Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матурлығы — хеҙмәтендә
Матурлығы — хеҙмәтендәАшҡына ғүмер, туҡта саҡ ҡына
Беҙ бит тыуғанбыҙ
тормош көтөргә,
Ашҡынып ғүмер зая үтмә һин,
Иманлы көндәр ташлап
китмәһен...

Замана йырҙары араһынан ошо йыр тәьҫире ни өсөндөр күңел түренән китмәҫ булды. Ысынлап та, ғүмер ашҡына бит ул, уны һис туҡтатыр әмәл юҡ... Шулай ҙа үткәненә бер күҙ һирпеп, бөгөнгөһөнә шөкөр итеп, яҡты киләсәгендә хыял диңгеҙендә йөҙәһе килә...
Шат йылмайып, бүлмәгә ҡояштай балҡып килеп ингән Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы уйҙарымды бүлде. Кешенең матурлығы эшенә ҡарап, тигәндәй, ул тиҫтә йылдан ашыу ижади ғүмерен ошо мәктәпкә бағышлаған, ярты быуаттан күберәк тормош миҙгеленең сағыу мәлен кисерә. Нисә быуын уҡыусыһын ҡабул итеп, оло юлға сығарған, күпме уҡытыусы-тәрбиәселәр менән “ҡайнап” йәшәгән Ғәлимә Лоҡман ҡыҙын яратып, “икенсе әсәй” тип йөрөтәләр. Хатта мәктәбебеҙҙең төп терәге – “алтын бағанаһы”, тиҙәр! Эйе, күңел биреп башҡарған эш өлгө булыр, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.
Йәмле Йылайыр буйында урынлашҡан Ишбирҙе ауылынан ул. Күп балалы ғаиләлә тыуып, ата-әсәһенең аҡыллы кәңәштәрен тотоп үҫкәнгәме, Ғәлимә Лоҡман ҡыҙын кескәй саҡтан ғилем-тәрбиә, рух-иман донъяһы үҙенә ылыҡтыра. Әхирәттәре менән уйнағанда ла, һәр саҡ ул – “уҡытыусы апай”, ә дуҫтары уның “уҡыусылары” була. Бер ваҡыт ни сәбәптәндер ул дәрескә һуңлаған. Күҙҙәре шешенеп, буҫығып илап бөткән. Ҡабат бер ваҡыт та дәрескә һуңламай, хатта таң һарыһы менән мәктәп ишеге төбөндә уның асылыуын көтөп тора. Ғөмүмән, үҙенең зирәклеге, уҡыуға һәләте һәм күркәм холҡо менән башҡаларҙан айырылып торған.
Республикала тәүгеләрҙән асылған Баймаҡ мәктәп-интернаты белем усағына әйләнһә, йылдар үтеү менән үҙе унда эш башлай. Магнитогорск педагогия институтын уңышлы тамамлап, туған мәктәбенә ҡайта ул. Ябай уҡытыусынан алып директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарына тиклем күтәрелеп, юғары категориялы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исемен йөрөтә ул. Ағас — емеше менән, кеше — эше менән, тип юҡҡа әйтмәй халыҡ. Хатта хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу теркәлгән. Оло хөрмәткә лайыҡ Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы үҙе хаҡында һөйләргә яратмаһа ла, эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты.
“Ҡырҡ ата балаһы”на төплө белем һәм дөрөҫ тәрбиә бирәм тиһәң, ысынлап та, үҙеңә лә сабыр холоҡло булырға, сабый йөрәгенә юл таба белергә кәрәк. Етмәһә, йылдан-йыл мәғариф өлкәһенә лә талаптар арта. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләрендә ҡуйылған юғары маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп, уҡытыу-тәрбиә эше белем биреү менән бер йүнәлештә барырға тейеш, тип иҫәпләй тәжрибәле уҡытыусы. Ул эшләгән белем усағында йәш быуынды тәрбиәләү бик оҫта алып барыла. Мәҫәлән, мәктәп музейында уның тарихы ғына түгел, сығарылыш уҡыусыларының ҡаҙаныштары, уңыштары, дәртләндереү стипендиялары билдәләнә, улар менән тура бәйләнеш, осрашыуҙар ойошторола. Тағы ла ирекмәндәр хәрәкәте, ағас эшкәртеү оҫтаханалары, спорт һәм бейеү залы, “Сығарылыш уҡыусылары”, “Ял сәғәттәре көнө” клубтары — һәммәһе лә әүҙем. Ғәлимә Юнысова бер нисә проект авторы ла. Мәҫәлән, “Йыл лицеисы”, “Йыл класы”, “Интернатым – тыуған йортом”, “Ныҡлы ғаилә – ныҡлы дәүләт” һәм башҡалар. Бер проект та бер-береһен ҡабатламай, шуға күрә мәғариф өлкәһендә төрлө республика һәм төбәк-ара семинар-кәңәшмәләр бай тәжрибә туплаған ошо мәктәптә үткәрелә лә инде.
Ғәлимә Лоҡман ҡыҙының тағы ла бер нисә авторлыҡ программаһы бар. Ул мәктәп уҡыусыларының һаулығын һаҡлау, сыныҡтырыу маҡсатында “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” программаһына ярашлы ғәйәт ҙур эш башҡара. Улар тәбиғәттең һәр миҙгелендә тышта һалҡын һыу менән ҡойоналар. Хатта уларға һоҡланып, “моржята” тип тә ебәрәләр. Әле тынғыһыҙ педагог көнүҙәк мәсьәләгә әйләнгән “Етем бала” программаһына ярашлы эш алып бара.
Баймаҡ башҡорт лицей-интернаты, инновацион уҡыу йорто булараҡ, белем һәм уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын яҡшыртыу, уҡыусыларға юғары кимәлдә тәрбиә биреү буйынса уңышлы эшләй. Лицей-интернат тормошондағы мәҙәни-тәрбиәүи сараларҙа, район һәм республика күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа, спорт ярыштарында — барыһы ла Ғәлимә Юнысованың ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Ул — режиссер-ҡуйыусы ла, сценарий авторы ла, оҫта ойоштороусы ла. Уның етәкселегендәге кисәләр башҡорт фольклорына, халҡыбыҙҙың йолаларына нигеҙләнеп ҡорола. Йыл һайын уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективы район үҙешмәкәр сәнғәт һәүәҫкәрҙәре конкурсында призлы урындар яулай. Ҡурайсылар ансамбленең район буйынса — гранприға, “Еҙ үксә” бейеү ансамбленең беренсе урынға лайыҡ булыуында ла уның өлөшө ҙур. Бөгөн лицейҙа 85 баланан торған хор уңышлы эшләй.
Ғәлимә Лоҡман ҡыҙының тынғыһыҙ тормошона һоҡланмау мөмкин түгел. Күҙгә күренмәгән эш — ҡомға ҡойолған һыу кеүек, тиһәләр ҙә, һөҙөмтәләре иҫ киткес юғары. Йыл һайын Баймаҡ башҡорт лицей-интернатын тамамлаусыларҙың 99 проценты юғары уҡыу йорттарына инә. Был — районда иң юғары күрһәткес. Көслө, берҙәм коллективтың сағыу йондоҙҙарының береһе, ике ул тәрбиәләүсе гүзәл әсә, туғандары өсөн оло терәк һәм таяныс булған Ғәлимә Юнысоваға артабан да ижади үрҙәр, яҡшы уҡыусылар теләге килә. Ысынлап та, ашҡынып ғүмер, зая үтмәй ул, бәхетле яҙмыш бүләк итә ул.


Автор: Кәримә УСМАНОВА Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә