Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кипр шәйехе — беҙҙә ҡунаҡта
Кипр шәйехе — беҙҙә ҡунаҡтаКүптән түгел күренекле Нәҡшбәндиә тәриҡәте остазы, Кипр утрауында йәшәүсе шәйех Мөхәммәт Нәҙим әл-Хаҡҡаниҙың оло улы Солтан шәйех Мәхмәт бер айлап Башҡортостанда булып китте. Маҡсаты әсәһенең тыуған ауылы Байыҡта булып, әүлиәләр мәҡәмдәренә зыярат ҡылыу, диндарҙар менән осрашыу ине.

Шәжәрәне юҡҡа ғына ағас тамырына оҡшатмайҙар икән. Ул бит, ер ҡатламын йырып, әллә ҡайҙарҙан ҡалҡып сыға ла яңы үҫенте бирә. Шуның һымаҡ әҙәм тамыры ла тармаҡланып-тармаҡланып, хатта икенсе ҡитғаларға барып олғаша һәм тоҡомон тарата икән.
1856 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа Татарстандың Мөслим районындағы Байыҡ саф башҡорт ауылы һаналған. Архивта быны раҫлаусы мәғлүмәттәр әле лә һаҡлана. Ғәйшә ҡыҙы Әминә ошо боронғо башҡорт ауылында тыуып үҫкән. Аҙаҡ ата-әсәһе менән Аллаһтың ҡушыуы буйынса тәриҡәттең дини вазифаларын өйрәнеп йөрөгәндә, Урта диңгеҙҙәге Кипр утрауына барып сыға. Яҙмыш ҡыҙҙы Кипр буйлап сәйәхәт итеүсе шәйех Мөхәммәт Нәҙим әл-Хаҡҡани менән осраштыра. 1952 йылда башҡорт ҡыҙы Әминәгә, Аллаһ быны теләгәндер, суфыйсылыҡтың бөйөк остазына кейәүгә сығыу насип була. Уларҙың бәхетле ғаиләһендә ике ул, ике ҡыҙ тыуа. Алтмыш йыллап татыу ғүмер кисергәндән һуң Ғәйшә ҡыҙы Әминә Хуаджа әннә гүр эйәһе булып ҡуя.
Әсәләре вафат булғас, "Ҡуңыр буға" эпосындағы тыуған ерен эҙләп үҙ яғына ҡайтҡан буға кеүек, әсәһенең ватанын ерһенеп, туған халҡын күргеһе килеп, ғәзиз кешеһенең рухын шатландырыу ниәтенән Әминә Хуаджа әннә улы Солтан шәйех Мәхмәт Башҡортостанға юллана.
— Әсәйем яғынан ата-бабаларым — башҡорттар, улар ошо яҡтан күсеп китеп, 1933 йылда Кипрға килеп урынлашҡан, — ти абруйлы ҡунаҡ. — Атайым Мөхәммәт Нәҙим башҡорттарҙы бик ярата. Мин дә үҙемде әсәйем яғынан ошо халыҡтың вәкиле тип һанайым.
Ысынлап та, шәйех Мөхәммәт Нәҙим һәр саҡ: "Мин — башҡорт кейәүе, башҡорттар — минең туғандарым", — тип әйтергә ярата һәм, доғалар ҡылып, Аллаһтан был ерҙәрҙе һаҡлауын үтенә. Туғанлыҡтан — туғанлыҡ, дуҫлыҡтан — дуҫлыҡ, изгелектән изгелек ярала. Кипрҙа йәшәүсе мәүләнә солтан әүлиә шәйех Мөхәммәт Нәҙим әл-Хаҡҡани менән Башҡортостан суфыйҙары араһында һуңғы йылдарҙа яҡын туғанлыҡ хисе көсәйҙе һәм осрашыуҙар даими булып тора. Ошо йылдың мартында беҙҙең бер төркөм диндар Кипрҙа булды. Йыйын ваҡытында олуғ әүлиә бына нимә тигән:
— Улым, быйыл һин мотлаҡ Башҡортостанға барып, Әминә әннәңдең тыуған ерендә булырға һәм әүлиәләр мәҡәмдәренә зыярат ҡылырға тейешһең. Мин хаҡ ҡарашымды Башҡортостанға, башҡорт халҡына йүнәлтәм. Был изге, саф күңелле халыҡ Аллаһтың хәбиптәре, йәғни яратҡан бәндәләре булһын.
Шулай итеп, 1922 йылда тыуған 91 йәшлек шәйех улын, хәйерле сәфәрҙәр теләп, Башҡортостан тарафына юлландыра. Халҡыбыҙ арҙаҡлы шәйехтең килеүен ҙур мәртәбәгә һананы, уны Аллаһтың сираттағы рәхмәте тип ҡабул итте һәм оло ҡунаҡты һәр ерҙә ҙур хөрмәт күрһәтеп ҡаршы алды. Кипр илсеһен диндарҙар төркөмө оҙатып йөрөнө. Әбйәлил егете Руслан Сөләймәнов шәйехтең телмәрен башҡорт теленә тәржемә итте. Һәр йыйында халыҡ күпләп ҡатнашты һәм шәйехкә оло ихтирамын күрһәтте. Солтан Мәхмәт ислам диненә ышанысыбыҙҙы юғары баһаланы, халҡыбыҙға ҡарата уның күңелендә йәшәгән ысын туғанлыҡ хисе яңы көс менән дөрләне. Айырыуса Нарыҫтауҙағы сөхбәттә яһаған сығышы хәтерҙә ҡалды:
— Атайым башҡорттарға ни өсөн айырым бер һөйөү һәм ихтирам менән ҡарай? Сәбәптәре бер нисә, — тине ҡунаҡ. — Беренсенән, әсәйем башҡорт булған өсөн. Йәнә атайым башҡорттарҙы Аллаһтың һөйөклө халҡы тип таный. Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм, һуңғы пәйғәмбәребеҙ, бынан 1425 йыл элек ислам динен таратыу өсөн башҡорт еренә үҙенең сәхәбәләрен ебәрә. Тарихта тәүге илселәрҙең исемдәре һаҡланып ҡалған, улар — Зөбәйер ибн Джейд, Абдрахман ибн Зөбәйер, Талха ибн Усман.
Тәүге ике сәхәбә башҡорт ерендә ҡалған һәм ислам динен таратыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкән. Иң башта Ыҡ буйы башҡорттары ислам динен берҙәм ҡабул иткән, улар артынан башҡа ырыу-ҡәбиләләр ҙә Аллаһтың барлығын, берлеген таныған. Бар ғүмерен Аллаһ ризалығы өсөн йәшәүгә арнаған тәҡүә заттар, меңәр саҡрымдарҙы үтеп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмаған. Улар, юғарынан ҡушылған тәғәйенләнештәрен үтәп, башҡорт ерендә мәңгелеккә тороп ҡалған. Баҡыйлыҡҡа күскән сәхәбәләрҙе башҡорт халҡы үҙҙәренең йолаһы буйынса оло хөрмәт менән әлеге Миәкә районының Илсеғол ауылы эргәһендәге Нарыҫтау башына ерләгән.
Ошо мәғлүмәттәрҙе әйткәндән һуң, ҡунағыбыҙ былай тип белдерҙе:
— Ошонда ятҡан әүлиә заттарҙы айырыуса ҡәҙерләгеҙ. Рухтарын ҙурлап, доғалар бағышлағыҙ. Улар — Аллаһ ҡаршыһында һеҙҙең халыҡтың иманын һаҡлаусылар, әүлиә заттар аша ерегеҙгә бәрәкәт, именлек килер, иншаллаһ.
Зыярат ҡылырға килеүселәр тау башында ҡоролған ап-аҡ кәшәнәгә, тау итәгендә ҡалҡып сыҡҡан биш манаралы өр-яңы мәсеткә, гөрләп ағып торған, тәрбиәле изге шишмәгә ҡарап, уны төҙөүселәргә рәхмәт әйтеп, доға ҡылды.
Барыбыҙ ҙа Солтан шәйех Мәхмәттең йөҙө нисек нурланып, балҡып китеүен тойҙоҡ. Ошо бәхетле йылмайыу уны бөтә сәйәхәте буйынса оҙатып йөрөнө. Нарыҫтауҙан һуң ҡунағыбыҙ Өршәк буйы изгеләренә — Йәғәфәр ишанға, Мораҙымға, Ғәзизйән әүлиәгә, Хөсәйенбәк, Турахан, Ғәзизйәнбәк әүлиәләргә, Гәүһәр, Һөйәрбикә инәйҙәргә — зыярат ҡылып, изге доғаларын бағышланы, фатихаһын бирҙе. Унан дини төркөм Торатауға юл тотто.
Артабан Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылы зыяратына ерләнгән Шәмиғол хәлфә ҡәберендә, Бәндәбикә әүлиә ҡорамаһында булдылар, уларға Ҡөрьән сүрәләрен бағышлап, рухтарын ҡыуандырҙылар.
Исеме халыҡ араһында танылған Мөжәүир хәҙрәт ҡәбере эргәһендә шәйехте меңәрләгән кеше ҡаршыланы. Унда ла мәсеттә намаҙ уҡып, зыярат ҡылдылар. Артабан ҡунаҡты Асҡар юлы, гүзәл тәбиғәтле Учалы тарафы, Зәйнулла ишан иле көтә ине. Троицк мәсеттәрендә булып, Зәйнулла ишан ҡәберендә зыярат ҡылып килгән диндарҙарҙы учалылар сикһеҙ шатланып ҡаршы алды. Сөхбәттән һуң меңәрләгән кешене һыйҙырған мәсет йортонда ҙур табын ҡоролдо. Бында һәр кемде мул аш-һыу көттө.
Был осрашыуҙарҙан, халҡыбыҙ өсөн ҙур байрамға әйләнгән саранан алған тәьҫораттарымды тағы бер ҡат барлайым. Солтан шәйех Мәхмәт хаҡында уйланам. Ниндәй сабыр, тәрбиәле, баҫалҡы кеше! Уны яратмаған, оҡшатмаған кеше булмағандыр. Шәйехтең Нарыҫтауҙа Ҡөрьән уҡыуы барыбыҙҙың һушын алды. Изге китаптың һәр һүҙен йөрәктәргә үтеп инерлек аһәңле моңға сорнап әйтеп бирҙе ул. Бындай уҡыуҙы Мәккәләге Әл-Хәрәм мәсетендә генә ишетергә тура килгәйне. Йәнә халҡыбыҙ асылына ҡайта тип шатландым. Был сараны үткәреүселәр, унда ҡатнашыусылар, бағыусылар тураһында, моғайын, китап яҙырға булыр ине. Бер мәҡәләлә барыһын әйтеп биреү, һыйҙырыу мөмкин түгел.
Аллаһ үҙе сараны үткәреүселәргә, сөхбәткә килеүселәргә сауаптарын насип итһен, ғәмәлдәребеҙҙән риза булһын. Йәмәғәт менән ҡылған доғаларыбыҙҙы, ялбарыуҙарыбыҙҙы Аллаһ ҡабул ҡылһын. Илебеҙгә, еребеҙгә, халҡыбыҙға иман ҡайтһын, ер-һыуыбыҙ имен булһын. Республикабыҙҙа иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына ла, етәкселәребеҙҙең уй-ниәттәренә лә ауаздаш был сара. Иншалла, Аллаһ теләктәребеҙҙе ҡабул итһен, беҙҙе артабан да хаҡ юлдарҙан әйҙәһен. Амин.


Автор: Лира ӘХМӘТ-ЯҠШЫБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә