Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һүрәттәре биҙәй донъяны
Һүрәттәре биҙәй донъяны... Бында һәр кем үҙен күргәҙмә залындағылай хис итә. Стеналарҙа эленгән һүрәттәрҙе, гүйә, рәссамдар төшөргән. Уларҙа — тыуған яҡ тәбиғәте сағылған пейзаж, портрет, натюрморттар. Күбеһе – төп нөсхә. Күсермәләр ҙә бар. Улар барыһы ла -– Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаевка ауылындағы 1-се урта мәктәп уҡыусыларының ижади эш өлгөләре.
“Һәләтле балалар бик күп, – ти мәктәптең һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Борис Михайлович Быков. – Ата-әсәләргә, уҡытыусыларға шуны ваҡытында күреп, тейешле йүнәлеш бирергә ынтылыу кәрәк. Һәләттең ун проценты Хоҙайҙан бирелһә, туҡһаны тырышлыҡтан, эшһөйәрлектән, ныҡышмаллыҡтан ҡала”. Ташкент ҡалаһындағы Низами исемендәге педагогия институтының һынлы сәнғәт графикаһы факультетын тамамлағандан һуң тиҫтәләрсә йыл буйы йәш быуынды һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәткән, һәләттәрҙе күреп үҫтерә белгән тәжрибәле оҫтаның һәм остаздың был тос, абруйлы фекере менән килешмәү мөмкин түгел.
Быуаттан ашыу тарихы булған был боронғо мәктәп бик күп һәләтле шәхестәр тәрбиәләгән. Улар араһында – Советтар Союзы Геройы Г.В. Недовишин, генерал-майор В.Н. Баканов, медицина фәндәре кандидаты, Санкт-Петербургтағы С.М. Киров исемендәге академияның өлкән ғилми хеҙмәткәре, генерал-майор В.Ф. Жернавков, Рязань дәүләт ауыл хужалығы академияһы ректоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты, академик Г.М. Туников, педагогия фәндәре кандидаты Р.Г. Дәүләтбаева, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Р.Ф. Исмәғилев һәм башҡалар.
Һүрәттәре биҙәй донъяны— Бөгөн беҙҙә 639 уҡыусы белем ала, – тип һөйләй мәктәп директоры, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, юғары категориялы етәксе Александр Степанович Самсоненко. – Коллективыбыҙҙа 59 уҡытыусы, һәр ҡайһыһы үҙ эшен белеп, яратып башҡара.
Етәксе айырыуса үҙенең уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары Анна Есина менән Резида Иҙрисованың тырышлығын маҡтай. Анна Геннадьевна – биология фәндәре кандидаты, химия һәм биология уҡыта. Резида Рәғип ҡыҙы башҡорт теле дәрестәре алып бара, былтыр республикала “Иң яҡшы уҡытыусы” тип танылған.
Ғөмүмән, Ермолаевка ауылының 1-се мәктәбендә ниндәйҙер йылы күтәренкелек хөкөм һөрә. Алты йыл элек бында реконструкция уҙғарылған. Ауыл ерендәге урта мәктәп хәҙер ҡалаларҙағы иң яҡшы белем йорттарынан һис ҡайтыш түгел. Уҡытыу эштәре лә заман талаптарына ярашлы итеп, юғары кимәлдә ойошторолған: башланғыс белем биреү, математика, физика, информатика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт, инглиз телдәре, тарих фәндәре буйынса методик лабораториялар булдырылған, 9-сы кластан алып профилле йүнәлтеү эштәре алып барыла. “Уҡыусыларыбыҙ район, төбәк-ара, республика, ил кимәлендәге конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала, – ти етәксе. – Уңыш артынан уңыш яулап, еңеп, тотош коллективыбыҙға бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ алып ҡайта улар”.


Автор: Хөриә Абыҙгилдина. Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә