Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тиҙлек — заман талабы
Тиҙлек — заман талабыРәсәй Президенты Владимир Путин Сочи ҡалаһында илдә юғары тиҙлекле магистралдәр төҙөү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Был йүнәлешкә ҙур инвестициялар һалынырға тейеш. Яңы төр поездарҙа, тимер юлда халыҡтың хәүефһеҙлеге тулыһынса тәьмин ителергә, шул уҡ ваҡытта хаҡтар ҙа “тешләшмәҫкә”, пассажирҙар, хеҙмәтләндереүселәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар, шарттар тыуҙырылырға тейеш. Бындай поездар тиҙлеген сәғәтенә 200-ҙән алып 400 километрғаса арттыра ала.

“Һис шикһеҙ, юғары тиҙлекле магистраль — заман ихтыяжы. Ул техник яҡтан, инфраструктура йәһәтенән ХХI быуаттың барлыҡ талаптарына яуап бирә. Бындай линиялар төҙөлөүе — һәр илдең техник үҫеш, технология һәм инвестиция юҫығындағы күрһәткесе”, — тип белдерҙе Президент.
Әлегә барлыҡ пландар ҡағыҙҙа ғына тиерлек. Эксперттарға, белгестәргә проектты тормошҡа ашырыу өсөн эш етерлек. Уның хаҡы 920 миллиард һумға баһалана, шуның 30 процентын шәхси бизнес үҙ өҫтөнә алмаҡсы.
Транспорттың был төрө донъяла киң тарала бара. Рәсәй һымаҡ ҙур ил өсөн ул иҡтисади ғына түгел, экологик яҡтан да отошло. Бөгөн ыңғай миҫал бар: “Сапсан” тип аталған поезд тиҙлеген сәғәтенә 250 километрғаса арттыра ала. Был юл Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород ҡалаларына үткән. Рәсми телдә “ВСМ-2” тип нарыҡланған яңы магистраль иһә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Һамар, Екатеринбург, Өфө, Дондағы Ростов, Адлер ҡалаларын тоташтырасаҡ.
Әйткәндәй, “Рәсәй тимер юлдары” етәкселегенә, ил Хөкүмәтенә республиканы заман проектына индереүҙе һорап Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе мөрәжәғәт иткәйне.
“Беҙ юғары тиҙлекле магистраль төҙөү стратегияһына индек. Ошо көндәрҙә белгестәр төркөмө киләсәк, улар менән ошо транспорт бәйләнешенең нисек булырға тейешлеген тикшерәсәкбеҙ. Республика илдең төп автомобиль трассалары һәм тимер юлдары үҙәгендә торасаҡ”, — тине Рөстәм Хәмитов яңы магистраль хаҡында.
Тимәк, киләсәктә республика халҡына алда телгә алынған ҡалаларға тиҙ арала барып етеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Дөйөм алғанда, 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә транспорттың ошо төрө буйынса бер нисә проект тормошҡа ашырыласаҡ.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә