Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған еребеҙ ожмахҡа тиң
Тыуған еребеҙ ожмахҡа тиңЖурналист һөнәрен алмаштыра
…Барыһы ла бик ябай башланды. Мәктәптәге ата-әсәләр йыйылышында фекер алышҡанда кемдер: “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәне нимәгә кәрәк? Уның урынына инглиз теле, математика кеүек дәрестәрҙе уҡытып булмаймы ни?” – тип ысҡындырғайны. Әйтмәйенсә түҙә алманым: кеше үҙенең тыуған ере тарихын, мәҙәниәтен, географияһын, йәшәгән төбәгенең иҫтәлекле урындарын, халҡының телен белмәй тороп, башҡа йүнәлештәрҙә уңышҡа өлгәшә аламы? Бәлки-бәлки… Мәгәр тамырһыҙ заттың барыбер ҙур киңлектәрҙе яулауына шикләнәм. Һөҙөмтәлә тәҡдим тыуҙы: ә ниңә балаларҙы республика буйлап сәйәхәткә алып сыҡмаҫҡа, ер-һыу күрһәтеп, тыуған яҡтың хозур урындары менән таныштырмаҫҡа? Әйткән һүҙ – атҡан уҡ: тәүәккәлләнек.
Үрҙә телгә алынған фекерҙең хаҡ икәнлеген иҫбатлау өсөн ҡабаттан йыйылыш үткәрҙек, маршрут менән таныштырҙыҡ, билдәле урындарҙың фотоларын проектор аша күрһәтеп ҡыҙыҡтырҙыҡ. Берәү ҙә “бармайым” тип әйтмәне, ул ғына түгел, тиҫтәгә яҡын ата-әсә лә беҙгә ҡушылыу теләген белдерҙе. Шулай итеп, миңә экскурсовод булырға, үҙ өҫтөмә мәғлүмәти яуаплылыҡ алырға тура килде.

Хәйерле сәғәттә!

Балалар менән юлға сығыуҙың үҙенсәлеге бихисап: уңайлы автобус, туҡланыу мәсьәләләрен алдан уҡ аныҡ хәл итеү фарыз. Өфөлә пассажирҙар ташыу хеҙмәтен Тыуған еребеҙ ожмахҡа тиңкүрһәтеүсе бихисап компаниялар эшләһә лә (шул иҫәптән – дәүләттеке), бар яҡтан да ҡәнәғәтләндергән вариантты табыу ярайһы уҡ мәшәҡәтле икән. Бөтә уңайлыҡтары булған транспорт сараһын яллауҙың уртаса хаҡы – сәғәтенә 1000 – 1800 һум. Әммә предприятие хужалары йә иһә шоферҙар пассажирҙарҙың балалар икәнлеге мәғлүм булғас та баш тартырға ашыҡты – яуаплылыҡ ҙур, тиҙәр. Эҙләй торғас, шәхси компанияларҙың береһенә юлыҡтыҡ. Был йәһәттән беҙгә әүҙем әсәләрҙең береһе Эльмира Маҡсадова ярҙамға килде. Уның ойоштороу һәләте арҡаһында бына тигән уңайлы, кондиционерлы һәм микрофонлы автобус беҙҙе иртәнге 7-лә әйтелгән урында көтә ине инде. Водитель Андрей Владимирович юл буйы балаларҙың шау-шыуына, шаярыуына иғтибар итмәҫкә вәғәҙә бирҙе һәм тулыһынса һүҙендә торҙо.
Шулай итеп, баш ҡалалағы 115-се гимназияның 7-се “Б” класын тамамлаған ҡыҙҙар һәм малайҙар, класс етәксеһе Елена Белявская, бер төркөм әүҙем әсәләр, иртәнге Өфө менән хушлашып, сәйәхәткә юлландыҡ.
Балаларҙың күбеһе – әллә нисәнсе быуындағы өфөлө, шуға күрә йәй етеү менән ауылдағы өләсәй-олатайға түгел, ә йәйге лагерға, сит илгә ял итергә барырға күнеккән. Ҡыҙғаныс, әммә күбеһе Башҡортостандың күркәм тәбиғәтенән бигерәк Төркиә йә иһә Мысырҙың үҙенсәлектәре тураһында яҡшыраҡ белә. Шуға күрә танышыуҙы ҡәҙимге факттарҙан башланыҡ.
Тыуған еребеҙ ожмахҡа тиң…Өфө районын үтеп, Ҡырмыҫҡалы сигенә яҡынлашабыҙ. Балаларға был райондың тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында бәйән итәм. Мәҫәлән, Ҡарлыман ауылының нимә менән билдәле икәнлеген әйтә алаһығыҙмы? Үҫмерҙәр унда етештерелгән данлыҡлы ҡуйыртылған һөт тураһында, әлбиттә, хәбәрҙар, әммә ошо ауылдан йыраҡ түгел урында, Ҡарлыман йылғаһы буйында, үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡанын белмәй. Ер аҫты күле булған карст мәмерйәһе Башҡортостанда ошондай типтағы иң ҙур мәмерйәләрҙән һанала. Уға барған юлда иһә бәләкәйерәк карст соҡорҙары осрай, улар һыу менән тулған. Халыҡ һөйләүенсә, заманында мәмерйәлә Емельян Пугачев менән Салауат Юлаевтың яуҙаштары йәшеренгән. Ҡомартҡының фәнни әһәмиәте лә бик ҙур.
Иҫке Ҡыйышҡы ауылы янындағы күл хаҡындағы мәғлүмәт тә балаларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Данлыҡлы урыҫ яҙыусыһы Сергей Аксаковтың әҫәрҙәрен уҡығанығыҙ барҙыр, тип һорайым. Эйе, тиҙәр. “Багров-ейәндең бала сағы” йыйынтығы танышмы? Бына тап ошо китапта Ҡыйышҡы күле һүрәтләнгән дә инде. Был ваҡиғаға, әлбиттә, быуаттан ашыу ваҡыт үткән, әммә күл әле лә күркәмлеген юғалтмаған, балыҡҡа бай, ярында һирәк осраған үҫемлектәр үҫә.
Ибраһим ауылы янында ла һыуҙа йөҙөүсе йәнлек-ҡоштар ҡурсаулығы тип иғлан ителгән күл бар. Уның ярында имән, йүкә, уҫаҡ ағастары үҫә, туғайҙары күперепТыуған еребеҙ ожмахҡа тиң торған үлән менән ҡапланған.
…Иҫке Муса ауылын үткәндә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге булып Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған Банат Батырова тураһында бәйән итәм. Юҡҡа түгел! Хәтерегеҙҙә булһа, күптән түгел республикала йәштәрҙең иғтибарын эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү маҡсатында “Чиновник һөнәрен алмаштыра” акцияһы ойошторолғайны. Проекттың тәүге этабында дүрт министр ҡатнашып, фрезлаусы, икмәк бешереүсе, штукатур-маляр, машина менән һауыу операторы урынында эшләп ҡарағайны. Ә Банат Батырова данлыҡлы сөгөлдөрсө булған – шулай уҡ ауыр, күп физик көс талап иткән эшсе һөнәр эйәһе. Иҫке Муса ауылында ете балалы ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән, алты йәшенән байҙың ғаиләһендә бала ҡараусы булып эшләй башлаған. 21 йәшендә кейәүгә сығып, Үтәгән ауылында төпләнгән. Колхозлашыу йылдарында сөгөлдөрсө эшен үҙләштергән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Банат Батырова етәкселегендәге звенолағы һигеҙ ҡатындың да ире фронтҡа киткән, һигеҙе лә 1943 йылда тол ҡалған…
Тыуған еребеҙ ожмахҡа тиңӘммә тормош дауам итә. 1946 йылда Батырова гектарынан 500-әр центнер сөгөлдөр йыйып алырға һүҙ биргән, ә көҙөн был һан 502 центнер тәшкил иткән. 1947 йылда звено рекорд ҡуйған: гектарынан 611 центнер сөгөлдөр уңышы алған. 1948 йылда звено етәксеһе Банат Батыроваға “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән юғары исем бирәләр, Ленин ордены менән бүләкләйҙәр. Уңған ҡатын 1960 йылға тиклем колхозда эшләгән, БАССР Юғары Советының икенсе саҡырылыш депутаты булған. Әле Үтәгән ауылындағы урам данлыҡлы яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтә, ә скульптор Тамара Нечаева сөгөлдөрсөнөң скульптуралы портретын ижад иткән.
…Балалар һәр мәғлүмәтте йотлоғоп тыңлай, һорауҙар бирә. Улар, нигеҙҙә, ауылдарҙың атамаларына, нимә менән билдәле булыуына бәйле. Боҙаяҙ ауылын үткәндә, бында атаҡлы емеш-еләк питомнигы булыуын, унан йыраҡ түгел Алмалыҡ ауылы урынлашыуын, 2004 йылда һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡҡан янғын бындағы 16 ғаиләне (алты тиҫтәгә яҡын кешене) торлаҡһыҙ ҡалдырыуын һөйләйем. Үҫмерҙәр:
– Ул кешеләр хәҙер ҡайҙа йәшәй? – тип һорау бирә һала.
Республика етәкселеге тырышлығы менән ауылда бер нисә ай эсендә өр-яңы йорттар ҡалҡып сығыуын, Алмалыҡ халҡының бәләһенә кешеләрҙең битараф ҡалмауын, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеүен әйтеп үтәм. Ысынлап та, берҙәмлектә – көс.

Ауырғазы, Стәрлетамаҡ…

Республиканың үҙәгендә урынлашҡан Ауырғазы районы аша Өфө – Ырымбур юлы үтә. Үҙемә килгәндә, “Ауырғазы” тиһәләр, иң тәүҙә шағир Рәшит Назаровтың данлыҡлы шиғыр юлдары иҫемә төшә:
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма…
Тыуған еребеҙ ожмахҡа тиңЙәл, әммә баш ҡала гимназияһында уҡыған үҫмерҙәргә ауыр яҙмышлы әҙиптең шиғриәте таныш түгел, сөнки уларҙың күбеһе башҡорт телендә аралашмай.
Юл ыңғайы төбәктең йәме – Әпсәләм ҡарағайҙары, Бишҡайын мәмерйәһе тураһында бәйән итәм. Тәүгеһенә килгәндә, урман-дала биләмәһендә урынлашҡан, ылыҫлы урмандар менән маҡтана алмаған төбәк өсөн Ауырғазы йылғаһы ярындағы Ослоҡай тауында үҫкән ҡарағайлыҡ – үҙе үк мөғжизә. Ҡыҙғаныс, әммә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында кешеләр шәмдәй төҙ ағастарҙы киҫеп бөткән тиерлек. Ҡалғандары тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ һаҡлана.
Бишҡайын мәмерйәһе иһә ошо уҡ исемле ауылдан бер саҡрым алыҫлыҡта, “Аҡкүл” станцияһы йүнәлешендә урынлашҡан. Спелеология менән мауығыусылар өсөн ул ысын мәғәнәһендә табыш: ҡышын да, йәйен дә эсендә һалҡын була, боҙ иремәй. Төбәк шулай уҡ 1770 йылда урыҫ академигы И. И. Лепехин тарафынан асылған һәм өйрәнелгән 75 метр оҙонлоҡтағы Ҡорманай мәмерйәһе менән дә дан тота.
…Стәрлетамаҡҡа яҡынлашабыҙ. Республиканың сәнәғәт гиганттарының береһе булған ҡала тураһында һөйләгәнгә тиклем, балаларҙы офоҡта күренгән данлыҡлы шихандар менән таныштырам. Бына – Йөрәктау, артабан – Ҡуштау, аҙ ғына ситтәрәк – данлыҡлы Торатау… Еребеҙҙең йәме, Аллаһы Тәғәлә биргән билдәһе улар.
Стәрлетамаҡ районының “Рощинский” совхозына боролош эргәһенән үткәндә балалар был хужалыҡ етештергән тауарҙар менән таныш икәнлеген күрһәтә: әле Тыуған еребеҙ ожмахҡа тиңбынан, әле тегенән “колбаса”, “сосиски” тигән тауыштар ишетелә.
– Ә хужалыҡтың малсылыҡ комплексы алдына ниндәй скульптура ҡуйылғанын беләһегеҙме?
Ҡала балаларына сусҡаға һәм уның балаларына алтындан ялатылған һәйкәл эшләнеүен белеү бик мәҙәк тойола. Аңлатып китәм: сусҡасылыҡ – совхоздың төп йүнәлештәренең береһе, бында уларҙың һаны 50 мең баштан ашып китә. Унан тыш хужалыҡта 7 мең баш һыйыр, 300-ҙән ашыу йылҡы малы аҫрала. Сәсеүлектәрҙең майҙаны — 26,2 мең гектар самаһы. Республиканың иң ҡеүәтле агрокомплекстарының береһендә етештерелгән продукция күп тарафтарҙа һатыла.

