Өфөнөң Калинин районында сыуаш йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Унда шөғөлләнеүселәр күптән түгел үҙ халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған күргәҙмә ойошторҙо.
Бында рәссам Алексей Ивановтың картиналары менән танышыу мөмкинлеге булды. Ижад эштәре төрлө символдарҙан яһалған. Улар Атилла, Сыңғыҙхан идара иткән, Вавилон башняһы, Болғар иле төҙөлгән дәүерҙәрҙең мәҙәниәтен сағылдыра. Петр I, Иван Яковлев, Никита Бичурин, Василий Чапаев, Иван Христофоров кеүек тарихи шәхестәрҙең скульптуралары ла һоҡландырҙы. Уларҙың авторы — Сыуаш Республикаһының халыҡ рәссамы Петр Пупин.
Күргәҙмәлә сыуаш йәкшәмбе мәктәбенең тарихын һәм эшмәкәрлеген яҡтыртыуға ҙур урын бүленде. Уҡыу йортонда белем алыусыларҙың заманса алымдар менән тегелгән сағыу сәхнә костюмдарына кем генә һоҡланманы икән!
Ә күргәҙмәгә килеүселәр ифрат күп булды. Үҙебеҙҙең республиканан ғына түгел, Чебоксар, Ульяновск ҡалаларынан, Пермь крайының Барҙа районынан уҡыусылар саҡырылғайны. Бер нисә көн дауам иткән сарала сыуаш халҡының мәғрифәтсеһе И. Я. Яковлевтың тыуыуына 165 йыл тулыуҙы ла киң билдәләнеләр. Байрамда Саҡмағош районының Йомаш, Ҡырмыҫҡалы районының Николаевка, Илтирәк, Һыуыҡ Шишмә ауылдары, Туймазы, Октябрьский ҡалалары мәктәптәре уҡыусылары сығыш яһаны. Сыуаш, башҡорт, урыҫ, мордва йырҙары һәм бейеүҙәре һәр тамашасының күңеленә хуш килде. Йәкшәмбе мәктәбендә уҡығандарҙың "Һәр ваҡыт булһын ҡояш!" тигән йырҙы сыуаш телендә башҡарыуы байрамға килгәндәрҙе айырыуса рухландырып ебәрҙе. Әйткәндәй, был йыр белем усағының гимнына әйләнгән. Өлкәндәрҙең "Элем" фольклор ансамбленең сығышы ла кисәгә йәм өҫтәне.
Сарала Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Сыуаш милли конгресы күргәҙмәне, байрамды ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырҙы.