Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күптәр таяна бындағы белгестәргә
Күптәр таяна бындағы белгестәргәБала — бәғер ите, тибеҙ. Ҡартлыҡ көнөбөҙҙә терәк-таяныс булыр тип уларға ҙур өмөт бағлайбыҙ. Хоҙай әлдә генә бала бәхете биргән тип шатланабыҙ. Хатта кескәй генә ҡулдары менән талпынғанда һәм ынтылғанда ҡаты күңелле тип иҫәпләнгәндәр ҙә күҙ алдында йомшара, сабыйҙар йылмайғанда көслөмөн тигәндәр ҙә баҙап ҡалыусан.

Үкенескә ҡаршы, балалар араһында шатлыҡ таратып, йылмайып-көлөп кенә йәшәй алмағандары, йәғни ҡаты ауырыуға дусар булғандары ла байтаҡ. Ундай үҫмерҙәрҙең ата-әсәһенең һөйөнөстәренә ҡарағанда көйөнөстәре күберәк шул. Ярай әле мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн төбәгебеҙҙә реабилитация үҙәктәренең ишектәре асыҡ.
Һүҙебеҙ — Күмертау ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге хаҡында.
Һауыҡтырыу йортоноң эшләүенә тиҫтә йылдан ашыу. Ошо осор эсендә уның тупһаһы аша кемдәр генә атлап инмәгән, ҡайҙарҙан ғына килмәгәндәр! Йәшеллеккә күмелгән, йәй ҙә, ҡыш та тыныс, күркәм мөйөштәге дүрт ҡатлы бинала урынлашҡан ул.
Үҙәк 157 урынға иҫәпләнгән, уның 90-ы — Күмертау ҡалаһында. Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Стәрлебаш һәм Ейәнсура райондарындағы филиалдары ла күптәргә яҡшы таныш. Уларға юлды яҡын-тирәлә йәшәүселәр генә түгел, ә Мәләүез, Федоровка, Көйөргәҙе һәм башҡа яҡтарҙан килеүселәр ҙә тиҙ таба. Хатта Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә мөрәжәғәт итәләр. Ҡулдарында республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының күрһәтмәһе бар икән, мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр рәхим итһен.
Бында аяғына баҫа алмағаны атлап китһен, ҡулына әйбер тота алмағаны башҡалар ярҙамына таянмаһын өсөн төрлө дауалау алымдары ҡулланыла. Тиҫтерҙәре менән аралашыуҙан мәхрүм үҫмерҙәргә, билдәле, психолог ярҙамы бик кәрәк. Шуға ла улар менән тәжрибәле белгестәр эшләй, социаль педагогтар тормошта кәмһенмәй йәшәргә, үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндерергә өйрәтә. Күбеһенә логопед-дефектолог та талап ителә. Ул да балалар менән күнекмәләр үткәрә. Дауалау-физкультура бүлмәһендәге заманса тренажерҙарҙа шөғөлләнеү һәр балаға оҡшай, күнекмәләрҙең һөҙөмтәһе лә ҙур. Һауыҡтырыу саралары төрлө йүнәлештә алып барыла. Массаж, музыка терапияһы һәр береһенә килешә. Ошонда уҡ стоматологка ла күренергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, өмөт бағлап килеүселәрҙең ышанысы аҡланһын өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Шифалы ләм, үлән төнәтмәләре файҙаланылған мини-сауна, һыу процедураларының файҙаһы күҙ алдында — хәлдәре яҡшырып, бөтөнләй үҙгәреп ҡайтып китәләр. Үҫмерҙәр үҙаллы атҡара алырҙай эштәрҙе белһен өсөн тегеү оҫтаханаһы булдырылған. Бында ҙур теләк менән сигергә, тегергә, йомшаҡ уйынсыҡтар яһарға өйрәнәләр.
Үҙәк директоры Р. Абдуллин әйтеүенсә, яңы төр һауыҡтырыу алымдары менән даими ҡыҙыҡһынып торалар һәм үҙҙәрендә ҡулланырға тырышалар. Рәмил Исмәғил улының, кешелеклелек сифаттарынан тыш, йүнселлеге лә булышлыҡ итә. Ҙур коллективта эш сәғәт механизмы кеүек көйлө бара икән, был етәксенең бай тәжрибәһенә бәйле. Үҙәк директоры вазифаһына былтыр тәғәйенләнгән ул. Уға ҡәҙәр Мәләүез ҡалаһында ошондай уҡ йүнәлештәге учреждениеларҙа етәкселек иткән. Рәмил Абдуллин эшләгән урында тормош йәнләнә тиһәң дә яҙыҡ булмаҫ, моғайын. Килеү менән профсоюз ойошмаһы тергеҙелә, коллектив килешеүе ҡабул ителә. Хеҙмәткәрҙәр хаҡында тейешле хәстәрлек күрмәй тороп, уларҙан ауырыу балаларға ҡарата йылы һәм ихлас мөнәсәбәт талап итеп булмауын яҡшы аңлай директор. Шуныһы ҡыуаныслы: табиптарҙың да, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең дә һәр береһе күңел йылыһын йәлләмәй, оло яуаплылыҡ тойоп эшләй. Баш табип урынбаҫары Рәсимә Низаева ла хеҙмәтен яратып атҡара. Фәнис Ишмөхәмәтов, Рәйлә Сабирова, Әлфиә Бикиева, Зифа Үзбәкова, Татьяна Рафиҡова һәм башҡалар хаҡында ла ошондай уҡ маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин.
Үҙәктең ишеге яҡын-тирәлә йәшәүселәр өсөн дә асыҡ. Өлкәндәргә түләүле 45 урын бүленгән. Ете йәшкә тиклемге балаларға, һуғыш ветерандарына ташлама 20 процент булһа, пенсионерҙарға — 5 процент.
Коллектив быйыл шатлыҡлы ваҡиға кисереүе менән дә уртаҡлашты — “Урал-лото” лотерея компанияһы реабилитация үҙәгенә миллион һумдан ашыу аҡса бүләк иткән. Һөҙөмтәлә балалар өсөн заманса майҙансыҡ хасил булған, йыһаздар яңыртылған. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла кәрәк. Шулай ҙа иң мөһиме — ошонда эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең ихласлығы, яҡты йөҙө, бурыстарын намыҫлы атҡарыуы. Хәйер, улар ҡайҙа һәм ниндәй ауырыуҙарҙы һауыҡтырырға тейешлекте белеп килгән. Бәлки, шуғалыр ҙа бында үҙ эшенең оҫталары ғына эшләй.


Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА Күмертау ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә