәбәр иттеләр. Минең барлыҡ хыялдарым селпәрәмә килде. Тормош һүнгәндәй булды. Иптәш егеттәр менән бер нисә көн “ҡайғымды йыуып” йөрөнөм. Әсәй, мәрхүмә, хәбәр иткәнме, башҡа берәйһе еткергәнме, Салауат ҡалаһында йәшәүсе апайым менән еҙнәм ҡайтып төштө. Улар мине ауылда эскегә һабышасаҡһың тип ҡалаға алып китергә димләне. Еҙнә үҙе эргәһендә эш барлығын белдерҙе, дөйөм ятаҡтан бүлмә лә буласаҡ, тип өмөтләндерҙе.
Минең өсөн ауылда ҡалыуҙың ҡыҙығы ҡалмағайны инде, уларҙың өгөтөнә күндем, әсәй йортта яңғыҙы ҡалһа ла, күҙ-ҡолаҡ булырға бер туған ағайым бар, тип апайымдар артынан ҡалаға юлландым. Эшкә урынлашып, дөйөм ятаҡта һәүетемсә генә йәшәп алып киттем. Тәүге эш хаҡы алған көндә иһә бергә эшләгән егеттәр менән кафеға инеп, бер аҙ тамаҡ сылатып алдыҡ.
Трамвайҙа ҡайтып барһам, минең тарафҡа ҡарап шырҡ-шырҡ көлөшкән ике ҡыҙҙы шәйләп ҡалдым. Уларҙың береһе бигерәк тә сибәр ине. Йәш йөрәккә күп кәрәкме ни инде, һөйләшеп-танышып киттек. Күрше райондағы бер ауылдан Римма менән Азалия исемле ҡыҙҙар булып сыҡты. Әхирәттәренең тыуған көнөнән ҡайтып баралар икән. Трамвайҙан төшкәс, Римма, Азалия менән икебеҙҙе ҡалдырып, ағаларына китте.
Икәүҙән-икәү генә ҡалып, бер аҙ һөйләшеп барғас, әллә Гөлиәгә үс итеү тойғоһонанмы, әллә эскән араҡы шауҡымынанмы, башҡа шундай бер дыуамал уй килде: тоттом да Азалияға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаным. Ә ул шуны ғына көтөп торған тиерһең, бер һүҙһеҙ риза булды ла ҡуйҙы. Бындай яуапты үҙем дә көтмәгәйнем шикелле, баҙап ҡалдым. Әммә һуң ине инде, һүҙ турғай түгел, уны ҡабат тотоп алып булмай, Азалия менән өйләнештек. Ул саҡта хәл-ваҡиғаның ошолай боролош алыуына үҙем дә һөйөнә инем, буғай. Гөлиәнең кейәүгә сығыу хәбәрен ишеткәндән һуң, беренсе осраған ҡыҙға өйләнәсәкмен тигән ниәтем дә бар ине бит. Әммә әсәй, мәрхүмә, генә өнәп еткермәне. Әсә күңеле бик һиҙгер була, тиҙәр бит, әллә Азалияның боҙоҡ булыуын үтә күргән, әллә бәләкәйҙән күҙ алдында үҫкән Гөлиәне килене иткеһе килгән, кәләшемә һис асылып китмәне. Шулай ҙа барлыҡ шартына килтереп туй уҙғарҙыҡ. Шунда уҡ ҡәйнәмдең араҡыға әүәҫ икәненә шаһит булдыҡ, ул лаяҡыл иҫерҙе. Эскене ене һөймәгән әсәйемә был оҡшаманы, шуға ла ике ҡоҙағыйҙың туйҙа ла, унан һуң да һүҙҙәре берекмәне.
Азалия менән һәүетемсә генә йәшәп алып киттек. Бер йылдан улыбыҙ Илгиз тыуҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең шатлыҡты әсәй генә күрә алманы. Туйҙан һуң ярты йыл да уҙманы, ҡапыл ғына вафат булды. Йәш бала менән булһа ла, ҡәйнәмдәр яғына йышыраҡ ҡайтып йөрөй башланыҡ. Беҙҙең килеү һәр ваҡыт мәжлес менән тамамлана ине. Миңә сменалы эшкә булғас, улар ыңғайына эсергә ярамай, шуға ла эстән үҙемде гел тыя киләм.
Азалияны йәш бала менән әсәһе эргәһендә ҡалдырып, үҙем эшкә китә инем. Һуңынан белеүемсә, улар шул ваҡытта уҡ әсәле-ҡыҙлы бергә эсә башлаған, ә мин, “һуҡыр”, шуны ла күрмәгәнмен, белмәгәнмен. Бер йылдан икенсе улыбыҙ Илшат тыуҙы. Азалия ике бала менән өйҙә, ә мин күберәк ваҡытымды эштә уҙғарҙым. Кесе улыбыҙға өс йәш тулып, Азалияның декрет ялы тамамланғанда, ул эскелеккә апаруҡ әүәҫләнеп алғайны инде. Элекке эшенә сығып бер-ике аҙна ғына йөрөнө лә, һылтау табып, унан китте. Еңелерәк ергә урынлаштырғайным, унда ла оҙаҡ тотҡарланманы. Ярай, өйҙә бала ҡарап ҡына ятһын, хеҙмәт хаҡым мул, ғаиләне ҡарарға етерлек тип, уны башҡа димләмәнем. Шул саҡта үҙемә ҡатыраҡ торорға, аҡсаны уға услап тоттормаҫҡа кәрәк булған да бит, хәҙер һуң инде.
