Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!Өфөнөң Калинин районында сыуаш йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Унда шөғөлләнеүселәр күптән түгел үҙ халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған күргәҙмә ойошторҙо.

Бында рәссам Алексей Ивановтың картиналары менән танышыу мөмкинлеге булды. Ижад эштәре төрлө символдарҙан яһалған. Улар Атилла, Сыңғыҙхан идара иткән, Вавилон башняһы, Болғар иле төҙөлгән дәүерҙәрҙең мәҙәниәтен сағылдыра. Петр I, Иван Яковлев, Никита Бичурин, Василий Чапаев, Иван Христофоров кеүек тарихи шәхестәрҙең скульптуралары ла һоҡландырҙы. Уларҙың авторы — Сыуаш Республикаһының халыҡ рәссамы Петр Пупин.
Күргәҙмәлә сыуаш йәкшәмбе мәктәбенең тарихын һәм эшмәкәрлеген яҡтыртыуға ҙур урын бүленде. Уҡыу йортонда белем алыусыларҙың заманса алымдар менән тегелгән сағыу сәхнә костюмдарына кем генә һоҡланманы икән!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!Ә күргәҙмәгә килеүселәр ифрат күп булды. Үҙебеҙҙең республиканан ғына түгел, Чебоксар, Ульяновск ҡалаларынан, Пермь крайының Барҙа районынан уҡыусылар саҡырылғайны. Бер нисә көн дауам иткән сарала сыуаш халҡының мәғрифәтсеһе И. Я. Яковлевтың тыуыуына 165 йыл тулыуҙы ла киң билдәләнеләр. Байрамда Саҡмағош районының Йомаш, Ҡырмыҫҡалы районының Николаевка, Илтирәк, Һыуыҡ Шишмә ауылдары, Туймазы, Октябрьский ҡалалары мәктәптәре уҡыусылары сығыш яһаны. Сыуаш, башҡорт, урыҫ, мордва йырҙары һәм бейеүҙәре һәр тамашасының күңеленә хуш килде. Йәкшәмбе мәктәбендә уҡығандарҙың "Һәр ваҡыт булһын ҡояш!" тигән йырҙы сыуаш телендә башҡарыуы байрамға килгәндәрҙе айырыуса рухландырып ебәрҙе. Әйткәндәй, был йыр белем усағының гимнына әйләнгән. Өлкәндәрҙең "Элем" фольклор ансамбленең сығышы ла кисәгә йәм өҫтәне.
Сарала Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Сыуаш милли конгресы күргәҙмәне, байрамды ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырҙы.


Автор: Ольга МАТРОСОВА, сыуаш йәкшәмбе мәктәбе хеҙмәткәре.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә