Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ябайлыҡта икән бөйөклөк
Ябайлыҡта икән бөйөклөкМәктәп директоры, ауыл Советы рәйесе, партияның район комитеты бүлеге мөдире, аҙаҡ партия район комитетының беренсе секретары, банктарҙың береһендә етәксе... Оҙаҡ йылдар яуаплы вазифаларҙы егеттәрсә ҡыйыулыҡ һәм сабырлыҡ менән башҡарған Зөлхизә Фазылйән ҡыҙының егәрлелеге, намыҫлылығы хаҡында яҡшы хәбәрҙар булһаҡ та, уның был тиклем дә баҫалҡылығы, күпме йылдар аралашып та үҙенең Герой ҡыҙы булыуын бер тапҡыр ҙа телгә алмауы хайран итте.

Ул ғынамы... Атаһы Фазылйән Аҡмалетдинов — Советтар Союзы Геройы, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдарына лайыҡ булһа, әсәһе Рәхилә апай — Герой-әсә. Бер йортта ике Герой йәшәгән тағы ниндәй күркәм ғаиләне беләһегеҙ? Бындай күренекле яҡындары менән һәр кем хаҡлы ғорурлана алыр ине. Ата-әсәләге күркәм холоҡ-фиғел Аҡмалетдиновтарҙың ун балаһына ла күскән, тыйнаҡлыҡ, кешелеклелек кеүек гүзәл сифаттар ҙа бары уларҙың тәрбиәһенән “йоҡҡандыр”. Ошо матур күңелле, илһөйәр замандаштарыбыҙҙың һәр береһе “Яҡташтар” проектында лайыҡлы урын алыр ине. Бөгөн һүҙ ошо нәҫелдең башы, Кушнаренко районының ҡаһарман улы, Советтар Союзы Геройы Фазылйән Фазлый улы Аҡмалетдинов тураһында. Данлыҡлы яҡташыбыҙға быйыл 95 йәш тулған булыр ине.

* * *
Шуны әйтмәү мөмкин түгел: кушнаренколар үҙҙәренең күренекле шәхестәрен һис онотмай, батырҙарҙың даны бында мәңгелек. Бынан һигеҙ йыл элек улар Герой ғүмер иткән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйҙырып, уның иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Батыр йәшәгән урам һәм Әхмәт мәктәбе уның данлыҡлы исемен йөрөтә. Яҡты донъяла 61 йыл ғына йәшәп, үҙенән һуң әллә күпме матур хәтирәләр, ғорурлыҡ тойғоһо, илһөйәрлек өлгөһө ҡалдырған яугирҙең тормошо көнләшерлек!
Уның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы тураһында байтаҡ мәҡәлә донъя күргән. Һәр береһе Фазылйән Фәйзулла улын герой булараҡ ҡына түгел, ә ябай ер кешеһе, балаларын өҙөлөп яратҡан ғаилә башлығы, сәнғәткә ғашиҡ итеп күрһәтергә тырышҡан. Эйе, хеҙмәт уның өсөн йәшәү сығанағы булһа, тальян гармун моңона һөйөү көс-дәрт, илһам биргән. Ул ғына ла түгел, яу яландарындағы ҡан-ҡойошта ла йөрәге ҡатмаған һалдат балаларында сәнғәткә мөхәббәт тәрбиәләй алыуы менән хөрмәткә лайыҡ.
Аҡмалетдиновтарҙың ғаилә ансамбле заманында районда ғына түгел, ә республика сәхнәләрендә дан ҡаҙана. Атайҙан ҡалған иң ҙур мираҫ — хеҙмәт һөйөүсәнлек, белемгә ынтылыш, кешеләрҙе хөрмәт итеү балаларҙың һәр береһенә бирелгән. Араларында ике-өс институт тамамлағандары ла бар. Ата-әсәһенең иң ауыр ваҡытта ла һыҡранмай, бер кемде лә ғәйепләмәй татыулыҡта һәм хеҙмәттә (әлбиттә, йырлап!) йәшәүе Аҡмалетдиновтарҙың яңы быуыны өсөн алға әйҙәүсе яҡты маяҡтай була. Бөгөн дә туғандар ата-әсәһенең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлап, ҡулға-ҡул тотоношоп, кәңәшләшеп донъя көтә. Еңеү көнө — улар өсөн әүәлгесә иң ҙур байрам, яҡты хәтирәләр көнө. Ул шанлы йылдарҙың йәнле шаһиттары булмаһаҡ та, Фазылйән Фәйзулла улының яҙмышы алыҫта ҡалған тарих биттәрен яңыртырға, һуғыштың һис тә уйын түгеллеген, ә ғүмерлеккә тән һәм күңел яралары ҡалдырыусы, күп ҡорбан талап итеүсе, юғалтыуҙар үкенесен татытыусы фажиғә икәнлеген иҫкәртергә ярҙам итер.