Арып, йонсоп ҡайтам, ә ул ҡыҙмаса килеш ҡаршылай. Әрләшә башлаһаң, бер генә шешә һыра эстем, тип аҡлана. Әммә бындай хәлдәр йышайғандан-йышайҙы. Балаларҙы ла ҡарамай: өҫ-баштары бысраҡ, тамаҡтары ас. Уны төрлөсә өгөтләп тә, ҡурҡытып та, туҡмап та ҡараным, әммә фәтүә булманы. Дауаланырға алып барыуҙан да файҙа сыҡманы, ике-өс көндән йәнә эсергә тотона. Түҙҙем-түҙҙем дә бер көндө ҡыуып сығарҙым. Шунан бирле килеп күренгәне юҡ, ауылда әсәһе менән бергә эсеп ятыуын ғына ишетеп беләм. Бына хәҙер өс йыл инде малайҙарҙы яңғыҙым тәрбиәләйем, — тип тамамланы һүҙен әңгәмәсем.
Ирек Азалияны судҡа биргән, уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр. Шуныһы ғәжәп: судта Азалия балаларын үҙендә ҡалдырыу өсөн даулашмаған, киреһенсә, уларҙан тиҙерәк ҡотолорға теләүен белдергән. Судҡа ла ярым иҫерек килеш килгән "кәкүк әсәй"ҙең башҡа төрлө яуап биререн, әлбиттә, Ирек көтмәгән дә.
Бөгөн ул малайҙарын яңғыҙ тәрбиәләй. Үҙе төнгө сменала эшләгән сағында бер туған апаһы, еҙнәһе, һеңлеһе балаларын килеп ҡараша, эргәләрендә ҡуна ҡала. Әммә улар ғына әсәй наҙын алмаштыра аламы һуң инде?!
— Малайҙар әсәләрен таптырып йонсотмаймы һуң? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Шуныһына үҙем дә аптырайым, бәләкәй саҡтарында ла, әле лә әсәләрен һорағандары юҡ. Эсеүе менән үҙе үк биҙҙереп бөткәндер инде, бала кәрәкһә, судта шулай ҡыланмаҫ ине, — ти Ирек.
Яңғыҙ атай иһә бар булмышын ғәзиз малайҙарына бағышлаған. Үҙенсә уларға уйнар, йәшәр өсөн шарттар булдырған. Уйынсыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ. Икеһенә лә велосипед, коньки, саңғылар алып биргән. Ял көндәрендә балаларын саф һауаға алып сыға. Оло улы быйыл I класты тамамлаған. Уның дәрестәрен ҡарашырға ла ваҡыт кәрәк. Быйыл Илшаты ла мәктәпкә бара, мәшәҡәттәр тағы ла артасаҡ. Ошоно уйлап, Иреккә йәнә бер һорау бирмәйенсә түҙә алманым.
— Ике малайҙы яңғыҙ тәрбиәләүе бик ауыр бит, ниңә икенсегә өйләнмәйһең? — тим.
— Ул хаҡта уйлаған бар ҙа ул, тик бер ауыҙың бешкәс, һыуыҡты ла өрөп ҡабаһың тигәндәй, ипле генә ҡатын-ҡыҙҙы ҡайҙан осратаһың?! Унан килеп, ике балалы иргә кем килер, тиһең, — тип яуап бирҙе яңы танышым.
Эйе, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Тик балаларҙың әсәле көйө етем булыуы ғына йәл. Ирек малайҙарын лайыҡлы үҫтерер, уларға белем дә, тейешле тәрбиә лә бирер, быға шигем юҡ. Балаларын кеше итер өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер. Уның бөтмөр, уңған, донъя көтөргә тырышыуы ла күҙгә бәрелеп тора. Бүлмәһендәге кәрәкле йыһаз, һауыт-һаба — барыһы ла заман зауығына тап килә. Яңыраҡ еңел автомобиль һатып алған. Бүлмәһен дә хосусилаштырып өлгөргән. Ипотекаға фатир алырға йыйына. Ошондай булдыҡлы, типһә тимер өҙөрҙәй егеттең бер яңылышлыҡ арҡаһында яңғыҙлыҡта тилмереүе генә күңелде өйкәй, йөрәкте һыҡрата. Ә бит Гөлиә менән ҡауышһалар, уның яҙмышы бөтөнләй башҡаса булыр ине. Шуныһы йәл дә, ҡыҙғаныс та...
(Геройҙарҙың исеме үҙгәртеп алынды).