Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочи ҡалаһында илдә юғары тиҙлекле магистралдәр төҙөү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Был йүнәлешкә ҙур инвестициялар һалынырға тейеш. Яңы төр поездарҙа, тимер юлда халыҡтың хәүефһеҙлеге тулыһынса тәьмин ителергә, шул уҡ ваҡытта хаҡтар ҙа “тешләшмәҫкә”, пассажирҙар, хеҙмәтләндереүселәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар, шарттар тыуҙырылырға тейеш. Бындай поездар тиҙлеген сәғәтенә 200-ҙән алып 400 километрғаса арттыра ала.
“Һис шикһеҙ, юғары тиҙлекле магистраль — заман ихтыяжы. Ул техник яҡтан, инфраструктура йәһәтенән ХХI быуаттың барлыҡ талаптарына яуап бирә. Бындай линиялар төҙөлөүе — һәр илдең техник үҫеш, технология һәм инвестиция юҫығындағы күрһәткесе”, — тип белдерҙе Президент.
Әлегә барлыҡ пландар ҡағыҙҙа ғына тиерлек. Эксперттарға, белгестәргә проектты тормошҡа ашырыу өсөн эш етерлек. Уның хаҡы 920 миллиард һумға баһалана, шуның 30 процентын шәхси бизнес үҙ өҫтөнә алмаҡсы.
Транспорттың был төрө донъяла киң тарала бара. Рәсәй һымаҡ ҙур ил өсөн ул иҡтисади ғына түгел, экологик яҡтан да отошло. Бөгөн ыңғай миҫал бар: “Сапсан” тип аталған поезд тиҙлеген сәғәтенә 250 километрғаса арттыра ала. Был юл Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород ҡалаларына үткән. Рәсми телдә “ВСМ-2” тип нарыҡланған яңы магистраль иһә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Һамар, Екатеринбург, Өфө, Дондағы Ростов, Адлер ҡалаларын тоташтырасаҡ.
Әйткәндәй, “Рәсәй тимер юлдары” етәкселегенә, ил Хөкүмәтенә республиканы заман проектына индереүҙе һорап Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе мөрәжәғәт иткәйне.
“Беҙ юғары тиҙлекле магистраль төҙөү стратегияһына индек. Ошо көндәрҙә белгестәр төркөмө киләсәк, улар менән ошо транспорт бәйләнешенең нисек булырға тейешлеген тикшерәсәкбеҙ. Республика илдең төп автомобиль трассалары һәм тимер юлдары үҙәгендә торасаҡ”, — тине Рөстәм Хәмитов яңы магистраль хаҡында.
Тимәк, киләсәктә республика халҡына алда телгә алынған ҡалаларға тиҙ арала барып етеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Дөйөм алғанда, 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә транспорттың ошо төрө буйынса бер нисә проект тормошҡа ашырыласаҡ.