Һабантуй — халҡыбыҙҙың йолаға әүерелгән күркәм байрамы. Уны олоһо ла, кесеһе лә йыл да көтөп ала. Ваҡыт үтеү менән һабантуй әһәмиәтен юғалтмай. Бүтән өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтенә тоғро. Ошо көндәрҙә генә Һарытау ҡалаһында һабантуйҙың гөрләп үтеүе шул хаҡта һөйләй.
арытау өлкәһенең байтаҡ ерҙәре — аҫаба башҡорттар төйәге. Унда йәшәгән милләттәштәребеҙ бер ҡайҙан да күсеп килмәгән, эш эҙләп тә ул яҡҡа барып сыҡмаған. Башҡорттар был төбәктә элек-электән донъя көткән. Өлкәнең баш ҡалаһы Һарытауҙың исеме лә беҙгә шул тиклем таныш, ҡолаҡҡа ятышлы.
Һабантуй йыл да Һарытау ҡалаһы янындағы Усть-Курдюм ҡасабаһында уҙғарыла. Волга ярындағы иҫ киткес матур урын һайланған. Халыҡ һәр йыл ошо ерҙә күңел аса икән.
Байрам башланырға әле иртәрәк булһа ла, халыҡ бер туҡтауһыҙ ағылды ла ағылды. Курдюм тигән атама нимәне аңлата икән? Ошо һорау миңә һис тә тынғылыҡ бирмәне. Ни тиһәң дә, был һүҙ бер ҙә славяндарҙыҡына оҡшамаған. Ҡыҙыҡһынып, был турала олораҡтарҙан һорарға булдым.
— Ана-ау тауҙы күрәһеңме? — тип һүҙ башланы күкрәгенә орден таҡҡан Мөхтәсим Сөләймәнов. — Шуның исеме — Күрҙем. Атамаһының ниңә шулай икәнен дә һөйләп китәйем әле.
Борон замандарҙа Һарытау ҡалаһына баҫҡынсылар йыш килеп торған. Уларҙың яҡынлашыуын алдан белгертер өсөн ҡаланың уң яғынан һаҡсылар ҡуйылған. Волга йылғаһы буйындағы бейек тауҙың түбәһендә урынлашып, күҙәтер булғандар. Дошмандар яҡынлаша башлаһа, һаҡсылар усаҡ яҡҡан. Ә инде Һарытауҙа, ошоно
күреп, ҡаршы торорға әҙерләнгәндәр. Алдан иҫкәртеп торған тауҙың исеме шунан килеп сыҡҡан, тиҙәр.
Әлеге ваҡытта Һарытау өлкәһендә 130-ҙан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Башҡорттар һәм татарҙар берлектә үткәргән һабантуйға өлкә губернаторы Валерий Радаевтың килеүе урындағы етәкселәрҙең башҡа халыҡтарға ихтирамлы ҡарашта булыуын күрһәтә.
— Беҙҙең төбәк элек-электән игенселек менән билдәле, — тине сәләмләү һүҙендә өлкә губернаторы. — Сәсеү эштәрен тамамлау күп милләтле ғаиләбеҙ өсөн оло
байрамға әүерелә. Йыл да Волга яры башҡорттарҙы, татарҙарҙы ғына түгел, бүтән милләт вәкилдәрен дә шуның хөрмәтенә ойошторолған һабантуйға йыя. Ергә тир түккән кешене ололау — бик яҡшы йола. Ошо рухи ҡиммәттәрҙе юғалтмаҫҡа, киләһе быуынға еткерергә кәрәк.
Валерий Радаев сығышын "Рәхмәт" тип тамамлағас, халыҡ ихласлап ҡул сапты.
Татарстандың Черемшан районы хакимиәте башлығы Наил Зарипов үҙ республикаһы Президенты Рөстәм Миңлехановтың ҡайнар сәләмен еткерҙе, ә
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, байрамға килгәндәрҙе ҡотлап, республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. Халҡыбыҙҙың ихласлығын билдәләп, милли кейемдәге һылыуҙарыбыҙ губернатор Валерий Радаевҡа, урындағы башҡорт ҡоролтайы советы рәйесе Камил Әбләзовҡа башҡорт балы бүләк итте.
"Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Нияз Сәлимов иһә төбәктәге әүҙем милләттәштәребеҙҙе тәбрикләне. Урындағы ҡоролтай советы рәйесе Камил Әбләзов, башҡарма комитеты етәксеһе Зөфәр Хәкимов, "Һарытау башҡорттары" гәзите
мөхәррире Тамара Фәттәхова, Күсембәт ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Ильяс Хәмзин, өлкәнең "Салауат" йәштәр ойошмаһы рәйесе Дим Яуҡаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде, ә инде Харис Яҡаевҡа "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы тапшырылды. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры директоры Ринат Ишмуллин Һарытау башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Зөфәр Хәкимовтың фиҙакәр хеҙмәтен юғары баһалап, иҫтәлекле бүләк бирҙе.
Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы артистарының ҡатнашыуы байрамға айырыуса йәм өҫтәне. Филармонияның бейеү театры сәхнәне дер һелкетте. Улар сығыш
яһағанда күптәр, ҡолас йәйеп, бейергә төштө. Зөлфиә һәм Рәмил Әүбәкеровтар, Ғафуан Фазуллин күңелле йырҙары менән шунда уҡ тамашасы һөйөүен яуланы. Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары Һарытауҙа тәүгегә сығыш яһамай икән. Уларҙы "Беҙҙең почетлы ҡунаҡтар" ти урындағылар.
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Һарытау өлкәһендә әле 4 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Ул яҡтарҙа башҡорт ауылдарының күпселеге Кәмәлек йылғаһы буйында урынлашҡан (Перелюб һәм Пугачев райондары). Шуға ла Һарытау өлкәһендәге милләттәштәрҙе Кәмәлек башҡорттары тип йөрөтәләр.
...Күрҙем тауы итәгендәге ялан шау-гөр килде. Был көндө Волга йылғаһы ла һүндерә алмаҫлыҡ усаҡ янды. Юҡ, баҫҡынсыларҙың килеүен белгертеүсе усаҡ түгел. Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ булғанға күрә һәр кемдең күңелендә дөрләүсе ялҡын ине ул.
Зөфәр ХӘКИМОВ, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һарытау өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе:— Урындағы башҡорттар һәм татарҙар йыл да июндең беренсе шәмбеһендә ошо урынға йыйыла. Былтыр ҡырҡ меңдән ашыу кеше булды. Сараның үтәсәге хаҡында алдан иғлан бирмәһәк тә, әллә ҡайҙан белеп киләләр. Беҙҙә башҡорттар менән татарҙар дуҫ-татыу йәшәй. Берҙәмлектә — көс, тиҙәр бит. Әгәр үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнаһаҡ, бәлки, ошондай ҙур байрам үткәрелмәҫ тә ине. Шөкөр, хәҙер инде 23 йыл рәттән һабантуй гөрләп уҙа. Башҡа милләттәр иһә беҙҙән үрнәк ала.
Гүзәл ИНСАПОВА:— Сығышым менән Башҡортостандың Йәрмәкәй районынанмын. Күп йылдар инде ошо өлкәнең Балаково ҡалаһында йәшәйем. Унда 20 йыл элек ойошторолған "Мираҫ" башҡорт-татар милли үҙәген етәкләйем. Һабантуйға ҙур төркөм менән килдек. Балаково хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире лә бында. Ул беҙҙең байрамда тәүгә ҡатнаша, күргәненә ҡыуанып бөтә алмай. Мин дә сикһеҙ ҡәнәғәтмен. Бигерәк тә үҙебеҙҙекеләрҙең йырлауы, бейеүе оҡшай.
Әйткәндәй, Башҡортостан артистарын беҙҙең яҡта гел көтөп алалар. Ике йыл элек "Каруанһарай" төркөмө сығыш яһағайны, уларҙан һуң "Йәдкәр" килеп ҡыуандырҙы.
Радик БАЙБУЛАТОВ:— Һабантуйға йыл да ғаиләм менән киләм. Ошо байрамды күрмәһәм, күңел тынғылыҡ тапмаҫ кеүек. Был бит беҙҙең боронғо йолабыҙ! Бөгөн бына Әлфиә менән Алһыу исемле ейәнсәрҙәремде лә алып килдем. Һабантуй шул тиклем матур бара, бигерәк тә башҡорт бейеүҙәрен күреү, йырҙарын ишетеү күңелде күтәрҙе. Әле өйҙә төрлө башҡорт концерттарының видеояҙмаһы ла бар, әммә ул йырсыны яҡындан күреү менән бер түгел.