Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Волга буйы гөж килде
Волга буйы гөж килдеҺабантуй — халҡыбыҙҙың йолаға әүерелгән күркәм байрамы. Уны олоһо ла, кесеһе лә йыл да көтөп ала. Ваҡыт үтеү менән һабантуй әһәмиәтен юғалтмай. Бүтән өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтенә тоғро. Ошо көндәрҙә генә Һарытау ҡалаһында һабантуйҙың гөрләп үтеүе шул хаҡта һөйләй.

арытау өлкәһенең байтаҡ ерҙәре — аҫаба башҡорттар төйәге. Унда йәшәгән милләттәштәребеҙ бер ҡайҙан да күсеп килмәгән, эш эҙләп тә ул яҡҡа барып сыҡмаған. Башҡорттар был төбәктә элек-электән донъя көткән. Өлкәнең баш ҡалаһы Һарытауҙың исеме лә беҙгә шул тиклем таныш, ҡолаҡҡа ятышлы.Волга буйы гөж килде
Һабантуй йыл да Һарытау ҡалаһы янындағы Усть-Курдюм ҡасабаһында уҙғарыла. Волга ярындағы иҫ киткес матур урын һайланған. Халыҡ һәр йыл ошо ерҙә күңел аса икән.
Байрам башланырға әле иртәрәк булһа ла, халыҡ бер туҡтауһыҙ ағылды ла ағылды. Курдюм тигән атама нимәне аңлата икән? Ошо һорау миңә һис тә тынғылыҡ бирмәне. Ни тиһәң дә, был һүҙ бер ҙә славяндарҙыҡына оҡшамаған. Ҡыҙыҡһынып, был турала олораҡтарҙан һорарға булдым.
Волга буйы гөж килде— Ана-ау тауҙы күрәһеңме? — тип һүҙ башланы күкрәгенә орден таҡҡан Мөхтәсим Сөләймәнов. — Шуның исеме — Күрҙем. Атамаһының ниңә шулай икәнен дә һөйләп китәйем әле.
Борон замандарҙа Һарытау ҡалаһына баҫҡынсылар йыш килеп торған. Уларҙың яҡынлашыуын алдан белгертер өсөн ҡаланың уң яғынан һаҡсылар ҡуйылған. Волга йылғаһы буйындағы бейек тауҙың түбәһендә урынлашып, күҙәтер булғандар. Дошмандар яҡынлаша башлаһа, һаҡсылар усаҡ яҡҡан. Ә инде Һарытауҙа, ошоно Волга буйы гөж килдекүреп, ҡаршы торорға әҙерләнгәндәр. Алдан иҫкәртеп торған тауҙың исеме шунан килеп сыҡҡан, тиҙәр.
Әлеге ваҡытта Һарытау өлкәһендә 130-ҙан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Башҡорттар һәм татарҙар берлектә үткәргән һабантуйға өлкә губернаторы Валерий Радаевтың килеүе урындағы етәкселәрҙең башҡа халыҡтарға ихтирамлы ҡарашта булыуын күрһәтә.
— Беҙҙең төбәк элек-электән игенселек менән билдәле, — тине сәләмләү һүҙендә өлкә губернаторы. — Сәсеү эштәрен тамамлау күп милләтле ғаиләбеҙ өсөн оло Волга буйы гөж килдебайрамға әүерелә. Йыл да Волга яры башҡорттарҙы, татарҙарҙы ғына түгел, бүтән милләт вәкилдәрен дә шуның хөрмәтенә ойошторолған һабантуйға йыя. Ергә тир түккән кешене ололау — бик яҡшы йола. Ошо рухи ҡиммәттәрҙе юғалтмаҫҡа, киләһе быуынға еткерергә кәрәк.
Валерий Радаев сығышын "Рәхмәт" тип тамамлағас, халыҡ ихласлап ҡул сапты.
Татарстандың Черемшан районы хакимиәте башлығы Наил Зарипов үҙ республикаһы Президенты Рөстәм Миңлехановтың ҡайнар сәләмен еткерҙе, ә Волга буйы гөж килдеБашҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, байрамға килгәндәрҙе ҡотлап, республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. Халҡыбыҙҙың ихласлығын билдәләп, милли кейемдәге һылыуҙарыбыҙ губернатор Валерий Радаевҡа, урындағы башҡорт ҡоролтайы советы рәйесе Камил Әбләзовҡа башҡорт балы бүләк итте.
"Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Нияз Сәлимов иһә төбәктәге әүҙем милләттәштәребеҙҙе тәбрикләне. Урындағы ҡоролтай советы рәйесе Камил Әбләзов, башҡарма комитеты етәксеһе Зөфәр Хәкимов, "Һарытау башҡорттары" гәзите Волга буйы гөж килдемөхәррире Тамара Фәттәхова, Күсембәт ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Ильяс Хәмзин, өлкәнең "Салауат" йәштәр ойошмаһы рәйесе Дим Яуҡаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде, ә инде Харис Яҡаевҡа "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы тапшырылды. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры директоры Ринат Ишмуллин Һарытау башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Зөфәр Хәкимовтың фиҙакәр хеҙмәтен юғары баһалап, иҫтәлекле бүләк бирҙе.
Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы артистарының ҡатнашыуы байрамға айырыуса йәм өҫтәне. Филармонияның бейеү театры сәхнәне дер һелкетте. Улар сығыш Волга буйы гөж килдеяһағанда күптәр, ҡолас йәйеп, бейергә төштө. Зөлфиә һәм Рәмил Әүбәкеровтар, Ғафуан Фазуллин күңелле йырҙары менән шунда уҡ тамашасы һөйөүен яуланы. Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары Һарытауҙа тәүгегә сығыш яһамай икән. Уларҙы "Беҙҙең почетлы ҡунаҡтар" ти урындағылар.
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Һарытау өлкәһендә әле 4 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Ул яҡтарҙа башҡорт ауылдарының күпселеге Кәмәлек йылғаһы буйында урынлашҡан (Перелюб һәм Пугачев райондары). Шуға ла Һарытау өлкәһендәге милләттәштәрҙе Кәмәлек башҡорттары тип йөрөтәләр.
...Күрҙем тауы итәгендәге ялан шау-гөр килде. Был көндө Волга йылғаһы ла һүндерә алмаҫлыҡ усаҡ янды. Юҡ, баҫҡынсыларҙың килеүен белгертеүсе усаҡ түгел. Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ булғанға күрә һәр кемдең күңелендә дөрләүсе ялҡын ине ул.

Волга буйы гөж килдеЗөфәр ХӘКИМОВ, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һарытау өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе:
— Урындағы башҡорттар һәм татарҙар йыл да июндең беренсе шәмбеһендә ошо урынға йыйыла. Былтыр ҡырҡ меңдән ашыу кеше булды. Сараның үтәсәге хаҡында алдан иғлан бирмәһәк тә, әллә ҡайҙан белеп киләләр. Беҙҙә башҡорттар менән татарҙар дуҫ-татыу йәшәй. Берҙәмлектә — көс, тиҙәр бит. Әгәр үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнаһаҡ, бәлки, ошондай ҙур байрам үткәрелмәҫ тә ине. Шөкөр, хәҙер инде 23 йыл рәттән һабантуй гөрләп уҙа. Башҡа милләттәр иһә беҙҙән үрнәк ала.

Гүзәл ИНСАПОВА:Волга буйы гөж килде
— Сығышым менән Башҡортостандың Йәрмәкәй районынанмын. Күп йылдар инде ошо өлкәнең Балаково ҡалаһында йәшәйем. Унда 20 йыл элек ойошторолған "Мираҫ" башҡорт-татар милли үҙәген етәкләйем. Һабантуйға ҙур төркөм менән килдек. Балаково хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире лә бында. Ул беҙҙең байрамда тәүгә ҡатнаша, күргәненә ҡыуанып бөтә алмай. Мин дә сикһеҙ ҡәнәғәтмен. Бигерәк тә үҙебеҙҙекеләрҙең йырлауы, бейеүе оҡшай.
Әйткәндәй, Башҡортостан артистарын беҙҙең яҡта гел көтөп алалар. Ике йыл элек "Каруанһарай" төркөмө сығыш яһағайны, уларҙан һуң "Йәдкәр" килеп ҡыуандырҙы.

Волга буйы гөж килдеРадик БАЙБУЛАТОВ:
— Һабантуйға йыл да ғаиләм менән киләм. Ошо байрамды күрмәһәм, күңел тынғылыҡ тапмаҫ кеүек. Был бит беҙҙең боронғо йолабыҙ! Бөгөн бына Әлфиә менән Алһыу исемле ейәнсәрҙәремде лә алып килдем. Һабантуй шул тиклем матур бара, бигерәк тә башҡорт бейеүҙәрен күреү, йырҙарын ишетеү күңелде күтәрҙе. Әле өйҙә төрлө башҡорт концерттарының видеояҙмаһы ла бар, әммә ул йырсыны яҡындан күреү менән бер түгел.
Волга буйы гөж килдеВолга буйы гөж килдеВолга буйы гөж килде




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873