...Кушнаренко районының Әхмәт ауылы егете Фазылйән Аҡмалетдиновтың хәрби хеҙмәт юлы Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнашыуҙан башлана. Бында ул дошманды ҡыйратыу шатлығын кисерә, фронт разведчигы хеҙмәтен үҙләштерә башлай. Иң ҡатмарлы, билдәһеҙлек хөкөм һөргән шарттарҙа иптәштәре менән фронт һыҙығын үтеп, ҡиммәтле мәғлүмәттәр һәм “тел” ташый. Һуғышта награданы һис тә бушҡа бирмәйҙәр, һәр береһе — дошман менән ҡаты алыштағы ҡаһарманлыҡ билдәһе. Ҡыйыулығы өсөн Ф. Аҡмалетдинов Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары һәм өс тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
1942 йылда Ржев ҡалаһы эргәһендә ҡан ҡойошло һуғыштар бара. Дивизия разведчиктары алдына нисек тә булһа “тел” алыу бурысы ҡуйыла. Мәскәү эргәһендәге еңелеүҙән һуң дошман айырыуса һаҡ ҡыланған, уяулығын көсәйткән, уҫалланған мәл. Разведчиктар төркөмө дошман тылына үтеп инмәксе итә. Әммә дошман ҡорған “ау”ға эләгә. Кинәт автоматтарҙан ут асып, төркөм командирын һәләк итәләр. Тәүәккәл Аҡмалетдинов бер нисә гранатаны дошман яғына ырғытып, аҙаҡ автоматтан ут аса. Яугир ете дошман һалдатын ергә һала. Әммә һис көтмәгәндә үлгән тип иҫәпләнгән офицерҙың ҡорал тоҫҡағанын шәйләп, Фазылйән уйлап тормаҫтан уға хәнйәр менән ташлана. Шулай ҙа фашист атып өлгөрә: пуля разведчиктың һул ҡулын яралай. Һыҙланыуҙарға түҙеп, егет трофейҙарҙы, документтарҙы йыйып, үҙебеҙҙекеләргә әйләнеп ҡайта. Айырыуса топография картаһының баһалап бөткөһөҙ кәрәкле мәғлүмәткә эйә булыуы асыҡлана. Физик яҡтан көслө, сос егет ҡоралдарҙың күп төрөн үҙләштерә, алған “тел”дәренең һаны ла артҡандан-арта. Яугирҙең ҡаҙаныштарын баһалап, 1943 йылда Курск эргәһендәге ҡаты бәрелештән һуң уға ҡыҫҡа ваҡытлы ял да бирәләр. Күкрәге тулы орден-миҙалдар сыңлаған Фазылйәндең Әхмәткә ҡайтып төшөүен яҡшы хәтерләй ауылдың хәҙерге ҡарт-ҡороһо.
“Багратион” операцияһы барышында совет ғәскәрҙәре Белоруссия һәм Литваның ҙур ғына биләмәләрен дошмандан азат итә. Айырыуса генерал-полковник К. Галицкий етәкселегендәге 11-се гвардия армияһы соединениелары батырҙарса һуғыша. Неман йылғаһына килеп еткәс, ярҙың теге ярында уларҙы нимә көтөүе, юғалтыуҙарһыҙ кисеүҙе сығыу бурысы етәкселәрҙе борсоуға һала.
