... Бында һәр кем үҙен күргәҙмә залындағылай хис итә. Стеналарҙа эленгән һүрәттәрҙе, гүйә, рәссамдар төшөргән. Уларҙа — тыуған яҡ тәбиғәте сағылған пейзаж, портрет, натюрморттар. Күбеһе – төп нөсхә. Күсермәләр ҙә бар. Улар барыһы ла -– Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаевка ауылындағы 1-се урта мәктәп уҡыусыларының ижади эш өлгөләре.
“Һәләтле балалар бик күп, – ти мәктәптең һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Борис Михайлович Быков. – Ата-әсәләргә, уҡытыусыларға шуны ваҡытында күреп, тейешле йүнәлеш бирергә ынтылыу кәрәк. Һәләттең ун проценты Хоҙайҙан бирелһә, туҡһаны тырышлыҡтан, эшһөйәрлектән, ныҡышмаллыҡтан ҡала”. Ташкент ҡалаһындағы Низами исемендәге педагогия институтының һынлы сәнғәт графикаһы факультетын тамамлағандан һуң тиҫтәләрсә йыл буйы йәш быуынды һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәткән, һәләттәрҙе күреп үҫтерә белгән тәжрибәле оҫтаның һәм остаздың был тос, абруйлы фекере менән килешмәү мөмкин түгел.
Быуаттан ашыу тарихы булған был боронғо мәктәп бик күп һәләтле шәхестәр тәрбиәләгән. Улар араһында – Советтар Союзы Геройы Г.В. Недовишин, генерал-майор В.Н. Баканов, медицина фәндәре кандидаты, Санкт-Петербургтағы С.М. Киров исемендәге академияның өлкән ғилми хеҙмәткәре, генерал-майор В.Ф. Жернавков, Рязань дәүләт ауыл хужалығы академияһы ректоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты, академик Г.М. Туников, педагогия фәндәре кандидаты Р.Г. Дәүләтбаева, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Р.Ф. Исмәғилев һәм башҡалар.
— Бөгөн беҙҙә 639 уҡыусы белем ала, – тип һөйләй мәктәп директоры, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, юғары категориялы етәксе Александр Степанович Самсоненко. – Коллективыбыҙҙа 59 уҡытыусы, һәр ҡайһыһы үҙ эшен белеп, яратып башҡара.
Етәксе айырыуса үҙенең уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары Анна Есина менән Резида Иҙрисованың тырышлығын маҡтай. Анна Геннадьевна – биология фәндәре кандидаты, химия һәм биология уҡыта. Резида Рәғип ҡыҙы башҡорт теле дәрестәре алып бара, былтыр республикала “Иң яҡшы уҡытыусы” тип танылған.
Ғөмүмән, Ермолаевка ауылының 1-се мәктәбендә ниндәйҙер йылы күтәренкелек хөкөм һөрә. Алты йыл элек бында реконструкция уҙғарылған. Ауыл ерендәге урта мәктәп хәҙер ҡалаларҙағы иң яҡшы белем йорттарынан һис ҡайтыш түгел. Уҡытыу эштәре лә заман талаптарына ярашлы итеп, юғары кимәлдә ойошторолған: башланғыс белем биреү, математика, физика, информатика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт, инглиз телдәре, тарих фәндәре буйынса методик лабораториялар булдырылған, 9-сы кластан алып профилле йүнәлтеү эштәре алып барыла. “Уҡыусыларыбыҙ район, төбәк-ара, республика, ил кимәлендәге конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала, – ти етәксе. – Уңыш артынан уңыш яулап, еңеп, тотош коллективыбыҙға бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ алып ҡайта улар”.