Иман йортонда фатиха алдыҡ

Кантюковка ауылындағы “Суфия” мәсете хаҡында ишеткәнем-күргәнем булһа ла, кереп сығыу форсаты теймәгәйне. Өфө – Ырымбур трассаһынан Салауат ҡалаһына боролоп ингән юлда алтын манаралары менән иғтибарҙы әллә ҡайҙан йәлеп итеп торған изге йорт Башҡортостанда киң билдәле. Архитекторы – Айвар Саттаров. Мәсет ошо ауылда тыуып үҫкән, әле “Таттрансгаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарған Рәфҡәт Кантюковтың бағыусылыҡ ярҙамында төҙөлгән. Уның әсәһенең исемен йөрөткән иман йортоноң һәр ғәмәле юғары зауыҡ менән башҡарылыуына, ҡупшылығына, ысынлап та, хайран ҡалырлыҡ. Әллә ни ҙур булмаған иман йорто мәрмәр, мозаика, алтын менән биҙәлгән, гәлсәр яҡтыртҡыстар күҙҙең яуын алырлыҡ, махсус заказ буйынса туҡылған затлы келәмдәр ҡиммәтле таштарҙың һалҡынлығына йылылыҡ өҫтәгән төҫлө. Изге йорттоң эргәһендә генә быуа ла бар.
…Мәсеттең имам-хатибы Рәмил хәҙрәт Зәйнуллин менән алдан уҡ һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Сәйәхәткә үҫмерҙәрҙе алып килеүебеҙҙе, улар араһында мосолман ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре булыуын телгә алып, Ислам диненең төп ҡанундары менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтеүҙе үтенгәйнек.
Рәмил хәҙрәт беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Мәсеттең иң ҙур залына ингәс, түңәрәкләп уның эргәһенә ултырҙыҡ.
– Ислам – донъялағы иң таралған диндәрҙең береһе, был “Аллаһы Тәғәләгә бағышлау”, “Аллаһы Тәғәләнең ҡанундарына буйһоноу” тигәнде аңлата, – тип башланы ул телмәрен.
Кешенең йәшәйеше инаныуға бәйле булыуын, был донъяла ҡылған һәр ғәмәл өсөн яуап бирергә кәрәклеген, иман, намыҫ, сафлыҡ, изгелек, һау-сәләмәт ғаилә һәм гармониялы йәмғиәт төшөнсәләре Ислам дине өлгәшергә ниәтләгән төп маҡсаттар икәнлеген телгә алып үтте Рәмил хәҙрәт.
– Ҡыҙҙар-малайҙар, намыҫығыҙҙы һатмағыҙ. Атай-әсәйегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ. Изгелек ҡылырға ашығығыҙ. Аллаһы Тәғәләнең тәғлимәттәрен инҡар итмәгеҙ. — Имамдың һәр һүҙен үҫмерҙәр ҙур иғтибар менән тыңланы, һорауҙар бирҙе. Балаларҙы бигерәк тә дини тәғлимәттәрҙе өйрәнеү класы, зауыҡ менән биҙәлгән никах залы ҡыҙыҡһындырҙы. Рәмил хәҙрәткә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ – һәр һорауға ябай тел менән, аңлайышлы итеп яуап биреүе, үҫмерҙәр менән шунда уҡ уртаҡ тел табып, уларға Ислам диненең мәңгелек ҡиммәттәрен ҡыҫҡа, аныҡ итеп төшөндөрә алыуы һоҡландырҙы, ихтирам уятты.
…Ә балаларҙың күңеле саф һәм булмышы белем-тәғлимәт алыуға, аң-зиһенен үҫтереүгә әҙер – иман-фатиха алып, “Суфия” мәсетенән сыҡҡас, шундай һығымтаға килдек. Тик уларҙың юлдарында изге уйлы, иманлы кешеләр генә осрап торһон…

Яҡшы билдә

Иман йортонан сыҡҡанда ҡойоп йылы ямғыр яуа ине. Беҙҙең менән юлға сыҡҡан әсәйҙәрҙең береһе: “Яҡшы билдә”, – тип ҡуйҙы. Киләһе туҡталыш – Торатау, һуңғы ваҡытта яҙмышы борсоуға һалған данлыҡлы шиханыбыҙ.
Торатау беҙҙе ямғыр менән ҡаршы алды. Килгәс-килгәс, ярайһы уҡ еүешләнгән үләнле һуҡмаҡтан тауға күтәрелергә булдыҡ – хәлдән килгән тиклем. Үҫмерҙәр – дәртле халыҡ, уларға ҡаршылыҡтар бер ни түгел – шау-гөр килеп алға атылды. Изге тау барыһына ла ифрат оҡшаны – фотоға төштөк, тирә-яҡты күҙәттек. Бәғзеләре ата-әсәһе менән бында йәйҙең берәй матур көнөндә ҡабаттан килергә ниәтләне.
Юлыбыҙ нефтселәр ҡалаһы Ишембай аша үтә. Пассажирҙарҙан һорайым:
– Ишембай ҡалаһы нимә менән дан тота?
– Трикотаж тауарҙары!
– Нәски-колготкалары!
Уныһы шулай: Ишембайҙа етештерелгән кейем-һалымды республикала ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә яратып һатып алалар. Әммә балалар бында тәүге нефть ятҡылығы табылыуын, ҡаланың нефтселәр ҡалаһы булараҡ төҙөлөүен белеп бөтмәй. Һөйләргә тура килде. Шулай уҡ һаҙлыҡлы юлдарҙан, тундра буйынса йөрөй торған ҡеүәтле “Витязь” машиналарын эшләү берекмәһе хаҡында ла әйттем.

Юлыбыҙ – Ғафуриҙың тыуған яғына

Артабан Красноусол ауылына юлландыҡ. Алдан һөйләшкәнсә, данлыҡлы шифаханала экскурсияла булдыҡ, шифалы һыуҙы тәмләп ҡараныҡ. Шулай ҙа балаларҙы шифахана биләмәһендәге һыу ятҡылыҡтарында йәшәгән йөҙҙәрсә ҡырағай өйрәк (улар кешеләрҙән ҡурҡмай, арттан эйәреп йөрөй), Көгөш (Усолка) йылғаһына ҡушылып ағып ятҡан шифалы шишмәләр нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Тау уйһыулығында урынлашҡан мөғжизәле сығанаҡтар, был ер-һыуға бәйле легендалар, хозур тәбиғәт һәм, әлбиттә, заман талаптарына ярашлы итеп төҙөлгән шифахана – барыһы ла үҫмерҙәрҙең күңеленә хуш килде.
Артабанғы юлыбыҙ – Табын ауылына. Православие диненә табыныусылар араһында ошо исемде йөрөткән икона киң билдәле. Ике меңдән ашыу кеше йәшәгән, күпселеген урыҫтар тәшкил иткән ҙур ауылда боронғо сиркәү бар икән. Уның яҙмышы, илебеҙҙеке кеүек үк, ҡатмарлы ла, ғәжәп тә. Өс быуатҡа яҡын тарихы булған сиркәү бинаһында совет власы йылдарында витамин етештергәндәр, аҙаҡ иһә ул консерва заводы булараҡ ҡулланылған. Нисек кенә булмаһын, бөгөн тарихи ысынбарлыҡ үҙенең тәүге ғәмәленә ҡайтҡан – әлеге көндә унда сиркәүҙе тергеҙә башлағандар, бинаны ремонтлайҙар, реконструкция яһайҙар.
Игумен Боголеп бик ихлас кеше булып сыҡты – Өфө үҫмерҙәренең килерен белгәс, һәр береһенә шоколад алып ҡуйған. Ул сиркәү тарихы менән таныштырҙы, Табын иконаһының аяныслы яҙмышын бәйән итте. “Яралы” изге ҡорамды (завод булғанда уға төрлө ҡоролмалар ҡуйып, стеналарын тишеп бөтөргәндәр) тергеҙһәк, кешеләрҙең күңеленә иман нурын ҡайтарыу өсөн мөмкинлегебеҙ күберәк булыр ине”, – тип оҙатып ҡалды сәйәхәтселәрҙе игумен Боголеп.
Ғафури районының ауылдары аша Архангелгә йүнәлдек. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранды ла күреп үттек.
– Балалар, Өфөлә Ғафури исемендәге театр, парк, урам барлығын беләһегеҙ. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы ошо ауылда тыуып үҫкән, бында уның йорт-музейы, шағир исемен йөрөткән парк һәм шишмә бар, – тип әйтеүем була, үҫмерҙәр музейға барырға теләк белдерә. Ҡыҙғаныс, әммә кис етеп барғанға, беҙ Еҙем-Ҡаранда туҡтап торманыҡ. Шулай ҙа йәш быуын вәкилдәре тарихи шәхескә бәйле урындың барлығын белде.
Юл ыңғайы Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендәге шарлауыҡта туҡтаныҡ. Өфөнән йыраҡ бармайынса ғына ял итергә теләгәндәр өсөн бик тә уңайлы урын ул. Инйәр йылғаһының таш менән ҡапланған һөҙәк яры өҫтөнә, мең төрлө нурҙар уйнатып, биш-алты метр самаһы бейеклектән бәләкәй генә шарлауыҡ ағып төшә. Асы шарлауығын урыҫ теленә "Зеркальный" йә иһә "Ирҙәрҙең күҙ йәше" тип тә тәржемә итәләр. Эш шунда: бынан бер нисә тиҫтә йыл элек кенә шарлауыҡ булмаған, бейек ҡаянан һыу тамсылап ҡына торған. Ошонан сығып, халыҡ төбәкте "Илаусы таш" тип тә йөрөткән. Әммә тәбиғәттең үҙ ҡанундары: айырыуса яҙ көнө шарлауыҡ гөрләп аға, ә йәйен, һыу кәмегәс, ҡая буйлап сөбөрләй. Таштар еүешләнеп ялтырап торғанға уны "Көҙгөлө шарлауыҡ" тип тә атағандарҙыр.
Һыу мүк менән ҡапланған таштарҙан үҙ яйы менән тама бирә. Йылға тәрән түгел, ҡайһы бер урындан кисеп тә үтәләр. Шарлауыҡ төшкән ерҙә ҙур таш бар – унда сумып сығырға мөмкин. Саф һауа, күҙ йәшеләй таҙа һыу, уңайлы урын – ял итеү өсөн тағы ни кәрәк?!
Балалар Абҙанға барып еткәнсе үк уның үҙенсәлектәре тураһында хәбәрҙар булып, шарлауыҡҡа ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, аҙаҡ иһә һыу буйында саф һауала рәхәтләнеп тән яҙҙы.

Ыңғай миҫал дәрт уятһын

Балаларға ойошторған сәйәхәт иҫ киткес матур килеп сыҡты. Барыһы лы ыңғай барҙы, байтаҡ ер-һыу күрҙек, мәғлүмәт белдек, яңы кешеләр менән таныштыҡ. Көноҙоно үҫмерҙәр менән аралашыу ауыр булырҙай тойолһа ла, балаларҙың һәм әсәйҙәрҙең ҡәнәғәт йөҙөн күреп, рәхмәттәрен ишеткәс, ҡаты арыу татлыға әүерелде. Һығымта бер: йәмле йәйҙең ҡәҙерен беләйек, йыбанмайыҡ, йәмәғәт! Көндәлек мәшәҡәттәр мәңге бөтмәйәсәк, эш кәмемәйәсәк – шул ығы-зығы араһында ял итергә, күңел күтәренкелеге кисерергә ваҡыт табығыҙ, сәйәхәт итегеҙ, дуҫтар! Бигерәк тә балалар менән. "Артыҡ аҡса барҙыр шул", – тиер бәғзеләр. Булмаһа ни! Бөтәһе лә диңгеҙ ярына китеп бөтһә, ҡомло ярҙа урын етмәҫ... Башҡортостаныбыҙ – ғәжәйеп күркәм төбәк, уның гүзәллеген күрергә, тулы һыулы йылға-күлдәре буйында, еләҫ урмандары араһында ял итергә, мәғрур тауҙарын үрләргә теләүселәр бихисап. Ә беҙ ошонда йәшәп тә, йәнтөйәктең гүзәллеген иңләргә йөрьәт итмәйбеҙ. Ыңғай миҫал, бәлки, һеҙҙә дәрт-дарман уятыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873