Гвардия өлкән сержанты Фазылйән Аҡмалетдиновҡа яуаплы мәсьәлә йөкмәтелә: Неман аша сығып, дошман ғәскәрҙәренең нисек урынлашыуын асыҡларға, мотлаҡ “тел” эләктерергә. Бесән һалып уратылған плащ-палаткаға тотоноп, тауыш-тынһыҙ йөҙөп сыҡҡас, һаҡ ҡына яр буйлап күтәрелә. Алда ғына бойҙай баҫыуы йәйрәп ята, алыҫтараҡ урман, көн яҡтырғансы урман тирәһен тиҙерәк тикшерергә кәрәк, тигән фекергә килә яугир. Шыуыша-шыуыша алға ынтыла. Йәшеллеккә төрөнгән тәбиғәт ҡосағында немецтарҙың ҡара шәүләһен күреп туҡтап ҡала. Ете һалдат һәм бер офицер үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә разведчиктың эргәһенән үтеп китә. Күреп ҡалыуҙары ла ихтимал. Фазылйән йәһәт кенә ҡарарға килеп, улар өҫтөнә ике граната ташлай, автоматтан ут һиптерә. Дошмандар ҡырҡылған үлән кеүек ергә ауа. Әммә атыш тауышына урмандан йәнә бер төркөм һалдат килеп сыға. Улар яугирҙе ҡулсаға алмаҡсы була. Фазылйән йәнә ике гранатаһын ташлап өлгөрә, автоматтан ут аса. Тағы ла биш фашист ергә ауа. Иң көсөргәнешле мәлдә автомат затворы тыңлашмай башлай. Үҙенең туған телендә нимәлер ҡысҡырынып яҡынлашҡан немец һалдатына ул атып өлгөргәнсе бысаҡ менән киҙәнә. Фашистың автоматын алып, үҙҙәренә тоҫҡай. Дүртәүһе ҡасырға самалай, әммә икәүһе Фазылйәндең пуляһынан йән бирә. Ә нимәгәлер эләгеп йығылған һалдатты “тел”гә ала. Дошман позицияһы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт алған 11-се гвардия дивизияһы частары имен-аман йылға аша сығып, Алитус ҡалаһынан алыҫ булмаған киң плацдармды яулай. Аҡмалетдинов фашистарға ҡаршы алышҡан ерҙә 19 мәйетте күреп, совет һалдаттары уның ҡаһарманлығына хайран ҡала. Армия командующийы К. Галицкий Башҡортостандың сая егетен Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итә.
Батырҙың ошо хаҡтағы яҙмаларын уҡыуы аңлайышлы, шыма тойолһа ла, яугирҙең ул саҡта үлем менән йөҙгә-йөҙ килеп яғалашҡан мәлен, кисерештәрен, дошманға ҡарата нәфрәт тойғоһон тулыһынса тасуирлауы ауыр. Үҙ-үҙен аямай Ватан, халыҡ именлеге хаҡына күтәрелгән совет яугирҙәренең героизмы илһөйәрлектең иң юғары нөктәһенә тиң.
Бик ҡаты һуғыш бара Неман яры битләүҙәрендә. Дошман нисек тә булһа беҙҙең ғәскәрҙәрҙе йылғаға ҡыҫырыҡларға тырыша. Әммә 11-се армия үтә ҡатмарлы шарттарҙа алға барыуын дауам итә һәм Көнсығыш Пруссия еренә аяҡ баҫа. Ошо көсөргәнешле алыштарҙа разведчик өсөнсө тапҡыр ҡаты яралана, госпиталдә оҙаҡ дауалана. 1945 йылдың 15 майында гвардия өлкән сержанты, коммунист Ф. Аҡмалетдинов Кремлдә Бөтә Союз “старостаһы” М.И. Калинин ҡулынан Ленин ордены һәм Советтар Союзы Геройының Алтын Йондоҙон алыу бәхетен кисерә.
Һуғышта алған ҡаты яралар тиҙ генә уңалмай, үҙен һиҙҙертеп, һулҡылдап ҡына тора. Тыуған яҡҡа ҡайтыу менән батыр яугир мәктәп директорының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары булып эш башлай. Шәфҡәт туташы Рәхилә Ғәлимйән ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, өс ул һәм ете ҡыҙ үҫтерәләр. Яугирҙең тальян гармуны уларҙың һәр береһендә сәнғәткә, музыкаға һөйөү тәрбиәләүҙең нигеҙе булһа, әсәләре Рәхилә апай китапҡа хөрмәт тойғоһо уятыуы менән ғорурлана алыр ине.
Шуныһы шатлыҡлы, ике геройҙың да изге теләктәре тормошҡа ашты: ҡыҙ һәм улдары, ейән-ейәнсәрҙәре намыҫлы хеҙмәттәре менән ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй донъя көтә, ғәзиз кешеләренең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә