Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кешеләргә өмөт бүләк итәм”
“Кешеләргә өмөт бүләк итәм”Лилиә Илембәтованың яҙмышы китапҡа торошло

...Яҙмыштың аяныслы боролошо 1988 йылдың июненә – ҡәҙимге ҡояшлы бер көнгә барып тоташа. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан балалар бейеү ансамблен республика күләмендә үткәрелгән ижади фестивалгә алып киләләр. Уңышлы сығыш яһаған балаларҙы етәкселәре баш ҡаланың Ғафури паркына ял итергә алып барырға була. Сыр-сыу килеп, ҡыҙҙар һәм малайҙар рәхәтләнеп күңел аса, төрлө аттракционда уйнай. 10 йәшлек Лилиәгә лә ифрат күңелле була: балаларға хас бер ҡатлылыҡ менән, сәскәнән сәскәгә талпынған күбәләк кеүек, һомғол буйлы ҡыҙыҡай әле бер, әле икенсе яңылыҡты һынап ҡарай. Әммә… Шундай ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс тойолған каруселдә әйләнеү уға киләсәктә мең бәлә, ғүмерлек ғазап килтерер, уның ғына түгел, яҡындарының да бар донъяһын баштүбән әйләндерер тип кем уйлаған да кем күҙаллаған…

Тормошто түңкәргән атылмаҡ

“Зыр” әйләнгән тимер атылмаҡ һауаны ярып, кинәт кәйелгән саҡта ҡыҙыҡай башы менән тимергә һуғыла. Күҙ алды ҡараңғыланып китә, әммә балалығы менән Лилиә быға иғтибар ҙа итмәй, ололарға бер ни өндәшмәй. Әммә, ятаҡҡа ҡайтҡас, ҡыҙҙың башы ауырта башлай, уҡшыта. Хәле кинәт хөртәйгәс, дауаханаға оҙаталар.
Йылдар, йылдар... Улар елдәй етеҙ алға елә. Бәхетһеҙ осраҡтан һуң ҡан тамырҙары зыян күргән, шул арҡала һанһыҙ өйәнәк кисергән (тамырҙарға ҡан һауа), бихисап дауахана юлын тапаған, ғүмерлеккә “мөмкинлеге сикләнгән”дәр иҫәбенә ингән Лилиә, ҡатмарлы сир йонсотоуына ҡарамаҫтан, бирешергә, ҡул ҡаушырып ултырырға һис тә теләмәй. Мәктәпте тамамлай, бухгалтер һөнәре буйынса техникумда уҡып, диплом ала. Әммә булмышы уны бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа әйҙәй: ә ниңә үҙе кеүек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы, үҫмерҙәрҙе йыйып, ойошма булдырмаҫҡа? Күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй. Яҡындары – атаһы һәм әсәһе – Хәсәнә менән Урал Илембәтовтар ярҙамында Лилиә Аҡъярҙа инвалидтар өсөн йәмәғәт башланғысында “Изгелек” клубын ойоштора. Төрлө йәштәге тиҫтәнән ашыу бала үҙ-ара аралашыу, һәләттәрен үҫтереү, төрлө саралар уҙғарыу мөмкинлегенә эйә була. Бергәләшеп, шаулап-гөрләп төрлө байрамдарҙы билдәләйҙәр, спорт ярыштары үткәрәләр. Хәйер, быға тиклем өйҙә генә тиерлек ултырған, бәғзе тиҫтерҙәренән кәмһетеү һүҙҙәре ишеткән балаларға бергә йыйылып, тәмлекәстәр менән сәй эсеү ҙә оло ваҡиғаға әүерелә, быға тиклем ҡанаттары төшөп йөрөгән атай-әсәйҙәрҙең ниндәй ҡыуаныс кисергәнен аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй. Ижади булмышлы Лилиә Илембәтова өлгәшкәндәрендә генә туҡтап ҡалмай – ситтән тороп юғары белем ала, психолог һөнәрен үҙләштерә. Район етәкселеге, уның башланғысын хуплап, һәр йәһәттән ярҙам итеп тора, изге ғәмәл киңәйә-ҙурая бара. Тора-бара “Изгелек” ойошмаһы район үҙәгендә асылған “Нур” үҫмерҙәр клубына инә, Лилиә эшкә тағы ла дәртләнеберәк тотона... Ошо мәшәҡәттәр араһында ҡыҙҙың ваҡыты-ваҡыты менән оҙаҡлап дауаханала ятыуын, даими дауаланып тороуын да әйтеп үтергә кәрәк: аяуһыҙ сир тормошто яратҡан, яҡты булмышы менән башҡаларҙы нурландырған сәмле Лилиәне һис кенә лә ташларға йыйынмай шул…

Йәшәү дәрте – маҡсатта

Йәш, матур, әммә мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙҙың йәмғиәттә үҙ урынын табыуы һәм үҙе кеүек яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылғандарҙы ҡанаты аҫтына алыуы хуплауҙан башҡа нимәгә лайыҡ? Әммә кешенең йөрәк серҙәре, күңел талпыныуҙары ла бар бит әле. Лилиәнең дә иң ҙур хыялы була – әсәлек бәхетен татығыһы, йөрәгендәге йылылыҡты иң яҡын кешегә бүләк иткеһе, нуры менән ҡойондорғоһо килә. Һәм уны ғәйепләп буламы? Һәр кемдең бәхет төшөнсәһен үҙенсә “Кешеләргә өмөт бүләк итәм”билдәләргә һәм уға ынтылырға хаҡы бар. Ҡыҫҡаһы, тормошондағы иң ҡыйыу аҙымға Лилиә бер нисә йыл әҙерләнә. Табиптар менән кәңәшләшә (улар, әлбиттә, был аҙымдан ҡурсаларға тырыша), һаулығын нығыта, мәғлүмәт туплай, һәр яҡлап үҙгәрештәргә әҙерләнә. Ә ауырлы икәнлеген белгәс, тормош күгендә, ниһайәт, үҙ Ҡояшы ҡалҡҡандай тойола – ул ӘСӘЙ буласаҡ!
Эй, тормош! Һинең һынауҙарың алда булған икән…
…Лилиә Илембәтова эшмәкәрлеген дауам итә, район үҙәгендә инвалид балалар менән төрлө саралар үткәрә. Декабрҙә ойошторолған Яңы йыл байрамы ла, ғәҙәттәгесә, ифрат күңелле, ҡыҙыҡлы килеп сыға. Әммә көсөргәнешле көндән һуң Лилиә үҙен бик насар тоя, бер ни тиклем ваҡыттан иҫен юғалта. Шулай, Яңы 2012 йылды Илембәтовтар Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ҡаршы ала. Пациенттың ауырлы икәнлеген белгәс, табиптар Хәсәнә ханымдан: “Кемде ҡотҡарабыҙ? Әсәнеме, баланымы?” – тип һорай. “Икеһен дә! – тип һис шикләнмәйенсә яуап бирә Лилиәнең әсәһе. – Тик хәл уғата хөртәйә ҡалһа, әлбиттә, ҡыҙымды һайлайым”.
Аҡъяр ҡыҙының ҡатмарлы яҙмышы хаҡында ишеткәс, Башҡортостан табиптары тарихта булмаған эшкә тотонорға ҡарар итә: комалағы әсәнең һаулығын һаҡлау менән бер рәттән, буйҙағы баланың үҫешен дә өҙмәҫкә булалар.
Лилиә Илембәтова 111 көндө (!) кома хәлендә уҙғара. Ошо арауыҡта республика дауаханаһы нейрохирургтары ике ҡатмарлы операция уҙғара, әммә ҡатын иҫенә килмәй. Эшкә акушер-гинекология бүлеге белгестәре йәлеп ителә, дауахананың баш табибы, хатта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры ла Лилиә Илембәтованың хәле хаҡында даими хәбәрҙар булып тора. Ғөмүмән, ошо уникаль осраҡты аҙағына еткергәнсе, Лилиәне һәм уның сабыйын ҡотҡарыу эшендә дауахананың йөҙҙән ашыу табибы, шәфҡәт туташы һәм башҡа белгестәре ҡатнаша. Уларҙың эше республика кимәлендәге профессиональ конкурстарҙа ла билдәләнгән.
Табиптар әйтеүенсә, иҫһеҙ хәлдәге әсәйҙең ҡарынындағы яралғыны “үҫтереү” иң ҡатмарлы мәсьәлә булған. Күҙ алдына килтерегеҙ: Лилиә менән бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ, шул уҡ ваҡытта уның менән төрлө медицина процедуралары үткәрергә тура килә. Табиптар уңышлы үткән һәр көнгә ҡыуана һәм киләсәккә өмөт бағлай. Мөғжизә тип атамаҫлыҡмы ни: йөклөлөк ваҡыты үҫкән һайын, Лилиәнең хәле лә яҡшыра бара! Бер аҙҙан, команан сыҡмаһа ла, уны яһалма тын алыу аппаратынан алалар, ҡатын һиҙелер-һиҙелмәҫ йәшәү билдәләрен белдерә башлай. Ә операция өҫтәленә алып барғанда уның йомоҡ күҙҙәренән йәш аға… Шулай итеп, йөклөлөгө 34 аҙнаға еткән Лилиәгә кесарь киҫеме яһайҙар, һап-һау, матур ҡыҙ донъяға килә. Ошо ваҡиғанан һуң ҡатын тулыһынса иҫенә ҡайта һәм оҙайлы реабилитация осоро башлана. Нығынған сабыйҙы Лилиәнең ата-әсәһе Аҡъярға алып ҡайта.

Йәшәү йәмле бала менән

– Былтыр Республика дауаханаһында нейрореабилитация үткәндән һуң, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы квотаһы менән Екатеринбург өлкәһендә урынлашҡан данлыҡлы Клиник мейе институтына йүнәлдек. Унда үткәргән ике айҙа Лилиәнең хәле күҙгә күренеп яҡшырҙы. Быйыл да ике айға барып ҡайттыҡ, әммә был ғына аҙ: тағы, исмаһам, бер айға барырға кәрәк, – ти Хәсәнә Шәйхетдин ҡыҙы.
Уның менән Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының нейрореабилитация бүлегендәге палатала әңгәмәләшәбеҙ. Урал ағай ҙа ошонда. Пенсиялағы ата-әсә ҡәҙерле ҡыҙын бер минутҡа ла яңғыҙ ҡалдырмай – йәшәйеше тулыһынса улар ҡарамағында. Лилиәне оҙайлы кома аяныслы хәлгә килтергән: иҫенә килеүенә йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, әлегә ул һаман – инвалид коляскаһында, һөйләшә алмай, ҡолаҡтары насар ишетә, ҡул-аяғы тыңламай. Ҡатынды дауалау, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтарыу өсөн тағы ла Екатеринбургка барыу үтә лә мөһим.
– Бәлки, киң күңелле кешеләр беҙҙең бәләгә битараф ҡалмаҫ, – тип өмөтләнә Илембәтовтар. – Аҡсалата ярҙам бик тә кәрәк.
Ундайҙар өсөн Хәсәнә Илембәтова исеменә асылған иҫәптең адресын мәҡәләнең аҙағында бирергә булдыҡ.
Бына шулай, ҡасандыр мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йыйып, “Изгелек” клубы ойошторған, дәрт-дарманын кешеләргә ярҙам итеү өсөн сарыфлаған оло йөрәкле, тынғыһыҙ Лилиә Илембәтова бөгөн үҙе ярҙамға үтә мохтаж. Әйткәндәй, уны өмөт кенә йәшәтә: ҙур һынауҙар аша үтеп, өҙөлөп көтөп алған Лианаһын күкрәгенә ҡыҫып яратҡыһы, етәкләп йөрөткөһө килә.

Ғаиләһе менән бәхетле

Хәсәнә менән Урал Илембәтовтарҙы тыңлайым да, ифрат ябай, әммә бик мөһим һығымта яһайым: Лилиә ғаиләһе менән бәхетле. Өҙөлөп яратҡан, уның өсөн барыһын да эшләргә әҙер торған (әле дауаханала – улар бергә) ата-әсәһе, иҫән-һау, матур сабыйы, уны ҡарашырға, үҫтерешергә әҙер торған апай-еҙнәләре бар. Терәк-таянысың, ышанысың ныҡ булғанда тормош һынауҙарын кисереү, әлбиттә, еңелерәк.
Бөгөн ҡыҙҙың йәше тулып үткән. Әйтеүҙәренсә, Лиана – ифрат теремек, ҡыҙыҡһыныусан сабый, йүгереп йөрөй. Баланы Илембәтовтарҙың өлкән ҡыҙҙары, Ырымбур өлкәһенең Ново-Троицк ҡалаһында төпләнгән Зөлфиә баға.
– Табиптарға мең рәхмәт! – ти Хәсәнә Шәйхетдин ҡыҙы. – Иң ауыр һынау артта ҡалды, тип өмөтләнәм. Лилиәнең иһә хыялы бер – нығынып, тиҙерәк сабыйы янына ҡайтыу. Лиананың фотоларын Интернет селтәре аша даими ебәреп торалар. Уны күргәс, Лилиәнең йөҙө яҡтырып китә, дәрт-дарманы арта. Бала – бәғер ите, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул: әсәлек тойғоһо йәшәтә, көс бирә ҡыҙыма.
…Дауахананан сығыр алдынан Лилиә менән хушлашам. Ул ҡулдарын һуҙа – йылы устарынан наҙ, өмөт бөркөлгәндәй. “Шундай ҙа һынауҙарҙы лайыҡлы еңеп сыҡҡас, һинең бирешергә хаҡың юҡ! Барыһы ла яҡшы буласаҡ, Лилиә!” Ышанам: киләсәктә уның үҙе менән мотлаҡ әңгәмәләшербеҙ, тормош һынауҙары алдында албырғап ҡалғандар өсөн тетрәндергес тарихты тағы берҙе иҫкә төшөрәсәкбеҙ, кешеләргә өмөт бирәсәкбеҙ…

Редакциянан:
Әгәр ҙә Лилиә Илембәтованың тетрәндергес яҙмышы һеҙҙе битараф ҡалдырмаһа һәм уға ярҙам итергә теләгегеҙ булһа, түбәндәге реквизиттар буйынса аҡса күсерергә мөмкин.

Карта Сбербанка России № 4276806044166576,
Лицевой счет Сбербанка России
№ 40817810706438402077,
получатель Илембетова Хасана Шайхетдиновна.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872